

Бер нисә йыл рәттән Архангелдә “Халыҡ йолалары” байрамы уҙғарылғайны. Төбәк-ара рус фольклорының фестиваль–лабораторияһында боронғолоҡто төҫмөрләткән сарафан юбка, күлдәк, кофта башҡа әйберҙәр үҙенсәлектәре менән ғәжәпләндерҙе. Экспедицияла табылған ҡайһы бер етен күлдәктәргә йөҙ йылдан ашыу! Был сара үҙебеҙҙең дә милли кейемдәр тураһында уйландырғайны.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт костюмдары үҙгәрештәр кисерҙе. Модельерҙар, күтюрье, рәссамдар, тегенселәр, был тәңгәлдә милли колоритты һаҡлап, модаға яңылыҡтар индерергә тырышты. Ситтән килгәндәр камзул, һаҡал, таҡыя, маңлайса, хәситә һәм биҙәүестәрҙе күреп, хайран ҡала. Тәңкәле сулпылар ғына ни тора!
Бөгөн сәхнәлә генә түгел, көндәлек тормошта ла күптәр милли асылыбыҙҙы хуп күрә башланы. Кейемебеҙ сағыулығы, зауыҡлығы менән йәлеп итә. Был хаҡта хатта рус сәйәхәтсеһе Иван Лепехиндың да ифрат һоҡланыуын беләбеҙ. Ҡыҙҙарҙа — алҡалар, тәңкәле сәсүрмес. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙа — ҡашмау. Борон бит күлдәктәр елпелдәкле, кәштәкле, иҙеүле, ҡойроҡло булған. Кәштәк ҡултыҡ аҫтына ҡуйылған, ҡулдарҙы юғары күтәрһәң дә, итәк күтәрелмәгән. Артҡы яҡ итәккә ҡойроҡ итәк яһағандар. Күлдәккә биш елпелдәк һалғандар, ул ни тиклем күп һәм таҫмалы — итәк ауыр һәм елдә лә күтәрелмәгән, һыуыҡ көндә тубыҡҡа ла йылы. Күлдәктең алғы яғы иҙеүле, түше элмәле, тура яғалы. Селтәр ҡалын һәм ауыр итеп эшләнгән, түшкә һалҡын теймәй. Беҙҙең был байлығыбыҙ — дәрәжәне, ниндәй ырыу вәкиле икәнлекте күрһәткән. Бына ниндәй серҙәр һаҡлай беҙҙең милли ҡатын-ҡыҙҙар кейеме!