Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Апрель 2020, 11:35

Әсәй — бәхет, хазина...

Ҡәҙерлебеҙ, мәрхүмә Нәзирә Әхмәт ҡыҙының иҫтәлегенә

Мин һаман да һиңә сабый ғына,
Йәшем күптән ҡырҡты үтһә лә.
Күҙ ҡарашың яҙ ҡояшы ғына,
Һөйөп ҡарай, наҙлы иркәләй.
Һикәлтәләр һиңә һырҙар һалған,
Сәстәреңә салдар ҡунғандар.
Эшсән, йомшаҡ әсәй ҡулдары,
Бер аҙ инде шиңә ҡуйғандар.
Мин һаман да һиңә бала ғына,
Кәңәш итәм һиңә һаман да.
Ҡолаҡ һалам һәр бер һүҙеңә,
Аҙашмаҫҡа тормош юлында.
Ҡанаттарым инде нығынып,
Үҙ ояма табан осамын.
Тик һаман да һиңә һыйынып,
Сабый кеүек килә ҡосаһым.
Әсәй! Иң ҡәҙерле кешем,
Ниндәй бәхет, хазина.
Мин һөйөнәм уның барына,
Осоп ҡайтам янына...
Ошо шиғыр юлдарындағы кеүек һөйөнөп кенә тыуған йортҡа, әсәйем янына ашҡынып ҡайта торғайныҡ. Һәр беребеҙҙе көтөп, ҡыуанып ҡаршы ала, ҡапҡа төбөнә сығып, доғаларын уҡып, беҙҙе күҙҙән юғалғансы оҙатып ҡала ине...
Әсәйем, Ғүмәрова (Ниғмәтуллина) Нәзирә Әхмәт ҡыҙы 1933 йылдың 26 майында Күгәрсен районының 1-се Юлдыбай ауылында донъяға килә. Тиҫтерҙәре менән һуғыш йылдарының бар ауырлыҡтарын бер тиң кисереп, бәләкәстән эшкә егелеп үҫә. Тулы булмаған мәктәпте тамамлағандан һуң, зирәк ҡыҙ 1949 йылда Күгәрсен районынан 130 саҡрым арауыҡта ятҡан Темәс педагогия учелищеһына уҡырға инә. “Ауылдарҙа ҡуна-ҡуна, өс-дүрт көн бара торғайныҡ,” — тип иҫләй ине шул саҡтарҙы. Ауыр аслыҡ йылдары, алыҫ юл... Ауырыуҙан вафат булған 13 йәшлек энеһе Тәлғәтте ерләгәндә ҡайта алмай.
Бала саҡтары һуғыш һәм унан һуңғы михнәтле осорға тура килгән, оло һынауҙарҙа, ҡаршылыҡтарҙа сыныҡҡан быуын тормошта үҙ юлдарын тапҡан. Әсәйем иһә иң абруйлы һәм күп көс талап иткән уҡытыусы һөнәрен һайлаған. 1953 йылда ҡулына диплом алған йәш белгесте Аҙау ауылына эшкә ебәрәләр. Ошонда мөхәббәтен, Ғүмәров Хәйразый Камалетдин улын осратып, бер йылдан ике йәш йөрәк сәстәрен-сәскә бәйләй.
Ауылдаштар, хеҙмәттәштәр, уҡыусылар алдында хөрмәт ҡаҙаныу өсөн күпме тырышлыҡ, белем, йәмғиәт эшендә әүҙем ҡатнашыу кәрәклеген уҡытыусы булған кеше үҙе генә аңлайҙыр. Кис шәм яҡтыһында ҡосаҡ-ҡосаҡ дәфтәрҙәр тикшереү, дәрестәргә әҙерләнеү, сәңгелдәктә ятҡан илаҡ сабыйың, донъя мәшәҡәттәре менән бер рәттән көн дә тиерлек уҙғарылған йыйылыштар, йә концерттар ҡуйыу... Ҡыйыуһыҙ ғына тәүге тапҡыр класс ишеген асып ингән уҡыусылар... Йылдар үтеү менән ҡанаттарын нығытҡан ҡоштар шикелле ҡосаҡ тулы ялан сәскәләрен бүләк итеп, тәүге тапҡыр хәреф танытыусы уҡытыусылары һәм тыуған мәктәбең менән күҙ йәштәре аша хушлашыуҙар...
Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар эйәһе, өс тиҫтәнән ашыу ошо өлкәлә хеҙмәт көсө түккән, байтаҡ йылдар рәттән ауыл советы депутаты итеп һайланған әсәйебеҙ Нәзирә Әхмәт ҡыҙы, барыбыҙҙы ҡайғыға һалып, арабыҙҙан китеүгә лә бер нисә ай. Шул тиклем һөнәри бурысын яуаплы, еренә еткереп башҡарҙы, айырым дәрестәр, түңәрәктәр үткәрҙе. Бер ваҡытта ла оҙайлы ял алманы: беҙҙе бер-беребеҙҙе ҡарарға ҡушып, бер ҡасан да һуңламай, киреһенсә, алданыраҡ барып эш башлар ине. Бала саҡтағы ҡурҡыныс кеүек күренештәр ҙә хәҙер ҡыҙыҡ төш булып хәтерҙәрҙә ҡалған. Миңә дүрт кенә йәш, һеңлем сәңгелдәктә ята, әсәйем ишекте бикләп киткән. Өй йыйыштырып уйнайым. Бер саҡ карауат аҫтындағы ояһынан инә ҡаҙ килеп сыҡты. Аяғымдан тартҡылай башлағайны, нисек карауатҡа менеп, мендәр артына боҫҡанымды һиҙмәй ҡалдым. Ә ҡаҙ туҙына ҡанаттарын ҡаҡҡылай, беҙҙең эскән һыуға башын йыуа. Шулай йөрөй торғас тынысланып кире ояһына инеп ятты.
Ғаиләлә биш ҡыҙ тәрбиәләнеп үҫтек. Хәҙер һәр беребеҙ тормошта, үҙебеҙ өләсәйҙәрбеҙ. Атайым менән әсәйем һарай тулы мал, ҡош-ҡорт аҫраны, бал ҡорттары тотто, баҡса үҫтерҙе.
Яңы йыл етһә, бергәләп шыршы биҙәйбеҙ: картуфты бешереп алабыҙ ҙа, шуны иҙеп сынйырҙар йәбештерәбеҙ. Әсәйем барыбыҙға ла ҡар бөртөктәре күлдәге тегә, башлыҡтар яһай. Шыршыны биҙәп бөткәс, атайым гармунда уйнап беҙҙе бейетә. Ҡәҙерлеләребеҙ бик дәртле, йыр-моңға әүәҫ, эшкә егәрле булды. Әсәйем ҡул эштәренә лә оҫта, сигеү, бәйләү, тегеү яратҡан шөғөлдәре ине. Ә атайым — шаян, йыш ҡына әсәйебеҙҙе һүрәткә төшөрә ла стенаға элеп ҡуя. Кашауай егелгән аттарҙа парлашып ҡунаҡтарға, туйҙарға йөрөнөләр, үҙҙәре лә саҡыра торғайны. Мөхәббәттәре шундай көслө булды уларҙың. Атайым хәләлен ныҡ яратты, ҡәҙерләне, хөрмәт итте. Берәй эшкә тотонор алдынан гел: “Әсәйегеҙ нимә әйтер әле,” — тип уның фекерен тыңлап, фатихаһы менән башлар ине.
Тормошобоҙ ҡалҡаны, ире иртәрәк мәрхүм булғас, әсәйем бер аҙ аптырап, ҡаушап ҡалды. Шулай ҙа артабан донъя көтөргә үҙендә көс тапты. Атайым бар саҡтағылай итеп йорт-ҡура эштәрен башҡарҙы. Усаҡты һүрелтмәне, өйө һәр саҡ бөхтә, төҙөк булды, хәленән килгәнсә тырышып мал аҫраны, йәшелсә-емештәр үҫтерҙе. Беҙгә аҡыллы кәңәштәрен биреп, һәр саҡ үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы хәстәрләргә лә онотманы. Һуңғы йылдарҙа намаҙға баҫты, аят-доғаларҙы яттан уҡыны. Уҡыусылары хәл белешергә килһә бик шатлана торғайны: уларҙың ҡыҙыҡтарын һөйләп көлдөрөр ине.
Ауылыбыҙ Аҙау тауҙарҙа урап-урап, бормаланып аҡҡан, эреле-ваҡлы ҡырсын ташлы, көмөштәй ялтырап ятