Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 13:55

Быйылғы яҙ нимә вәғәҙә итә?

Башҡортостанда иң көслө ташҡын 1979 йылда күҙәтелгән. Ул саҡта Ағиҙел йылғаһы 10 метр самаһы күтәрелеп, бер нисә тиҫтә ауыл һәм ҡала биләмәһе һыу аҫтында ҡала. Һуңғы осорҙағы көслө һыу баҫыуҙарҙы барлаһаҡ, 2007 йылдағы ташҡынды билдәләргә була. Ул йылда Ейәнсура, Иглин, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы ра­йондары ҙур зыян күрҙе. 2008 – 2013 йылдарҙа һыу аҙ булды, ә 2014 йылдан яуын-төшөм кимәленең артыуы сәбәпле, ташҡын һыуҙарының күтәрелеүе күҙәтелде. Былтыр яуын-төшөм норманан түбәнерәк ине, һыу баҫыу хәүефе янаманы.Быйылғы яҙ нимә вәғәҙә итә?Ташҡын кимәленә ҡыш дауамында яуған ҡар, тупраҡтың туңыу тәрәнлеге, һауа температураһы һәм башҡа күренештәр йоғонто яһай. Тупраҡтың туңыуы – ул ҡыш ер ҡатламында нуль һәм унан да түбәнерәк температураның булыуы. Уның тәрәнлеге һыуҙың тупраҡҡа һеңеүенә йоғонто яһай, йәғни ер ни тиклем нығыраҡ туңһа, ирегән ҡар һыуҙары йылға-күлдәргә шул сама күберәк ағып төшә.Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы начальнигы Вилора Горохольская белде­реүенсә, үткән ҡыш республикала аномаль йылы булды. 1937 йылдан алып барылған күҙәтеүгә ярашлы, быйылғыһы 7,2 градусҡа йылыраҡ ине. Шуға күрә йылғаларҙа боҙ ҡалынлығы ла, элекке йылдар менән сағыштырғанда, 10-дан 35 сантиметрға тиклем йоҡараҡ. Тупраҡ туңыу тәрәнлеге лә башҡа йылдарҙағынан сағыштырмаса түбәнерәк.– Барыһы ла яҙҙың нисек килеүенән тора. Кинәт иретһә, йыйылған боҙ һыуҙың ағышына кәртә булып, ауыл һәм ҡала ерҙәрен һыу баҫыуы ихтимал. Быйыл, күҙаллауҙар буйынса, йылғалар ғәҙәттәгенән 8 – 13 көнгә иртәрәк асыласаҡ. Яҙғы ташҡын күләменең норманан 30-ҙан 160 сантиметрға тиклем күберәк булыуы көтөлә. Ағиҙелдә һәм Ҡариҙелдә һыуҙың максималь кимәле норманан 10 процентҡа юғарыраҡ булыр тип күҙаллана. Стәр­летамаҡ, Өфө, Бөрө ҡалаларының түбәндә урынлашҡан ер майҙандарын һыу баҫыуы бар, – тип сығыш яһаны Вилора Горохольская БР Хөкүмәтендә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә.Ғәҙәттә, тәүлек әйләнәһендәге уртаса температура нуль билдәһендә йәки унан юғарыраҡ булһа, ныҡлап иретә башлай. Март аҙаҡтарында һауа торошоноң йылыныуы көтөлә, йылғалар ҙа шул ваҡытта “уянасаҡ” тип фараз итә метеорологтар.Башгидрометүҙәктең күҙаллауҙары авиация ярҙамында ҡарҙың ҡалынлығын билдәләгән гамма-күсермә күрһәткестәренә таянып эшләнәсәк һәм ҙур һыу осороноң нисек үтәсәген ярайһы уҡ аныҡ билдәләргә мөмкинлек бирәсәк. Был алым, һуңғы йылдар дауамында ҡулланылып, юғары һөҙөмтәле булыуын күрһәтте. Эштәр географияһы тағы ла киңәйҙе: элек Ағиҙел йылғаһы бассейны ғына тикшерелһә, 2017 йылдан Урал йылғаһы бассейнында ла гамма-күсермә яһала башланы. Республикала ҡар ҡатламындағы һыу запасын билдәләү быға тиклем Башгидрометүҙәк станцияларында ҡулдан үлсәү юлы менән башҡарыла ине, әммә был ысул менән бөтә урындарҙы ла тикшереү мөмкин түгел, бигерәк тә ҡар ҡатламы тәрән булған таулы-урманлы төбәктәр ситтә ятып ҡала. Авиация ярҙамында яһалған гамма-күсермә яҙғы ташҡын башланғанға тиклем үк ҡарҙағы һыу ҡатламын аныҡ билдәләргә ярҙам итә. Кемдәргә хәүеф янай?БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, быйыл ҡар ҡатламында һыу запасы аҙыраҡ булһа ла, йылғаларҙың “сюрприз” эшләүе ихтимал. Әгәр ҙә кинәт йылытһа, ер ирегән ҡарҙы тиҙ генә һеңдереп өлгөрмәйәсәк, шул сәбәпле һыу кимәленең ныҡ күтәрелеүе ихтимал. Ташҡын үтә көслө булған осраҡта, республиканың 257 ауыл һәм ҡала биләмәһен һыу баҫыу ҡурҡынысы бар. Унда 80 меңдән ашыу кеше йәшәй. Иң ҙур хәүеф, әлбиттә, йылғаларға, һыу һаҡлағыстарға яҡын уйһыу ерҙәрҙә урынлашҡан ауыл-ҡалаларға янай. Әммә бығаса бер ҡасан да ташмаған бәләкәй йылғалар ҙа ярҙарынан сығыуы ихтимал, шуға күрә һәр ҡайһыбыҙға уяу булыу зарур. Һуңғы биш йылды алып ҡараһаҡ, һыубаҫар төбәктәр тип Белорет һәм Йәрмәкәй райондарын, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларын әйтергә була. Хәүефле биләмәләрҙең тулы исемлеге БР Хөкүмәтенең 2013 йылдың 30 ғин­уарында ҡабул ителгән “Гидрологик һәм гидродинамик күренештәр һәм процестар һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республика­һында һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған ауыл һәм ҡалалар реестрын раҫлау тураһын­да”ғы ҡарарында бирелгән. Был документты интернетта ла табырға мөмкин. Реестр йыл һайын үҙгәреп тора.Һыуҙың яҡын булыуы – ташҡын ҡур­ҡынысы өсөн төп сәбәп, әммә башҡа хәүеф факторҙары ла етерлек. Мәҫәлән, йылға­ларҙағы тығын, һыу канауҙарының төҙөк булмауы ла хәлде ҡатмарлаштырып ебәреүе ихтимал. Шуға күрә йәй, көҙ миҙгелдәрендә һыу ятҡылыҡтарының төбөн, йылғаларҙың үҙәнен таҙарталар, ярҙарҙы нығыталар, һыу үткәргес ҡоролмаларын тикшерәләр. Ташҡын алдынан быуаларҙағы һыуҙы ағыҙалар.Шәхси секторҙа йәшәгән кешеләргә йорт янындағы һыу канауҙарын боҙҙан, сүп-сарҙан таҙартып ҡуйыу зарур. Бурыстарҙың үтәлеше ниндәй кимәлдә?Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лы­ғының БР буйынса Баш идаралығы мәғлү­мәттәренә ярашлы, Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү берҙәм дәү­ләт сис­темаһының Башҡортостан территориаль ярҙамсы системаһы яҙғы ташҡын мәленә тулыһынса әҙер. Улар иҫәбенә профессио­наль ҡотҡарыусылар, штаттан тыш авария-ҡотҡарыу, коммуналь һәм башҡа хеҙмәт­тәрҙең авария-тергеҙеү бүлексәләре инә.Ташҡын торошон йыһандан, һауанан һәм ерҙән күҙәтәсәктәр. Республика биләмәһендәге һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған урындарҙы даими контролдә тотоу өсөн пилотһыҙ осҡан аппараттар ҡул­ланыласаҡ. Йылғаларҙа урынлаштырылған гидропостар ҙа тәүлегенә дүрт тапҡыр уларҙың торошо хаҡында мәғлүмәт бирә.Хәүефте кәметеү маҡсатында ҡотҡа­рыусылар ҡайһы бер райондарҙа Ағиҙел йылғаһының боҙон бысыу менән шөғөл­ләнәсәк, күмер һибеп, боҙ ҡатламының иреүен тиҙләтеү эше лә башҡарыласаҡ. Тығындар барлыҡҡа килһә, шартлатыу­сыларҙы йәлеп итәсәктәр, ошо маҡсатта етерлек шартлатҡыс матдә әҙерләнгән. – Әлегә 257 биләмәнән тыш, шулай уҡ биш иҡтисад объектының һәм социаль әһәмиәткә эйә бер объекттың ташҡындан зыян күреүе ихтимал. Әле был исемлеккә ингән биләмәләрҙә һәм объекттарҙа әҙерлек эштәре алып барыла. Ҡотҡарыусылар төркөмөѳ төҙөлгән, унда 12 мең хеҙмәткәр инә, шулай уҡ 3,1 берәмек техника һәм 124 йөҙөү ҡорамалы әҙерләнгән. 99 мең кешене һыйҙырырлыҡ ваҡытлыса ҡабул иткән 489 пункт хәстәрләнгән.