Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Стәрлетамаҡ – боронғо сауҙагәрлек ҡалаһы. Бында әле XVIII быуатта уҡ, әлеге урында тоҙ пристаны булғанда ҙур сауҙа юлдары киҫешкән, килемле нөктә булған. Бөгөн иһә Стәрлетамаҡ республикабыҙҙың сәнәғәт өлкәһендә алға киткән, иҡтисади яҡтан үҫешкән, яҡшы йолалары булған, яҡты, көслө ҡалаларының береһе! Артабан да үҙебеҙҙең яҡтан уның үҫешенә булышлыҡ итәсәкбеҙ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында бишенсе тапҡыр ойошторолған “Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале республикабыҙҙың мәҙәни һәм туристик календарындағы иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе булды. Унда республикабыҙҙың район-ҡалаларынан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә ҡунаҡтар күп килде.
Стәрлетамаҡ – үҙ тарихын һанлаған, хәтерҙә тотҡан ҡала. Революцияға тиклем ҡаланы үҫтереүҙә тап сауҙагәрҙәр төп көстө тәшкил иткән, ти ойоштороусылар. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторолған байрамға атама тап шул айҡанлы һайланған.
Башҡортостандың һәм Бөтә Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм берҙәмлек, күп милләтле дуҫлыҡ байрамы тамырҙары менән тарихыбыҙҙың төпкөлөнә барып тоташа. Был сара сиктәрендә үткән “Тыныслыҡ урамында” төбәк фольклор фестивале лә балҡып торҙо. Районыбыҙҙың Ҡыҙыл Еҙем ауылынан “Цвет-калина” фольклор ансамбленә ошо байрам тантанаһын асыу хөрмәте тейҙе.
Коллективтың киң программаһы: тыуған ауылының быуындан-быуынға һаҡсыл тапшырылған боронғо йырҙары, ялҡынлы таҡмаҡтары, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән йыйылған үҙенсәлекле халыҡ көйҙәре һәм Ҡыҙыл Еҙемдең дәртле көнкүреш бейеүҙәре, ысын мәғәнәһендә, төҫтәр һәм тауыштар балҡышына әйләнде. Артистарҙың иҫтә ҡалырлыҡ сығышы менән һоҡланған тамашасылар ихтирам һәм көслө алҡыштар бүләк итте. Беҙҙең ансамбль был мәртәбәле фестивалдең лауреаты исеменә лайыҡ булды.
Йәнә урындағы етештереүселәр, фермерҙар алып килгән тәбиғи һый-ниғмәттәрҙе тәмләп ҡарау, йәрминкәлә төрлө әйберҙәр һатып алыу, ҡала буйынса экскурсияла йөрөү, махсус туристик майҙансыҡ күңелдәргә хуш килде.
“Цвет-калина” төркөмө исеменән “Сауҙагәр 2.0”ҙе ойоштороусыларға беҙҙе саҡырғандары һәм был мөһим ваҡиғаның бер өлөшө булып, ижад офоҡтарын киңәйтеү мөмкинлеге бүләк иткәндәре өсөн ихлас күңелдәнйылы һүҙҙәр еткерәбеҙ. Районыбыҙҙың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Салауат Риваль улы Әбделмәновҡа сәфәрҙе камил ойошторғаны һәм беҙҙе шәхси оҙатып йөрөүе өсөн айырым рәхмәт белдерәбеҙ.
Елена Марахотина,
“Цвет-Калина” фольклор ансамбле етәксеһе.
Ҡыҙыл Еҙем ауылы.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.