Бөгөн ғаилә хужалығы дәррәү мал аҙығы әҙерләү — “йәшел ураҡ” мәшәҡәттәре менән ҡайнай. Ғәлиәкбәровтар иртәнге таң һарыһынан, мал-тыуарҙарын көтөүгә ҡыуыу менән һәр кем үҙ техникаһын арғымаҡлап ҡуртымға алынған бесәнлектәргә йүнәлә. Бөгөн 40 гектар болонда бесән алынған, тағыла шундай уҡ майҙанда әҙерләргә ҡала. Олоһо ла, кесеһе лә ҡыҙыу эш ваҡытында ҡулдан килгәнсә ярҙамлаша. Улдары Данис “МТЗ-82” штурвалы артында үлән саба. Илгиз үҙе 79 йәшлек ҡайныһы Йосопов Ғилмазетдин ағай менән тракторҙарына тағылған пресс-йыйғыстар ярҙамында, яҫмаларға һалынған үлән кибеү менән, уны йыйып төргәккә әйләндереп бара. Бесән төргәктәре шул арала бесән һаҡлағысҡа ташып өйөлә.
Малдарына килгәндә, 60-тан артыҡ эре мөгөҙлө бөйрәкәйҙәр һәм йылҡы малдары электр сымдар менән уратып алынған биләмәлә көтөлә. 10 баш ит тоҡомло үгеҙҙәр һимертелә. Яҡын арала уңған хужалар ҡала һәм район баҙарҙарына ит продукцияһы менән сығырға ниәтләй. Эш араһында мал аҙбарҙарында төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Яңы бесән һаҡлағысы сафҡа индерелгән.