Боҙ тығындары барлыҡҡа килеү осрағына 41 кешенән һәм 14 берәмек техниканан торған ете шартлатыу командаһы булдырылған. Республикала бындай 31 төбәк иҫәпләнә: Архангел, Белорет, Бөрө, Благовещен, Бөрйән, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Салауат, Стәрлебаш, Учалы, Саҡмағош һәм Шишмә райондарында, шулай уҡ Октябрьский, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, – тип хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының БР буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов.БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров бәйән итеүенсә, ведомство тарафынан гидротехник сараларҙың ташҡынға әҙерлеген тикшереү буйынса күнекмәләр уҙғарыла, йылғаларҙың ярҙарын нығытыу, үҙәндәрен таҙартыу эше башҡарыла, гидротехник ҡоролмалар капиталь ремонтлана.Нисек хәбәр ителәсәк?Ташҡын булған осраҡта СМС-хәбәр, телевидение, радио һәм башҡа саралар аша мәғлүмәт еткерәсәктәр. Шулай уҡ сиреналар ҡулланыласаҡ. Халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа рекламалы экрандар, плазмалы панелдәр ярҙамында мәғлүмәт тапшыра­саҡтар. Янғын, “Ашығыс ярҙам”, полиция хеҙмәте автомобилдәренә ҡуйылған тауыш көсәйткестәр ҙә ҡулланыласаҡ. Шәхси секторҙарҙа өй беренсә йөрөп, “Иғтибар! Ташҡын!” тигән иҫкәрмәләр таратыласаҡ. Ташҡын хаҡында ҡыңғырауҙар ярҙа­мында ла хәбәр итәсәктәр. Ошо хаҡта Рус православие сиркәүенең Өфө епархияһы менән БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты араһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Был яңылыҡ СМС-хәбәр, сирена кеүек ғәҙәти хәбәр итеү саралары бөтә халыҡҡа ла барып етә алмаған урындар өсөн көнүҙәк һәм мәғлүмәт еткереү даирәһен бермә-бер арттырасаҡ. Шәхси мөлкәт зыян күрһә...Нисек кенә булмаһын, ташҡындың шәхси мөлкәткә зыян килтереү ихтималлығы ҙур. Юғалтыуҙан һаҡланыуҙың берҙән-бер ысулы – страховкалау. “Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, республикалағы торлаҡтың яртыһы ауыл биләмәләренә, йәғни шәхси йорттар иҫәбенә тура килә. Страховка компаниялары белдереүенсә, уларҙың дүрттән бер өлөшө генә страховкаланған.Төп сәбәп икәү. Беренсеһе – битараф­лыҡ, ул күптәргә хас сифат. Тәбиғәт ҡаза­лары, янғындар һөҙөмтәһендә торлаҡҡа, мөлкәткә килтерелгән зыянды күпселек граждандар дәүләт ҡапларға тейеш тип һанай. Икенсе сәбәп – бәлә мине урап үтер тип өмөтләнеү.Зыян күреүселәр ниндәй ярҙамға иҫәп тота ала?Ташҡын осоронда республиканың ташҡын хәүефе янаған райондарында оператив төркөмдәр эшләйәсәк.* Ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл урынына кисекмәҫтән килеп етергә һәм һыу баҫҡан биләмәлә ҡалған кешеләрҙе эвакуацияларға тейеш.* Әгәр бәләгә тарыусы өйөнән, сарҙаҡҡа сыға алмаһа, махсус ҡайыштар, арҡандар ҡулланыла, юлды ҡаплаған емереклектәр таҙартыла.* Кәрәк булһа, шунда уҡ беренсе ярҙам күрһәтелә.* Һыу баҫҡан урындағы халыҡты махсус техника менән ваҡытлыса ҡабул итеү пункттарына илтәләр, улар мәҙәниәт йорттарында, ятаҡтарҙа, мәктәптәрҙә, шифаханаларҙа урынлаша. Урындағы хакимиәт халыҡты ҡуныр урын, аҙыҡ-түлек, эсәр һыу, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә тейеш. Был эштәргә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия етәкселек итә. Уның тарафынан күпме урын, ниндәй әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар кәрәклеге тураһында заявка әҙерләнә.

