Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2020, 17:22

Ҡышлатыу осорна әҙерлек

Ҡышлатыуға әҙерлек – һәр умарталыҡта ла иң яуаплы һәм төп эш.

Бында ҡорттарҙың һәләк булыуын мөмкин тиклем булдырмау, киләһе яҙ өсөн сәләмәтлеген һәм көсөн һаҡлау бик мөһим. Бал биреүсе үҫемлектәр базаһы етмәү, насар һауа шарттары, сирҙәр, пестицидтар менән ағыуланыу кеүек кире факторҙарҙың эҙемтәһен ныҡлы кәметеү бурысы ла тора умартасы алдында.
Күстең көсөн баһалау. Ҡайһы бер умартасылар, бал йыйыу осоро тамамланғас, бал ҡорттары күп тип, күсте ҡыҫҡартырға ҡурҡа һәм артыҡ, бөтөнләй файҙаһыҙ рамдар ҡалдыра. Бал ташып туҙған ҡорттар оҙаҡ йәшәмәй, үлә. Күстең көсөн баһалағанда төрлө йәштәге үрсемгә иғтибар итергә кәрәк. Умартасы ҡыҫылмағанда, инә ҡорт көҙҙән йомортҡа һалыуҙы кәметә һәм күс көсһөҙләнә, был ҡышлатыу барышында һәм яҙын ҡорттарҙы сығарғас, проблема тыуҙырасаҡ. Шуға был осорҙа өҫтәмә ашатыу кәрәк (1,8 – 2,5 кг, йәғни 8-10 рам шәрбәт бирергә). Инә ҡорт ни сәбәптәндер йомортҡа һалыуҙы туҡтатҡан икән, өҫтәмә ашатыу ғына ярҙам итмәйәсәк.
Күптәр ҡорттарға шәкәр сиробы бирә. Уның зыяны юҡ, ҡорттоң эсәгендә эшкәртелмәгән ҡалдыҡтар булмай. Әммә аҙыҡ запасының кәмендә яртыһы төп бал йыйыу осоронда тупланған балдан торорға тейеш.
Ҡышлатыуға әҙерлек бал йыйыу тамамланғас, корпустарҙы, магазиндарҙы алғас та башлана. Августың тәүге көндәрендә һәйбәт рамдар ҡуйып, бал һәм һитә запасын ҡарап, инә ҡортҡа эш өсөн ҡулай шарттар тыуҙырыла. Күстең көҙгө уңышлы үҫешеүе өсөн ҡорттар әҙ генә булһа ла нектар, һеркә, һыу ташырға тейештәр.
Инә ҡорт 2 йәштән ҡартыраҡ булмаҫҡа тейеш. Тәжрибәле умартасылар инәне йыл да алмаштыра. Инә ҡортто яңыртыуҙың ысулдары бик күп.
Ҡышҡа кәмендә 8 рамда ҡорто булған көслө күстәр инергә тейеш. Бындай күстәр ояла тейешле температура тотоуға көстө әҙерәк сарыф итә, тимәк, йылылыҡ эшләп сығарыу өсөн аҙыҡ та әҙерәк тотонола. Температура 0-дән +2 градус, сағыштырмаса дымлылыҡ 70-75 процент булғанда һәм абсолют тынлыҡта бындай ҡорт ғаиләләре айына иң күбе 1 килограмға тиклем аҙыҡ ҡуллана. Яҙға табан, февраль аҙағы – март баштарында ғаиләләрҙә үрсем пәйҙә булып, ҡорттар әүҙемләшә, газ алмашыу процесы көсәйә, кислородҡа ихтыяж арта һәм аҙыҡ айына 1,5 килоғаса тотонола. Көсһөҙ күстәр ҡулай температура тотоу өсөн күберәк ашарға мәжбүр була, шуға улар тиҙерәк туҙа, эсәктәренә тиҙәк тула. Ҡорт баҙында температура күтәрелгән осраҡта бындай күстәрҙә эс китеү башлана. Умартасылар шуға ла ҡорттарҙы иртәрәк тышҡа сығара.
Ҡышлау урынының конструкцияһы ниндәй булһа ла, өҫкө һәм аҫҡы кейәләрҙе асып ҡуйыу ғына елләтеүгә ярҙам итмәй. Бал ҡорттары йылы ҡанлы бөжәк, улар һулыш алыу системаһына эйә, шуға ла улар бүлеп сығарған һыу парҙары оя түбәһе аша сыға ала. Түбәнән сыҡмаһа, бал ҡорто ғүмерендә барлыҡҡа килгән дым (тотош ҡышлатыу осоронда 5-тән 7 литрғаса була) умартаның стенаһына, төбөнә, аҙыҡлы рамдарға ултырып, күстең дөйөм хәлен насарайта. Көсһөҙ күстәр бындай шарттарҙа, ғәҙәттә, яҙға тиклем йәшәй алмай, һәләк була.
Ҡышҡы ҡорт йомғағы дөрөҫ формалашһын өсөн үрсемле рамдар кейә ҡаршыһына урынлаштырылырға тейеш. Был эште август башында уҡ башҡарырға кәрәк. Йомғаҡ дөрөҫ тупланһын өсөн түбә йылытҡыс та йоғонто яһай. Артыҡ йылытылған ояла ҡышҡы ҡорт йомғағы иң үрҙә туплана һәм аҙаҡ йомғаҡҡа аҙыҡ запасына тиклем барыу ҡыйын була. Ҡышҡы йомғаҡ үрсемдән бушаған рамдарҙа урынлашырға тейеш, өлөшләтә баллы рамдарҙың көпләнгән тирәһен биләһә ярай. Артыҡ йылытыу инә ҡорттоң йомортҡа һалыуын әүҙемләшереүе лә ихтимал. Ә октябрь-ноябрҙә сыҡҡан ҡорттар осош яһай һәм “бәпес” тиҙәгенән арына алмай. Уларҙың ҡыш сыға алыуы икеле.
Ошондай осраҡтарҙа үлгән ҡорттар өсөн оя төбөн иркенәйтеү ысулын ҡулланыусы умартасыларҙың тәжрибәһе иғтибарға лайыҡ. Күптәр селтәр төплө умарталарға күсә. Маҡтайҙар. Улар ҡышҡылыҡҡа ғына түгел, төп бал йыйыу осорондағы эҫе көндәргә лә ҡулай.
Һуңғы йылдарҙа бал ҡорттарының көҙгө “юғалыуы” хаҡында күп ишетергә тура килә. Минең үҙемдә был сәйер күренештең фәнни аңлатмаһы юҡ. Ғөмүмән, “юғалыу” күренеше үҙе үк ғәжәп. Бер кем дә, бер ҡасан да “юғалыу”ҙың нисек барғанын күрмәгән. Умартасылар үҙҙәре лә төрлөһө төрлөсә аңлата. Бындай хәлдәр элек тә булған. Күс һурнаҡ баҫыуҙан юҡҡа сығырға ла мөмкин. Тик бында “енәйәт” эҙе үҙенә башҡа.
Ә “юғалыу” (“слет”) – күстең эҙһеҙ-ниһеҙ ғәйеп булыуы. Уға хас билдәләр: ояла тере ҡорттар ҙа, үлеләре лә булмауы, аҙыҡ запасы тейелмәүе, һурнаҡ баҫыу билдәләре булмауы һ.б. Ҡайһы саҡ ояла сығып етмәй ҡатҡан сыбар үрсем, йә аталанған инә менән бер аҙ бүтән ҡорттар ҡала. Бындай күренеш күпләп осрамай.
Үҙ умарталығымда күҙәткәнемдән сығып, был күренеш бал ҡорто күсенең биологик берәмек булараҡ йәшәүҙән туҡтауылыр, тигән һығымтаға килдем. Был күренешкә башлыса көслө, юғары продуктлы күстәр дусар була. Мул бал йыйыу осоронда бындай күс һанаулы көн эсендә корпустарҙы бал менән тултырырға һәләтле. Тимәк, көндән-көн инә ҡортҡа эшләү өсөн арауыҡ кәмей барған. Йәш ҡорттар 5 – 7 көнлөктән башлап бал йыйыуға тотоноуын иҫәпкә алғанда, инә ҡорт етерлек аҙыҡ ала алмаған. Корпустарҙағы кәрәҙле рамдар бал менән тулғас, инә ҡортҡа бала һалырға буш урындар ҡалмаған, ул эшләмәй башлаған. Күстә ҡорттар һаны ҡыҙыу кәмегән. Бал ташыуҙа туҙғансы эшләгән эшсе ҡорттар бер айҙан артыҡ йәшәй алмай. Ҡартайған ҡорттар үлә барған, йәштәре тыумаған, йә бик әҙ тыуған. Инә ҡортто ашатыр ҡорт та ҡалмаған. Август уртаһынан ул йомортҡа һалыуҙы бөтөнләй туҡтатҡан.
Үрсемдә үҫешкән варроа талпандары әҙ генә ҡалған ҡорттарға күскән. Талпан йоғошло сирҙәрҙе таратыусы булып тора. Бал ҡортона ҡаҙалған талпан, унан бөтөн туҡлыҡлы матдәләр запасын һурып, тамам харап итеп ҡуя. Түҙеп торғоһоҙ хәл бал ҡорттарын ояны ташлап китергә мәжбүр итә. Эйе, был күс күпләп бал ташыған, тик хужаһынан ярҙам күрмәгән. Ғөмүмән, көслө күстәр күберәк иғтибар талап итә.
Бал ҡорттары бүтән күстәргә күсә тигән фекер ҙә бар. Минеңсә, был мөмкин түгел. Бер күс тә үҙенә икенсе оя ҡортон ҡабул итмәй, яҡын килгәндәре һурнаҡ тип ҡараласаҡ һәм шундуҡ үлтереләсәк.
Бал йыйыу тамамланыу менән умартасы инә ҡортҡа йомортҡа һалырға шарттар тыуҙырырға, август аҙағы – сентябрь башынаса әҙ-әҙләп ашатып торорға, талпанға һәм йоғошло сирҙәргә ҡаршы эшкәртергә тейеш, шул саҡта ҡорт “юғалыу” уға янамаҫ.
Тағы ла. Ҡортсолоҡта “инә ҡорт матдәһе” тигән төшөнсә бар. Ул – аталанған инә ҡорттоң яңаҡ биҙҙәрендәге матдә (феромон). Йомортҡа һалыуҙы туҡтатҡас, инә ҡортта күсте берҙәм биологик организм итеп һаҡлаусы, туплап, стимул биреп тороусы ошо матдә бүленеү кәмей. Миңә ҡалһа, инә матдәһе етешмәү ҙә көсһөҙләнгән ҡорттарҙың көҙҙән юҡҡа сығыуына килтерә ала.
Талпанға ҡаршы көрәште мин ҡышлатыуға әҙерлектең иң өҫтөнлөклө бурыстарына индерер инем. Бәғзе умартасылар, тотош әүҙем миҙгелдә был проблеманы бар тип тә белмәй, талпанды көҙгө бер эшкәртеү менән еңергә иҫәп тота. Хәүефһеҙлек коэффициенты бик түбән булһа ла, “Бипин-амитраз” ярайһы зәһәр. Уның кире йоғонтоһо рамдарҙа байтаҡ ваҡыт һаҡлана. Талпан ныҡ баҫҡан осраҡта был препаратты, дозаһын самалап һәм һаҡлыҡ саралары күреп, ҡулланырға мөмкин. “Бипин” менән эшкәрткәндә талпан ғына түгел, бал ҡорттарының 15-20 проценты ла үлә. Ҡышлатыу алдынан шунса күләмдә бал ҡортон юғалтыуҙың эҙемтәһе насар. Был препаратты һауа температураһы 14-15 градус йылы булғанда ҡулланырға кәрәк, ә ҡышлау урындарына индерер алдынан түгел.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: