Ҡышын яуған ямғырҙы аңламайым
Сүкей ерҙе һәр бер тамсыһы.
Нимә уйлап ерҙе борсой икән
Яҙҙың микән уҫал ҡамсыһы?
Күктә ҡояш. Уның нурҙарында.
Ямғыр мең төҫ менән балҡыны.
Был ямғырҙан рәхәтлек тапманым
Тик тоямын ҡыштың һалҡынын.
Ҡышҡы ямғыр барыбер бер мөғжизә
Яҙым әле күпме ашҡынһа ла
Ҡыш үҙ һүҙле, ҡуйыр кәртәләр.
Күп ғазаптар аша килгән ямғыр
Саф булһа ла, түгел яғымлы.
Күрергә тип килдем урманыма
Бүлешергә серен, уйҙарын.
Һалҡын ямғыр боҙ-ҡалҡанға төргән
Ағастарҙың зифа буйҙарын.
Эргәмдәһең, ә мин һағынам
Дегет ҡара, ҡуйы тулҡын сәсең…
Гел тораһың шулай ҡаршымда
Һөйәһеңме, һөймәйһеңме мине
Ниндәй уйҙар йөрөй башыңда?
Ҡуйы сәстәреңде һирпеп ташлап,
Йырлай инең шулай өҙөлөп.
Бөгөн сәстәрең юҡ, башың ялтыр
Ҡояш торған кеүек гел көлөп.
Мин барыбер ғашиҡ инде һиңә
Ҡуйы сәсең минең бәхеткә.
Һин күтәрҙең минең хистәремде
Бейектәрҙән бейек тәхеткә.
Баштарыңдан һыйпап үбәм әле
Таң елдәре кеүек иркәләп.
Минең шатлыҡтарым һинеке ул
Йәшәү насип булһын иркенләп.
Мин мөкиббән йырың, буй-һыныңа
Эргәмдәһең, ә мин һағынам
Тальян уйнап әле йыр һуҙаһың
Мин шул йырҙарыңа табынам.
Шиғыр яҙған булам арып-талып.
Йылы хистәр тарата шомдарҙы
Талсығыуым бөтә ысын, хаҡ.
Шиғыр яҙам, төн йоҡомдо алып
Күҙ йәштәрем эстән генә һарҡып
Шиғырымда бөтә ихласлығым
Йылдар ғына бер-бер артлы үтә
Көс өҫтәйҙәр миңә, йәшә тип.
Ҡартайтылды, тик ҡыйыулыҡ йыйып
Шиғыр яҙған булам мин һаман.
Хистәр йөрөтә йәшлек туғайында
Шиғыр яҙыу ул бәхет өҫтәмәй
Тик мин ҡорбан шиғыр ҡулында
Мәңге риза ҡалырға был юлда
Моңға һыуһап йырым тыуғанда.