Башҡортостанда иң көслө ташҡын 1979 йылда күҙәтелгән. Ул саҡта Ағиҙел йылғаһы 10 метр самаһы күтәрелеп, бер нисә тиҫтә ауыл һәм ҡала биләмәһе һыу аҫтында ҡала. Һуңғы осорҙағы көслө һыу баҫыуҙарҙы барлаһаҡ, 2007 йылдағы ташҡынды билдәләргә була. Ул йылда Ейәнсура, Иглин, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы ра­йондары ҙур зыян күрҙе. 2008 – 2013 йылдарҙа һыу аҙ булды, ә 2014 йылдан яуын-төшөм кимәленең артыуы сәбәпле, ташҡын һыуҙарының күтәрелеүе күҙәтелде. Былтыр яуын-төшөм норманан түбәнерәк ине, һыу баҫыу хәүефе янаманы.

Быйылғы яҙ нимә вәғәҙә итә?

Ташҡын кимәленә ҡыш дауамында яуған ҡар, тупраҡтың туңыу тәрәнлеге, һауа температураһы һәм башҡа күренештәр йоғонто яһай.

Тупраҡтың туңыуы – ул ҡыш ер ҡатламында нуль һәм унан да түбәнерәк температураның булыуы. Уның тәрәнлеге һыуҙың тупраҡҡа һеңеүенә йоғонто яһай, йәғни ер ни тиклем нығыраҡ туңһа, ирегән ҡар һыуҙары йылға-күлдәргә шул сама күберәк ағып төшә.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы начальнигы Вилора Горохольская белде­реүенсә, үткән ҡыш республикала аномаль йылы булды. 1937 йылдан алып барылған күҙәтеүгә ярашлы, быйылғыһы 7,2 градусҡа йылыраҡ ине. Шуға күрә йылғаларҙа боҙ ҡалынлығы ла, элекке йылдар менән сағыштырғанда, 10-дан 35 сантиметрға тиклем йоҡараҡ. Тупраҡ туңыу тәрәнлеге лә башҡа йылдарҙағынан сағыштырмаса түбәнерәк.

– Барыһы ла яҙҙың нисек килеүенән тора. Кинәт иретһә, йыйылған боҙ һыуҙың ағышына кәртә булып, ауыл һәм ҡала ерҙәрен һыу баҫыуы ихтимал.

Быйыл, күҙаллауҙар буйынса, йылғалар ғәҙәттәгенән 8 – 13 көнгә иртәрәк асыласаҡ. Яҙғы ташҡын күләменең норманан 30-ҙан 160 сантиметрға тиклем күберәк булыуы көтөлә. Ағиҙелдә һәм Ҡариҙелдә һыуҙың максималь кимәле норманан 10 процентҡа юғарыраҡ булыр тип күҙаллана. Стәр­летамаҡ, Өфө, Бөрө ҡалаларының түбәндә урынлашҡан ер майҙандарын һыу баҫыуы бар, – тип сығыш яһаны Вилора Горохольская БР Хөкүмәтендә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә.

Ғәҙәттә, тәүлек әйләнәһендәге уртаса температура нуль билдәһендә йәки унан юғарыраҡ булһа, ныҡлап иретә башлай. Март аҙаҡтарында һауа торошоноң йылыныуы көтөлә, йылғалар ҙа шул ваҡытта “уянасаҡ” тип фараз итә метеорологтар.
Башгидрометүҙәктең күҙаллауҙары авиация ярҙамында ҡарҙың ҡалынлығын билдәләгән гамма-күсермә күрһәткестәренә таянып эшләнәсәк һәм ҙур һыу осороноң нисек үтәсәген ярайһы уҡ аныҡ билдәләргә мөмкинлек бирәсәк. Был алым, һуңғы йылдар дауамында ҡулланылып, юғары һөҙөмтәле булыуын күрһәтте. Эштәр географияһы тағы ла киңәйҙе: элек Ағиҙел йылғаһы бассейны ғына тикшерелһә, 2017 йылдан Урал йылғаһы бассейнында ла гамма-күсермә яһала башланы.

Республикала ҡар ҡатламындағы һыу запасын билдәләү быға тиклем Башгидрометүҙәк станцияларында ҡулдан үлсәү юлы менән башҡарыла ине, әммә был ысул менән бөтә урындарҙы ла тикшереү мөмкин түгел, бигерәк тә ҡар ҡатламы тәрән булған таулы-урманлы төбәктәр ситтә ятып ҡала. Авиация ярҙамында яһалған гамма-күсермә яҙғы ташҡын башланғанға тиклем үк ҡарҙағы һыу ҡатламын аныҡ билдәләргә ярҙам итә.

Кемдәргә хәүеф янай?

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, быйыл ҡар ҡатламында һыу запасы аҙыраҡ булһа ла, йылғаларҙың “сюрприз” эшләүе ихтимал. Әгәр ҙә кинәт йылытһа, ер ирегән ҡарҙы тиҙ генә һеңдереп өлгөрмәйәсәк, шул сәбәпле һыу кимәленең ныҡ күтәрелеүе ихтимал.

Ташҡын үтә көслө булған осраҡта, республиканың 257 ауыл һәм ҡала биләмәһен һыу баҫыу ҡурҡынысы бар. Унда 80 меңдән ашыу кеше йәшәй. Иң ҙур хәүеф, әлбиттә, йылғаларға, һыу һаҡлағыстарға яҡын уйһыу ерҙәрҙә урынлашҡан ауыл-ҡалаларға янай. Әммә бығаса бер ҡасан да ташмаған бәләкәй йылғалар ҙа ярҙарынан сығыуы ихтимал, шуға күрә һәр ҡайһыбыҙға уяу булыу зарур. Һуңғы биш йылды алып ҡараһаҡ, һыубаҫар төбәктәр тип Белорет һәм Йәрмәкәй райондарын, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларын әйтергә була. Хәүефле биләмәләрҙең тулы исемлеге БР Хөкүмәтенең 2013 йылдың 30 ғин­уарында ҡабул ителгән “Гидрологик һәм гидродинамик күренештәр һәм процестар һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республика­һында һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған ауыл һәм ҡалалар реестрын раҫлау тураһын­да”ғы ҡарарында бирелгән. Был документты интернетта ла табырға мөмкин. Реестр йыл һайын үҙгәреп тора.

Һыуҙың яҡын булыуы – ташҡын ҡур­ҡынысы өсөн төп сәбәп, әммә башҡа хәүеф факторҙары ла етерлек. Мәҫәлән, йылға­ларҙағы тығын, һыу канауҙарының төҙөк булмауы ла хәлде ҡатмарлаштырып ебәреүе ихтимал. Шуға күрә йәй, көҙ миҙгелдәрендә һыу ятҡылыҡтарының төбөн, йылғаларҙың үҙәнен таҙарталар, ярҙарҙы нығыталар, һыу үткәргес ҡоролмаларын тикшерәләр. Ташҡын алдынан быуаларҙағы һыуҙы ағыҙалар.

Шәхси секторҙа йәшәгән кешеләргә йорт янындағы һыу канауҙарын боҙҙан, сүп-сарҙан таҙартып ҡуйыу зарур.

Бурыстарҙың үтәлеше ниндәй кимәлдә?

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лы­ғының БР буйынса Баш идаралығы мәғлү­мәттәренә ярашлы, Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү берҙәм дәү­ләт сис­темаһының Башҡортостан территориаль ярҙамсы системаһы яҙғы ташҡын мәленә тулыһынса әҙер. Улар иҫәбенә профессио­наль ҡотҡарыусылар, штаттан тыш авария-ҡотҡарыу, коммуналь һәм башҡа хеҙмәт­тәрҙең авария-тергеҙеү бүлексәләре инә.

Ташҡын торошон йыһандан, һауанан һәм ерҙән күҙәтәсәктәр. Республика биләмәһендәге һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған урындарҙы даими контролдә тотоу өсөн пилотһыҙ осҡан аппараттар ҡул­ланыласаҡ. Йылғаларҙа урынлаштырылған гидропостар ҙа тәүлегенә дүрт тапҡыр уларҙың торошо хаҡында мәғлүмәт бирә.

Хәүефте кәметеү маҡсатында ҡотҡа­рыусылар ҡайһы бер райондарҙа Ағиҙел йылғаһының боҙон бысыу менән шөғөл­ләнәсәк, күмер һибеп, боҙ ҡатламының иреүен тиҙләтеү эше лә башҡарыласаҡ. Тығындар барлыҡҡа килһә, шартлатыу­сыларҙы йәлеп итәсәктәр, ошо маҡсатта етерлек шартлатҡыс матдә әҙерләнгән.

– Әлегә 257 биләмәнән тыш, шулай уҡ биш иҡтисад объектының һәм социаль әһәмиәткә эйә бер объекттың ташҡындан зыян күреүе ихтимал. Әле был исемлеккә ингән биләмәләрҙә һәм объекттарҙа әҙерлек эштәре алып барыла.
Ҡотҡарыусылар төркөмөѳ төҙөлгән, унда 12 мең хеҙмәткәр инә, шулай уҡ 3,1 берәмек техника һәм 124 йөҙөү ҡорамалы әҙерләнгән. 99 мең кешене һыйҙырырлыҡ ваҡытлыса ҡабул иткән 489 пункт хәстәрләнгән.

Боҙ тығындары барлыҡҡа килеү осрағына 41 кешенән һәм 14 берәмек техниканан торған ете шартлатыу командаһы булдырылған. Республикала бындай 31 төбәк иҫәпләнә: Архангел, Белорет, Бөрө, Благовещен, Бөрйән, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Салауат, Стәрлебаш, Учалы, Саҡмағош һәм Шишмә райондарында, шулай уҡ Октябрьский, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, – тип хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының БР буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов.

БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров бәйән итеүенсә, ведомство тарафынан гидротехник сараларҙың ташҡынға әҙерлеген тикшереү буйынса күнекмәләр уҙғарыла, йылғаларҙың ярҙарын нығытыу, үҙәндәрен таҙартыу эше башҡарыла, гидротехник ҡоролмалар капиталь ремонтлана.

Нисек хәбәр ителәсәк?

Ташҡын булған осраҡта СМС-хәбәр, телевидение, радио һәм башҡа саралар аша мәғлүмәт еткерәсәктәр. Шулай уҡ сиреналар ҡулланыласаҡ. Халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа рекламалы экрандар, плазмалы панелдәр ярҙамында мәғлүмәт тапшыра­саҡтар. Янғын, “Ашығыс ярҙам”, полиция хеҙмәте автомобилдәренә ҡуйылған тауыш көсәйткестәр ҙә ҡулланыласаҡ. Шәхси секторҙарҙа өй беренсә йөрөп, “Иғтибар! Ташҡын!” тигән иҫкәрмәләр таратыласаҡ.

Ташҡын хаҡында ҡыңғырауҙар ярҙа­мында ла хәбәр итәсәктәр. Ошо хаҡта Рус православие сиркәүенең Өфө епархияһы менән БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты араһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Был яңылыҡ СМС-хәбәр, сирена кеүек ғәҙәти хәбәр итеү саралары бөтә халыҡҡа ла барып етә алмаған урындар өсөн көнүҙәк һәм мәғлүмәт еткереү даирәһен бермә-бер арттырасаҡ.

Шәхси мөлкәт зыян күрһә...

Нисек кенә булмаһын, ташҡындың шәхси мөлкәткә зыян килтереү ихтималлығы ҙур. Юғалтыуҙан һаҡланыуҙың берҙән-бер ысулы – страховкалау. “Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, республикалағы торлаҡтың яртыһы ауыл биләмәләренә, йәғни шәхси йорттар иҫәбенә тура килә. Страховка компаниялары белдереүенсә, уларҙың дүрттән бер өлөшө генә страховкаланған.

Төп сәбәп икәү. Беренсеһе – битараф­лыҡ, ул күптәргә хас сифат. Тәбиғәт ҡаза­лары, янғындар һөҙөмтәһендә торлаҡҡа, мөлкәткә килтерелгән зыянды күпселек граждандар дәүләт ҡапларға тейеш тип һанай. Икенсе сәбәп – бәлә мине урап үтер тип өмөтләнеү.

Зыян күреүселәр ниндәй ярҙамға иҫәп тота ала?

Ташҡын осоронда республиканың ташҡын хәүефе янаған райондарында оператив төркөмдәр эшләйәсәк.

* Ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл урынына кисекмәҫтән килеп етергә һәм һыу баҫҡан биләмәлә ҡалған кешеләрҙе эвакуацияларға тейеш.

* Әгәр бәләгә тарыусы өйөнән, сарҙаҡҡа сыға алмаһа, махсус ҡайыштар, арҡандар ҡулланыла, юлды ҡаплаған емереклектәр таҙартыла.

* Кәрәк булһа, шунда уҡ беренсе ярҙам күрһәтелә.

* Һыу баҫҡан урындағы халыҡты махсус техника менән ваҡытлыса ҡабул итеү пункттарына илтәләр, улар мәҙәниәт йорттарында, ятаҡтарҙа, мәктәптәрҙә, шифаханаларҙа урынлаша.

Урындағы хакимиәт халыҡты ҡуныр урын, аҙыҡ-түлек, эсәр һыу, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә тейеш. Был эштәргә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия етәкселек итә. Уның тарафынан күпме урын, ниндәй әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар кәрәклеге тураһында заявка әҙерләнә.
Читайте нас: