

Ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтарын йыя, йәшәгән еребеҙҙе таҙалыҡта тоторға ҡасан өйрәнербеҙ...Был — көнүҙәк мәсьәлә. Ҡайһы бер кешеләрҙең тирә-яҡҡа, башҡаларға ҡарата ихтирамһыҙлығы, мәҙәниәтһеҙлеге иҫтәрҙе китәрә.
Яҙ етте. Ҡар әрселеү менән умырзаялар ғына түгел, ә ҡыш буйы йыйылған ҡыйҙар ҙа “ҡалҡа” башланы.
Яңыраҡ районыбыҙ ауылдарының береһендә ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу майҙансығында һыйыр башын ҡалдырып киткәндәр. Уны эт йәки төлкө юл уртаһына сығарған ахырыһы.
Һорауҙар тыуа. Мал башын йылы көндәр еткәнсе эшкәртмәй ниңә һаҡларға? Берәйһенә һатырға йә бушлай бирергә булмай инеме? Ни өсөн уны ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу контейнерына ырғытырға?
Мал башы, тояғы, үлгән ҡош-ҡорт — биологик ҡалдыҡ. Белгестәр әйтеүенсә, улар экология һәм кешеләр өсөн етди хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә ғәҙәти көнкүреш сүп-сарҙары контейнер майҙансыҡтарында ҡалдырырға ярамай. Өҫтәүенә был төр ҡалдыҡтарҙы ябай сүп-сар ташыусы машиналарҙа ташыу мөмкин түгеллеген дә иҫтә тоторға кәрәк.
Органика тарҡалғанда бактериялар әүҙем үрсей, көслө токсиндар барлыҡҡа килә һәм тәү сиратта, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән туранан-тура эшләгән хеҙмәткәрҙәр хәүеф аҫтында ҡала.
Биологик ҡалдыҡтар әйләнеше РФ ҡануниәтендә айырым акттар менән көйләнә. Мәҫәлән, ошондай ҡалдыҡтарҙы күсереү, һаҡлау, эшкәртеү һәм утилләштереүҙең Ветеринар ҡағиҙәләре менән.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — ауыл чатынан.