Инйәр
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Апрель 2020, 15:23

Дауахана эшендә үҙгәрештәр

Илдәге ҡатмарлы эпидемиологик хәл ваҡытында

Илдәге ҡатмарлы эпидемиологик хәл ваҡытында коронавирус таралыуын иҫкәртеү сәбәпле бөтә республика буйынса айырым сикләү саралары булдырылды. Ошо нигеҙҙә Архангел үҙәк район дауаханаһының эшләү тәртибенә лә үҙгәрештәр индерелде.
Бөгөн пациенттар алдан теркәлеү буйынса ла, теркәлмәйенсә лә табипҡа күренә ала. Теш табибы, педиатр, терапевт, гинеколог, невролог, окулист һәм башҡаларға поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт иткәндән һуң яҙылырға мөмкин.
Табипҡа килеүселәрҙең дауаханаға ингән ерҙә үк ҡулдары зарарһыҙландырыусы шыйыҡса менән эшкәртелә, тән температураһының булыуы, булмауы тикшерелә.
Тән температурағыҙ юғары булған осраҡта 8(34774)2-82-82 йәки 13-01 телефон номерҙары буйынса йортоғоҙға табип (сәғәт иртәнге 8.00-ҙән киске 16.12 тиклем) йәки 8 (34774) 2-82-34 телефоны буйынса тиҙ ярҙам (16.12-8.00-гә тиклем) саҡыртығыҙ.
Үҙәк район дауаханаһында 60 йәштән өлкәндәр иртәнге 8-ҙән 11-гә тиклем; 45-60 йәштәр — 11.00-13.00-кә тиклем; 18-45 йәшкә тиклемгеләр 14.00-16.00.-ға тиклем ҡабул ителә.
35-се, 28-се ,43-сө, 42-се, 21-се бүлмәләрҙә дежур табиптар эшләй. Лаборатор тикшереүҙәр табип йүнәлтмәһе булғанда 8.00-11.00-гә тиклем уҙғарыла. Диагностик тикшереүҙәр: рентгенография, ЭКГ табип күрһәтмәһе буйынса, флюорография (табип ҡушыуы кәрәкмәй, көн һайын ) 8.00-ҙән 16.00-ға тиклем үткәрелә. План буйынса УЗИ башҡарылмай. Рецепт яҙҙырып алыр өсөн 8 (34774) 2-82-35 телефон номерҙары буйынса мөрәжәғәт итергә.
Дауаханала түбәндәге саралар ваҡытлыса туҡтатылды: профилактик күҙәтеүҙәр; айырым төркөм оло йәштәгеләрҙе диспансеризациялау; санатор-курорт дауаланыуға йүнәлтмәләр биреү һәм санатор-курорт карталарҙы тултырыу; стационарҙа көндөҙ һәм тәүлек әйләнәһендәге дауаланыуға йүнәлтмәләр биреү.
Теш табиптары киҫкен ауыртыу менән (алдан яҙылмай) иртәнге 8.00-ҙән киске 16.12 тиклем, балалар табиптары 8.00-ҙән киске 16.12 тиклем (алдан теркәлеү буйынса ла, теркәлмәйенсә лә) ҡабул итә.
Балаларҙың тән температураһы күтәрелгән осраҡта 8(34774)2-82-80, 13-01 телефондары аша педиатрҙы өйгә саҡыртырға (сәғәт иртәнге 8.00-ҙән киске 16.12 тиклем) йәки 8 (34774) 2-82-34 номерына шылтыратып тиҙ ярҙам саҡыртырға (тәүлек әйләнәһенә). Һорауҙарығыҙ булһа 8(34774) 2-82-82 телефонына шылтырата алаһығыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, сәләмәт булығыҙ!
Үҙәк район дауаханаһы администрацияһы.
Читайте нас: