Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Декабрь 2020, 12:42

Туризмды үҫтереүгә иғтибар арта

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикала “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикала “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Районда үҙ эшен асыусыларға төрлө яҡлап булышлыҡ итеү маҡсатында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ыңғай һөҙөмтә бирә.
Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Илшат Әминев сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”н үткәрҙе. Осрашыу мәлендә Ренат Сатаев районда туристик база төҙөү проекты менән сығыш яһаны. Уның сиктәрендә йүнсел биш ике ҡатлы һәм һигеҙ бер ҡатлы йорттар төҙөргә ниәтләй. Шулай уҡ ул комплекстағы уңайлы шарттар туристарҙы күпләп йәлеп итәсәгенә өмөт бағлай. Һөйләшеү һуңында урындағы етәкселек Ренат Сатаевҡа ер мәсьәләһен хәл итеү буйынса кәңәштәр бирҙе.
Читайте нас: