Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Ғинуар 2020, 14:30

Һеҙҙең кеүек тоғро дуҫтар барында “Инйәр”ебеҙ үҙ баһаһын юғалтмаҫ

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Шатлыҡ-ҡыуаныстары, бер ни ҡәҙәр көтөлмәгән борсоу-мәшәҡәттәре менән иҫтә ҡалған Сусҡа йылын артта ҡалдырып, йылғыр һәм тырыш Сысҡан йылына ла аяҡ баҫабыҙ! 2020 йыл беҙҙең өсөн бәрәкәтле булыр тип ышанабыҙ, ике тиҫтәгә яҡын күркәм тарихҡа эйә “Инйәр” гәзите үҙенең уҡыусыларын һаҡлап ҡалыр тигән өмөттәбеҙ.

Район гәзите үҙенең күп йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда һәр саҡ халыҡ мәнфәғәтендә эшләне һәм бөгөн дә ошо маҡсаттан тайпылғаны юҡ. Милләтебеҙ вәкиленең һәр берәүһенең күңелендәге бәләкәй генә осҡондо терелтеп, һәр ынтылышында ҡанаттар үҫтереп, уларҙың рухи үҙаңын уятырға, һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Әле ваҡытлы матбуғат өсөн бик яуаплы осор — киләһе йылға гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә. Тап бөгөн — рухыбыҙҙы һынар мәл. Уны лайыҡлы үткәреү — үҙебеҙҙең ҡулда. Һеҙҙең тоғролоҡ, рухи ныҡлығығыҙ, милли баҫмаларҙың яҙмышына битараф булмауығыҙ һайлауҙарҙа ғына түгел, ә матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы осоронда ла һыналыуын онотмайыҡ.
“Инйәр” гәзите халыҡ гәзите булды һәм булып ҡала. Уның яҙмышы тап һеҙҙең ҡулда, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Нәҡ бөгөнгө көн баҫманың иртәгәһен билдәләй. Йөрәгендә башҡорт рухы булған, милләтенең киләсәге өсөн борсолған һәр кем милли матбуғатты алдырырға, уны таратыу өсөн бар көсөн һалырға бурыслылыр. “Инйәр”ебеҙ киләһе йылда ла һәр өйҙә көтөп алынған ҡунаҡ булһын, ул ғаилә баҫмаһына әйләнһен — уртаҡ маҡсатыбыҙ бына ошо.
Тормош бит ул гел көтөлмәгән хәлдәрҙән тора, ҡайһы саҡта яңылыҡтар ҙа беҙ күҙаллағанса ғына килеп сыҡмай. Яңылыҡтар керетмәйенсә генә үҫеш тә, үҙгәреш тә була алмай, уныһы ла хаҡ. “Инйәр”ебеҙ аҙнаға ике тапҡыр дүрт һәм һигеҙ битле булып сығыуын дауам итә. Форматы шул рәүештә, рәхәтләнеп ҡулға алып, иркенләп асып уҡырлыҡ булып уҡыусыларыбыҙға килеп етәсәк. Ҡышҡы оҙон һәм дә изге йома кистәрендә кинәнеп, оҙаҡ итеп уҡырға, яңылыҡтар менән тулыраҡ ҡыҙыҡһынырға бына тигән мөмкинлек бар.
Әлбиттә инде, редакцияның ижади коллективы гәзиттең эстәлеген байытыу өҫтөндә бөгөндән үк пландар ҡора, уҡыусыларыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырған темаларҙы яҡтыртыу юлдарын асыҡлай, ҡыҙыҡлы рубрикалар булдырыу тураһында уйлана, ҡыҫҡаһы, эҙләнәбеҙ, барлайбыҙ һәм һеҙҙән — яратҡан уҡыусыларыбыҙҙан да теләк-тәҡдимдәр көтөп ҡалабыҙ.
Хеҙмәт кешеләре, ауылдарыбыҙ хаҡында яҙмалар, ғибрәтле яҙмыштар, файҙалы кәңәштәр, сәләмәтлек, балалар өсөн махсус биттәр, кроссвордтар, башватҡыстар, көләмәстәр һәм башҡалар баҫмабыҙҙа яҡтыртылып килеүсе хәҙерге темаларға өҫтәмә рәүештә, киңәйтелеп урын аласаҡ. Уңышлы эшләп килеүсе сайтыбыҙҙағы яҙмаларҙы ла тулыһынса биреп барырға мөмкин буласаҡ. Һәр яңылыҡ ҡурҡып ҡына ҡабул ителһә лә, бергәләгәндә уны үҙләштереү, эшкә егеү барыбер еңел. Мин ышанам, гәзитебеҙҙең һеҙҙең кеүек тоғро дуҫтары барында, “Инйәр”ебеҙ үҙ баһаһын юғалтмаҫ, яратып уҡылған район баҫмаһы булып ҡалыр.
Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды, шуның өсөн почта бүлексәләренә ашығайыҡ, яҡташтар! Киләһе йылдың яртыһына гәзиткә яҙылып, квитанцияларығыҙҙы беҙгә ебәрегеҙ. Һеҙҙе шәп тә, үҙенсәлекле лә приздар көтә. “Инйәр” менән бергә булайыҡ, уның тиражын арттырайыҡ. Гәзит яҙмышы — һеҙҙең ҡулда, архангелдәр! Яңы йылда беҙҙе иһә тағы ла ҙурыраҡ эштәр көтә… Барыбыҙға именлек теләйем! Уртаҡ ватаныбыҙҙа татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәйек!
Гөлшат Закирова,
Баш мөхәррир.
Читайте нас: