Быйыл беҙзең Абҙан ауыл хакимиәте башлығы Айнур Хәсәнов та ошондай оло бурысты атҡарырға йөрьәт итте. Ысынлап та, ул был ҡыйыу аҙым үҙен шул тиклем аҡлар, тип, бәлки уйламағандыр ҙа. Ниһайәт, Башҡортостан «Юлдаш» радиоһы, телевидение журналистары был ауылдың көнитмешенә иғтибарын йүнәлтте. Күмәкләгән яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле. Мәктәп, мәҙәниәт усағы, депутаттар ярҙамында һәүетемсә генә тормошҡа йән өрөлдө.
Ауылдың бөгөнгөһө генә түгел, үткәне лә фәһемле тарихлы бит. Тапшырыуҙа сығыш яһаусылар (форсаттан файҙаланып) ыңғай күренештәр, ҡалыплашҡан йолалар, спорт саралары һәм башҡалар хаҡында бәйән итергә тырышты.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтҡан Миңләхмәт Рәхмәтуллиндың тол ҡатыны 90-ға етеп килгән Ғәтифә апайҙың сығышын тыңлау ҙа ҙур ғорурлыҡ уята. Ете балаһын уҡытып кеше итергә тырышҡан улар. Һөҙөмтәлә бишәүһе — юғары, икеһе — урта махсус белемгә эйә булып, әлеге көндә республикабыҙҙың төрлө тарафтарында намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Күптәре хөкүмәт һәм дәүләт наградаларына эйә.
Ауыл хакимиәте башлығы Айнур Хәсәновтың, мәктәп директоры Наза Йосопованың, мәғәриф ветераны Ләлә Фәйзуллинаның, музей етәксеһе Рәүеф Рәхмәтуллиндың һәм башҡаларҙың сығышында тәрән дөрөҫлөк тә, тыуған ауылдың данлы тарихы менән ғорурланыу ҙа, киләсәк быуынға оло өмөт бағлау ҙа сағылыш тапҡан.
Ысынлап та, Абҙандың элекке абруйын ҡайтарыу юлында эшләнәһе эштәр байтаҡ әле. Свердлов исемендәге колхозда ең һыҙғанып, ҡара тире түгелгәнсе эшләгән ауылдаштарыбыҙҙың күбеһе орден-миҙалдарға лайыҡ булды. Колхоз рәйесе Абдулла Абдрахманов, партком секретары Сәлимйән Аҡбаев, механизаторҙар Риф Ҡилмөхәмәтов, Ғәлинур Лоғаманов, Мәхмүт Зәйетҡолов, Мәҡсүт Шәрәфетдинов, һауынсылар һәм мал ҡараусылар Үлмәҫбикә Әлибаева, Миңлебикә Йәрмөхәмәтова, Миңнур Әбдрәфиҡова, Рәхмәтулла Иманғәлин һәм башҡалар күкрәген «Почет билдәһе», «Октябрь революцияһы», «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ», «Хеҙмәт даны»һәм башҡа ордендар биҙәне. Рәмзиә Хәсәнова РФ һәм БР-ҙың, Әнисә Иманғәлина БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Күп бала үҫтергән «Герой Әсә»ләребеҙ ҙә бихисап.
40 йылдан ашыу медицина өлкәһендә эшләп, ауылдаштарының һаулығын ҡайғыртыусы Зәйтүнә Мусина, ошо ауылда тыуып үҫеп, намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, хаҡлы ялға сыҡҡан, иманлы Райхана Бикбулатова, ауылыбыҙҙың имам-хатибы Рәүеф Кинйәғолов, уҡытыусылар Фәрүәз Рәхмәтуллина, Фидәлиә Кинйәғолова, мәғарифта ла, мәҙәниәттә өлкәһендә лә берҙәй йөҙөп йөрөп эшләгән Факиһа Дәүләнова, тормош иптәштәренең вафатынан һуң, итәк тулы бала менән ҡалып, уларҙы кеше итеү өсөн тырышҡан Мәрүә Фәйзуллина һәм Динә Ҡилмөхәмәтова (сәхнәлә йырлап, бейеп йөрөйҙәр), район үҙәгендә рус мөхитендә үҫеп тә туған теле — башҡорт телендә ярайһы уҡ матур итеп аралашҡан йәш фермер Илнур Йосоповтың сығышында көндәлек тормоштағы ысын дөрөҫлөк ярылып ята.
Әлбиттә, тәрәнгәрәк төшөп, мәктәп тарихын асыу ҙа мәғлүмәтте байытып ебәрер ине. Беҙҙәге уҡытыусылар династияһы Регина һәм Хисаметдин Искәндәровтар, Фәриҙә һәм Ғәли Назаровтар, Ләлә һәм Рәис Фәйзуллиндар, Мәрйәм һәм Хәләф Ғафаровтар, Хәлиҙә Сәфәрғәлина, Зияҙа Бикбулатова, Гөлназ Ҡинйәғолова, Хәнә Шиһабетдинова, Хәлисә Кинйәғолова, Нәйлә Аҡбаева, Нәсиә Йосопова, Мөслимә Ҡилмөхәмәтова һәм башҡалар хаҡында айырым бер тапшырыу ғына түгел, ә китап яҙыу ҙа — бай мәғлүмәтте киләсәк быуынға еткереү юлында бер аҙым булыр ине.
Бөйөк Ватан һуғышы, Афған, Чечен хәрби бәрелешендәге яугирҙарыбыҙ хаҡында ла белергә тейеш йәш быуын.
Бер һүҙ менән әйткәндә, үткәндәр һәм бөгөнгө көн менән генә йәшәу зарур түгел, киләсәктә балаларыбыҙ, ейән-ейәнсэрҙәребеҙ тыуған илем, халҡым, телем, тип йән атһын өсөн үҙ тарихын яҡшы белергә тейеш.
Халҡыбыҙҙа: «Таратһаң — аҙая, йыйһаң — күбәйә» тигән бик фәһемле мәҡәл бар. Абҙан ауыл биләмәһенең үткәне һәм бөгөнгөһө, башҡарылған эштәр хаҡындағы мәғлүмәт, әлбиттә, бер тапшырыу эсенә генә һыйып бөтмәй. Ә шулай ҙа Абҙандар Архангел районының бер данлы битен аса алдылар, минеңсә.
педагогик хеҙмәт ветераны.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.