Бик юғары тиҙлектә таралған хәүефле йоғошло сирҙәр бар. Улар эпидемия рәүешендә йәйелеп, күп кешене ауырыуға һабыштырһа ла, ваҡытында дауалана башлағанда хәүефте еңергә мөмкин. Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнөнөң маҡсаты билдәле – халыҡ араһында аңлатыу эшен ойоштороу, кешеләрҙең мәғлүмәтлелеген арттырыу.
Был иҫтәлекле көн Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан 1982 йылда булдырылды. Фтизиатрҙар, терапевтар, йәмәғәт ойошмалары ошо көндә үткәрелгән акцияларҙа, семинарҙарҙа ҡатнаша, сирҙе иҫкәртеү һәм унан һаҡланыу саралары тураһында мәғлүмәт бирә. Халыҡтың үҙ сәләмәтлегенә битарафлығын еңеү маҡсатында хәйриә ойошмалары листовка һәм буклеттар тарата, тикшеренеү үтергә, анализ бирергә саҡыра.
Сиргә ҡаршы көрәште нисек аңларға? Барыһынан элек үҙ һаулығыңа ғәмһеҙ ҡараштан ҡотолоу кәрәк. Туберкулез – донъяла иң үлемесле ауырыуҙарҙың береһе. Көн һайын ул дүрт меңдән ашыу кешене һәләк итә. Быйыл Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө “Ҡуҙғалырға ваҡыт” тигән лозунг менән үтә. Маҡсаты – донъя лидерҙарын үҙ өҫтәренә алған йөкләмәләрен тиҙерәк үтәргә мәжбүр итеү.
Мәкерле сир ул туберкулез. Йыш ҡына үпкәне зарарлай, башҡа органдарҙа ла булыуы ихтимал. Күптәр инфекцияға ауыр тормошта йәшәгәндәр, берәҙәктәр, төрмәлә ултырғандар ғына дусар була, тип уйлап тәрән яңылыша. Сөскөргәндә йәки йүткергәндә сирле кешенең ауыҙ-танауынан бүленеп сыҡҡан микобактерияларҙы һау-сәләмәт һәр кемдең йоҡтороуы ихтимал. Хәлдең ни тиклем көсөргәнешле икәнен аңлау өсөн бер нисә мәғлүмәткә иғтибар итәйек.
Планета халҡының өстән бер өлөшө йоғошло ауырыу ҡуҙғытҡысы булып тора. Йыл һайын туғыҙ миллион кеше туберкулез менән сирләй.
Йыл да донъяла ике миллион кеше ошо мәкерле сирҙән вафат була.
ВИЧ инфекциялы ауырыуҙарҙың үлемендә туберкулез төп сәбәп булып тора.
Рәсәйҙә йыл һайын 100 меңдән ашыу сир осрағы асыҡлана, 25 меңгә яҡын кеше һәләк була.
Сирҙе йоҡтороу юлдары төрлөсә. Туберкулез таяҡсаһы тын алғанда һулау менән үпкәгә ултыра һәм үрсей башлай. Ҡан ағымы менән башҡа ағзаларға, мәҫәлән, бөйөр, умыртҡа бағанаһы һәм баш мейеһенә эләгеүе ихтимал. Үпкә туберкулезы барыһынан да йоғошлораҡ. Айырыуса ауырыу менән бергә йәшәгәндә, бер бүлмәлә эшләгәндә, тығыҙ бәйләнештә булғанда, ул ҡурҡыныс. Үҙендә инфекция йөрөткән һәр кем туберкулез менән сирләй тигән һүҙ түгел.
Сирле мал-тыуар һәм ҡош-ҡорттоң да ауырыу сығанағы булыуы ихтимал. Туберкулез был саҡта һөт, йомортҡа аша йоға. Әммә уның бактериялары организмға эләккәндә лә кешенең инфекцияны йоҡтормауы ихтимал, сөнки сир күп осраҡта үтә насар көнкүреш шарттары, иммунитет түбәнәйеүе, организмда һаҡланыу көсөнөң кәмеүе һөҙөмтәһендә баш күтәрә.
Туберкулездың клиник формалары ла, билдәләре лә күп төрлө. Тәүҙә үҙен оҙаҡ ҡына һиҙҙермәүе мөмкин. Аҙаҡ хәл бөтөүе, эшкә һәләттең кәмеүе, аппетит юғалыуы, ныҡ тирләү күҙәтелә. Ауырыу ябыға, йөҙ һыҙаттары ослана, бите сирле ал төҫкә инә. Үпкә туберкулезы, ҡағиҙә булараҡ, йүткереү менән бара, ул төндә һәм иртән киҫкенләшеүе ихтимал. Өс аҙнанан да оҙаҡҡа һуҙылһа – был бик хәүефле билдә, табипҡа ашығыс рәүештә мөрәжәғәт итергә кәрәк тигән һүҙ. Үпкә туберкулезы ҡан ҡоҫоу менән ҡатмарлашыуы ла бар.
Аҙған сир оҙайлы ваҡыт һәм ныҡышмалы дауалау талап итә. Хәҙерге ваҡытта бөтә медицина күрһәтмәләрен теүәл үтәгәндә, туберкулез усаҡтарын уңалтыуы еңелерәк бара, клиник билдәләре кәмей. Әммә дауаланып сыҡҡас та “йоҡомһорап” ятҡан фиброз урындарында бактерияларҙың яңынан баш ҡалҡытыуы бар. Шуға күрә үҙҙәрен һау-сәләмәт һанаған пациенттар ҙа фтизиатрҙа иҫәптә торорға тейеш.
Владимир Путин күптән түгел “Рәсәй Федерацияһында туберкулез таралыуын иҫкәртеү тураһында”ғы Федераль Законға үҙгәрештәр индереү хаҡындағы документҡа ҡул ҡуйып, сирлеләрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау менән бергә, сәләмәт кешеләрҙең һаулығын хәстәрләүгә лә ҙур иғтибар йүнәлтте. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев: “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер граждандарҙың социаль статусы, йәшәү рәүеше һаулығын үҙаллы хәстәрләргә мөмкинлек бирмәй. Күптәрҙең дарыуҙары ла, уларҙы һатып алырға аҡсаһы ла юҡ. Закондағы яңы нормалар бындай граждандарҙың билдәләнгән талаптарҙы күҙәтеүен, тикшеренеү үтеүҙә һәм дауаланыуҙа медицина учреждениеларының булышлыҡ итеүен тәьмин итәсәк”, – тип Законға аңлатма биргәйне.
Алдынғы илдәр был зәхмәтте күптән еңеүгә өлгәште. Үкенескә ҡаршы, илебеҙҙә туберкулез менән сирләү кимәле юғары булып ҡала. “Росздравнадзор” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда үткән йылдың ғинуар – ноябрь айҙарында 1529 кешелә туберкулез асыҡланған. 2018 йыл менән сағыштырғанда, ауырыуҙар һаны 10 процентҡа артҡан тигән һүҙ.