Өмәмә бин Сәхелдең атаһы менән дә шундай хәл була. Уның атаһы әл-Хурар бер урында һыу инә. Әмир исемле сәхәбә уға ҡарап һоҡланып: «Һинең тәнең шундай аҡ, йомшаҡ, нәҡ йәш ҡыҙҙарҙыҡы кеүек, мин ундай тәнде күргәнем юҡ», – ти. Шунан һуң атаһының хәле насарая. Уны Мөхәммәт пәйғәмбәргә килтерәләр. Ул: «Берәйһенән шикләнәһеңме?» – тип һорай. «Эйе, Әмирҙән», – ти ул. Пәйғәмбәр Әмирҙе саҡырып: «Ни өсөн һин уға бәрәкәт һорап доға ҡылманың? Аяҡтарыңды йыу», – ти. Әмир йыуынғас, әл-Хурар шул һыу менән ҡойона һәм сәләмәтләнә. Әгәр ҙә күҙ тейҙереүсе ҡойонорға теләмәһә, уның шәхси берәй нәмәһен – баш кейемен йәки һөлгө-һөн алырға, еүешләргә, шуның менән күҙ тейгән кешене ышҡырға кәрәк. Алла теләһә, ярҙам бирер. Күҙ тейеүҙән «Фатиха», «Аятел-Көрси», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләре уҡылыр. Көнсөллөктән дә күҙ тейергә мөмкин. Көнсөллөк – күңел сире. Көнсөл кеше башҡаларға бирелгән ниғмәттәрҙе күргәс, үҙен насар хис итә башлай һәм уларҙан шул ниғмәттәренең китеүен теләй. Бындай ке-шеләрҙән һаҡланыу юлы – «Фәләҡ» сүрәһен уҡып, Алланан ярҙам һорау. Аллаһы Тәғәләнең берәүгә биргән ниғмәтенән көнләшеү, уның юҡҡа сығыуын теләү ислам динендә Аллаһы Тәғәләнең асыуына юлығыусы хәрәм эштәрҙән һанала. Һәр бер йән эйәһе донъяға үҙ өлөшө менән килә. Кешеләргә мал-мөлкәтте, байлыҡты, һаулыҡ-сәләмәтлекте, матурлыҡты, ғилемде һәм башҡа ниғмәттәрҙе биреүсе – Аллаһы Тәғәлә. Алланың бәндәләренә биргән ниғмәттәренән көнләшеү – Алла биргән яҙмышҡа риза булмау, тигән һүҙ. Мөхәммәт бәйғәмбәр: «Ике кешенән ҡала, бер кемдән дә көнләшмәгеҙ. Беренсеһе – Аллаһы Тәғәлә бер кешегә мал, байлыҡ бирер, ул кеше шул малды изгелеккә эшләтер. Икенсеһе – Аллаһы Тәғәлә бер кешегә ғилем, хикмәт бирер һәм ул кеше шуның менән Алла ҡушҡанса йәшәр һәм башҡаларға ла өйрәтер», – тигән. Көнсөллөк – берәй кешеләге донъя һәм әхирәт ниғмәттәренең юҡҡа сығы-уын теләү. Унан ҡотолоу өсөн үҙеңдә булған ниғмәттәргә шөкөр итергә кәрәк. Күҙ теймәһен өсөн күҙе ҡаты тип белгән кешеләрҙән һаҡланырға, кешеләр һиңә, эшеңә, әйбереңә һоҡланғанда «Мәшәллаһ» тип әйтергә онотмағыҙ.