Инйәр
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
30 Ноябрь 2020, 16:32

Йоҡа боҙға ышанма

Районда ҡышҡы һалҡындар төштө, ҡар яуып, йылға-күлдәр боҙ менән ҡаплана башаланы.

Районда ҡышҡы һалҡындар төштө, ҡар яуып, йылға-күлдәр боҙ менән ҡаплана башаланы.
Был ололар һәм балалар өсөн бик тә хәүефле мәл. Йыл һайын йоҡа боҙҙа тиҫтәләгән кеше һәләк була, күпселек ҡараусыһыҙ бала-саға һәм балыҡсылар. Бер кеше өсөн 10 см, каток өсөн 12 см-ҙан, йәйәүле һуҡмаҡ өсөн 15 см-ҙан, автомобилдәр өсөн 30 см-ҙан ҡалыныраҡ боҙ хәүефһеҙ тип һанала. Ғәҙәттә ныҡлы боҙ үтә күренмәле, йәшкелт-зәңгәрһыу төҫтә, йоҡа боҙ – күкһел төҫтә була, үтә күренмәй. Ҡар менән ҡапланған тәүге боҙ бигерәк тә хәүефле, йылғаның көслө ағымында, һаҙлы яр буйҙарында, тәрән ятыуҙарҙа, күперҙәр аҫтында, ҡамыш һәм башҡа һыу үҫемлектәре үҫкән, төрлө сәнәғәт предприятиелары ташландыҡтары урындарында боҙ һәр ваҡыт йоҡа була.
Әгәр ҙә боҙҙан йөрөргә тура килә икән, быны көндөҙ эшләргә кәрәк. Боҙҙа һикереү, югереү ҡәтғи тыйыла. Ҡышын йылға-күлдәрҙең уртаһы, ҡыш аҙағында ярға яҡын урындары хәүефле. Йылға аша махсус урындарҙан ғына сығығыҙ, быға тиклем кешеләр йөрөгән һуҡмаҡтан, саңғы юлдарынан йөрөгөҙ. Боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тикшереп ҡарамағыҙ. Әгәр ҙә саңғы таяғы менән һуҡҡанда аҙ ғына булһа ла һыу сыҡһа, йә булмаһа боҙ сытырлаһа, кисекмәҫтән эҙегеҙ буйлап аяҡты боҙҙан шыуҙырып артҡа китегеҙ. Туңған йылға-күлдәрҙе саңғыла үтеү хәүефһеҙерәк. Шул уҡ ваҡытта саңғының ҡайыштарын ысҡындырып, таяҡтарҙы бауҙарын элмәй генә тоторға кәңәш ителә. Рюкзағығыҙ булһа, уны бер яурынығыҙға ғына элеп алығыҙ. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда уны тиҙ генә алып ташлау уңайлы буласаҡ. Боҙ аша төркөм менән сыҡҡанда бер-берегеҙҙән 5-6 м арауыҡта атлағыҙ. Үҙегеҙ менән 20-25 м оҙонлоҡтағы бер осона ауырлыҡ бәйләнгән, ҙур элмәкле бау алығыҙ. Әгәр балыҡсы булһағыҙ боҙҙағы тишектәрҙе бер-береһенән 5-6 м арала эшләмәгеҙ. Мотлаҡ рәүештә үҙегеҙ менән ҡотҡарыусы жилеты алығыҙ.
Боҙ аҫтына төшөп киткән осраҡта ни эшләргә? Тәү сиратта тынысланырға, киҫкен хәрәкәттәр эшләмәй, ҡулдарығыҙҙы ике яҡҡа һуҙып, боҙ ситенә йәбешеп ҡалырға тырышығыҙ. Әгәр боҙ ватылмаһа, уға күкрәк менән ятып, тәүҙә бер шунан икенсе аяҡты һалып менгәс, ярға табан шыуышығыҙ. Кирегә килгән юл менән китегеҙ.
Әгәр ҙә боҙ аҫтына иптәшегеҙ төшөп китһә ни эшләргә? Боҙло һыуға төшкән кеше 10-15 минут эсендә туңа, 20 минутта аңын юғалта. Шуға күрә бер секунд та ваҡытты әрәм итмәйенсә ярҙам күрһәтергә кәрәк! Бының өсөн янығыҙҙа булған бау, оҙон таяҡ, таҡта алырға, шарф, ҡайыш, кейемдәрҙе ҡушып бәйләргә һәм ҡулдарығыҙҙы тирә-яҡҡа йәйеп бик һаҡ ҡына боҙ ситенә шыуышығыҙ. Һыуҙағы кешегә ярҙамға килеүегеҙ тураһында ҡысҡырығыҙ. Был уға көс бирәсәк. Боҙҙоң ситенә үк бармағыҙ, 3-4 м ҡалғас, бау, таяҡ һәм башҡа оҙон әйберҙәрҙе ырғытығыҙ. Иптәшегеҙҙе яйлап ҡына тартып сығарғас, уның менән бергә ҡурҡыныс урындан ситкә шыуышығыҙ. Ярға сығыу менән тиҙ арала уны йылы урынға алып инегеҙ. Кейемдәрен һығып алығыҙ, мөмкинлек булһа, ҡоро кейемдәргә кейендерегеҙ. Полиэтилен менән урағыҙ, мотлаҡ рәүештә “ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыртығыҙ.
Боҙҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре:
* Һис бер осраҡта ла ҡараңғыла һәм көн аяҙ булмағанда боҙға сығырға ярамай.
* Боҙҙоң ныҡлығын тибеп ҡарап тикшерергә ярамай. Әгәр утын ағасы йә булмаһа саңғы таяғы менән бер тапҡыр ныҡ итеп һуҡҡандан һуң бер аҙ һыу күренһә, был, боҙ йоҡа, уның өҫтөнән йөрөргә ярамай, тигәнде аңлата. Был осраҡта үҙ эҙең буйлап аяҡтарҙы боҙҙан айырмайса шыуҙырып ҡына һәм ауырлыҡ ҙур майҙанға төшһөн өсөн уларҙы яурындар киңлегендә айырып баҫып шунда уҡ ярға сығырға кәрәк. Боҙҙа һағайтыусы сыртлауҙар булғанда һәм сатнаған урындар барлыҡҡа килгән ваҡытта ла шулай эшләйҙәр.
* Һыу ятҡылығы аша сығырға мәжбүр булғанда тапалған һуҡмаҡтан йәки алдан һалынған саңғы юлынан йөрөү хәүефһеҙерәк. Әгәр ҙә инде улар булмаһа, боҙға төшөр алдынан ныҡлы иғтибар менән тирә-яҡты күҙҙән үткәрергә һәм алда торған маршрутты билдәләргә.
* Төркөм менән һыу ятҡылығы аша сыҡҡанда бер-берегеҙ араһындағы арауыҡты (5-6 м) һаҡларға.
* Туңған йылға (күл) аша саңғы менән сығыу яҡшыраҡ, шуның менән бергә кәрәк саҡта тиҙ генә сисеп ташлау өсөн саңғы беркеткестәрен һәм ҡулдарға эленгән саңғы таяҡтарын элмәктәренән ысҡындырып ҡуйырға.
* Әгәр арҡағыҙҙа рюкзак булһа, боҙ уйылып киткән осраҡта
  • йөктән тиҙ генә арыныу өсөн уны бер генә ҡулбашҡа элергә.
    * Туңған һыу ятҡылығы аша сығырға тура килеү осрағына үҙең менән осонда йөгө һәм алдан әҙерләп ҡуйылған ҙур элмәге булған 20-25 метр оҙонлоғондағы ныҡлы бау алырға. Йөк бауҙы боҙ уйылып төшөп киткән осраҡта иптәшкә ырғытырға ярҙам итәсәк, ә элмәк бәләгә тарыған кеше уны ҡултыҡ аҫтарынан үткәреп бауға нығыраҡ тотона алһын өсөн кәрәк.
    * Ата-әсәләргә ныҡлы үтенес: балаларығыҙҙы ҡараусыһыҙ үҙҙәрен генә боҙға ебәрмәгеҙ.
    * Һыу ятҡылыҡтарындағы фажиғәләргә иң йыш сәбәпсе булған нәмә – ул алкоголдән иҫереү. Ундай кешеләр янаған ҡурҡынысты дөрөҫ баһалай алмай.
    Т.Р.Фазылов,
    63-сө янғын һүндереү часы начальнигы урыбаҫары.
    Читайте нас в