Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Август 2020, 16:32

Телен тыйған — аҡыллы йәки тел бәләләре хаҡында

Ысынлап та, кеше күп ваҡытын һөйләшеп үткәрә һәм уның һәр һүҙе фәрештәләр тарафынан яҙып барыла.

Ҡайһы ваҡыт беҙ һөйләйбеҙ, әммә уның ҡурҡынысын аңлап та бөтмәйбеҙ. «Нур» сүрәһендә былай тиелә: «Һеҙ белемегеҙ булмаһа ла, ауыҙҙарығыҙ менән һөйләйһегеҙ һәм уны әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләйһегеҙ, ә ул Аллаһ ҡаршыһында – бөйөк нәмә (гөнаһ)». Шуға күрә һәр нәмәне уйлап ҡына һөйләү зарур. Сөнки кеше үҙ теле менән әллә нисә төр хаталар эшләп ташлай: Исламда иң бөйөк гөнаһ һаналған ширк, йәғни Аллаһ Тәғәлә тураһында белемһеҙ һөйләү, ялған шаһитлыҡ, сихыр, ғиффәтле мосолман ҡатынды зинала ғәйепләү, мосолманды ҡарғау, ялған һүҙ, ғәйбәт, нәмимә (кеше араһын бутау) һәм башҡалар.
Кешенең теле бер ҡасан да тик тормай, һәм ул гөнаһлы нәмәләр һөйләмәһә лә, йыш ҡына буш һүҙҙәргә төшөп китә. Мәҫәлән, сәғәттәр буйына йә бала сағын, йә әрмелә хеҙмәт иткән көндәрен иҫләп, йә урамда юҡ-бар хәбәр һөйләп ваҡыт уҙғара. Ә Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылырға, намаҙ уҡырға ваҡыт юҡ тип зарлана. Бер хәҙистә: «Аллаһты иҫкә алмайынса оҙаҡ һөйләшмәгеҙ. Эсендә Аллаһ иҫкә алынмаған оҙон хәбәр йөрәктең ҡатылығына килтерә, ә кешеләр араһынан Аллаһтан иң йыраҡ булғаны – ҡаты йөрәкле кеше» – тиелгән бер риүәйәттә. Ә икенсе бер хәҙистә: «Кеше иртәнсәк торғанда уның бөтә ағзалары ла телгә: «Беҙҙең өсөн Аллаһтан ҡурҡ – беҙ һиңә бәйле. Әгәр төҙ булһаң, беҙ ҙә төҙ булырбыҙ, ә ҡыйшайһаң, беҙ ҙә ҡыйшайырбыҙ», – тип өндәшә тиелә.
Изге хәлифә Ғүмәрҙең шундай һүҙҙәре бар: «Кемдең хәбәре күп, шуның хаталары ла күп, кемдең хаталары күп, шуның гөнаһтары ла күп, ә кемдең гөнаһтары күп, ул кешегә йәһәннәм уты нығыраҡ килешә». Тағы бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ шулай тигән: «Ҡолдоң иманы йөрәге төҙәлмәйенсә төҙәлмәҫ, ә уның йөрәге теле төҙәлмәйенсә төҙәлмәҫ».
Иғтибар итегеҙ: был хәҙистә ниндәйҙер ағза эшенең йөрәккә тәьҫир итеүе күрһәтелгән. Ә ҡайһы бер кешеләр ғәмәлдәрҙе һанға һуҡмай, йөрәгеңдә иман булһа булды тип иҫәпләй. Ә эштәр менән иҫбат ителмәгән һәм ҡеүәтләнмәгән имандың оҙаҡҡа сыҙауы икеле...
Пәйғәмбәребеҙҙең тел бәләләре тураһында хәҙисендә: «Кешенең Исламдағы иң яҡшы эштәренең береһе – уға ҡағылмаған нәмәне ҡалдырыу», — тиеүен мосолман ниндәйҙер гөнаһ ҡылыныуын күрһә (мәҫәлән, улының тәмәке тартыуын), ул был эшкә ҡыҫыла ала, хатта тейеш тип аңларға кәрәк. Ә әгәр һүҙ гөнаһ тураһында бармаһа, ул ҡыҫылмаҫҡа тейеш. Мәҫәлән, «Һин телефондан кем менән һөйләштең?», «Һинән сыҡҡан кеше кем ине?», «Кисә кем менән һөйләшеп тора инең?» һымаҡ һорауҙар бирмәү хәйерле. Йыш ҡына шундай кәрәкмәгән нәмәләрҙе һөйләү кеше араһын боҙа, сөнки үҙең дә һиҙмәҫтән кемдеңдер серен асып ҡуйыуың бар.
«Хәбәр ташыусы кеше йәннәткә кермәҫ» тигән хәҙистә хаҡлыҡ бар. Мосолмандарҙың гөнаһтарын һөйләп кафырҙарҙы йә йәшерен дошмандарҙы шатландырыу тураһында «Нур» сүрәһендә: «Иман килтергән кешеләр тураһында нәфрәт уята торған хәбәрҙәр таратырға яратыусы кешеләргә интектергес ғазап, донъяла һәм әхирәттә. Аллаһ белә бит, ә һеҙ белмәйһегеҙ!» – тиелә. Шулай уҡ хәҙистә: «Аллаһтың ҡолдарын рәнйетмәгеҙ, мәсхәрә итмәгеҙ һәм уларҙың етешһеҙлектәрен эҙләмәгеҙ. Кем мосолман ҡәрҙәшенең етешһеҙлеген табырға тырышһа, Аллаһ уның үҙенең етешһеҙлеген эҙләр һәм өйөнөң эсендә үк фашлап ҡуйыр».
Мосолмандың етешһеҙлеген йәшерергә тырышығыҙ һәм уға яҡшыраҡ булырға ярҙам итегеҙ. Кешеләрҙе, хайуандарҙы, тирә-яҡтағы нәмәләрҙе әрләү, һүгеү, ҡарғау тураһында пәйғәмбәребеҙ тыйған: «Мосолман мыҫҡыл итеүсе, ҡарғаусы, әрләүсе, һүгенеүсе булмаҫ». Ҡарғалған кеше мосолман булһа, был тағы ла ҡурҡынысыраҡ: «Мосолманды ҡарғау уны үлтереүгә тиң», – тип әйтелә.
Бер көн пәйғәмбәребеҙ бер ҡатындың үҙ дөйәһен ҡарғауын ишеткән. Шул дөйәгә эленгән нәмәләрҙе сисергә ҡушҡан да: «Беҙгә ҡарғалған дөйә юлдаш булмаһын», – тип, уны ебәрергә ҡушҡан. Ә ҡайһы бер кешеләр китеп барған машинаһын ҡарғауы ҡурҡыныс хәл. Шулай уҡ беҙ йыш ҡына шаярабыҙ, көләмәстәр һөйләйбеҙ. Был нәмәләрҙә лә саманы белер кәрәк. «Күп көлмә, сөнки күп көлөү йөрәкте үлтерә», – тигән пәйғәмбәребеҙ. Был хәҙисте «көлөргә һәм шаярырға һис ҡушылмаған» тип аңларға ярамай. Мосолманға ҡайһы ваҡыт көлөп, шаярып, ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп алырға ярай, ләкин быны эшләгәндә алдарға, халыҡса әйткәндә, «арттырып ебәрергә» ярамай. «Ҡайғы шундай кешегә: ул кешеләрҙе көлдөрөр өсөн нимәлер һөйләй һәм алдай. Ҡайғы уға, ҡайғы уға, ҡайғы уға!», – тигән пәйғәмбәребеҙ. Өҫтәүенә, халыҡты көлдөрәм тип нимәлер һөйләгән кеше мотлаҡ кемдәндер көләсәк һәм уны мәсхәрә итәсәк. Шуға Ҡөрьәндә: «Ҡайғы төрлө әрләүсе һәм хурлаусыға!» («Әрләүсе» сүрәһе), – тиелгән.
Телдәрегеҙҙе һаҡлағыҙ, тик яҡшы һүҙҙәр генә һөйләгеҙ. Һөйләмәҫ борон үҙ һүҙҙәрегеҙгә хужа – һеҙ, ә һөйләп ташлағандан һуң һүҙҙәрегеҙ һеҙҙең хужағыҙға әүерелә. Аҙаҡ донъяла булмаһа, әхирәттә үкенеүегеҙ бар.
Әбү Әхмәт хәҙрәттең “Йома хөтбәләре” китабын.
Читайте нас: