Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 13:04

Фекереңде әйт

Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты ҡала халҡының фекерен асыҡлау йәһәтенән тикшеренеүҙәр үткәрә. Был эштең маҡсаты – һәр кешенең үҙ районындағы уңайлы тормошто нисек күҙаллауына төшөнөү.

Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты ҡала халҡының фекерен асыҡлау йәһәтенән тикшеренеүҙәр үткәрә. Был эштең маҡсаты – һәр кешенең үҙ районындағы уңайлы тормошто нисек күҙаллауына төшөнөү.

Өфө – үҙенсәлекле райондары булған ҡала. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ тарихы, ландшафты, архитектураһы һәм берләшмәһе бар. Һүҙ административ бүленеш тураһында ғына түгел, ә граждандар тарафынан үҙе йәшәгән ҡаланы нисек ҡабул итеүе хаҡында ла. Өфөләге һәр кеше был райондарҙы, уларҙың ҡайҙа урынлашыуын, үҙенсәлектәрен белә – Үҙәк, Инорс, Черниковка, Затон, Нижегородка һәм башҡалар.

Йәмәғәтселек фекерен асыҡлау йәһәтенән һорау биреү саралары уҙғарыласаҡ дүрт пилот районы һайланды. Улар – Дим, Инорс, Йәшел сауҡалыҡ һәм Черниковка. Халыҡтың ярҙамы менән районды үҫтереү йүнәлеше һәм өҫтөнлөклө проекттар һайлап алына.

Ентеклерәк мәғлүмәтте уфамойгород.рф сайтынан табырға мөмкин. Бынан тыш, социаль селтәрҙә һәр район буйынса берләшмәләр бар.

28 июндә асыҡ һауалағы өс майҙансыҡта халыҡ менән йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү мәсьәләһе тикшерелә. Шулай уҡ фекер алышыуҙа күберәк кеше ҡатнашһын өсөн онлайн-тапшырыу ойошторола. Тапшырыуҙың һылтанмаһын юғарыла күрһәтелгән сайтта һәм социаль селтәрҙә табырға була.

30 июндә “Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара урбанистика форумы нигеҙендә Өфөгә арналған “түңәрәк өҫтәл” уҙғарыла.

Читайте нас: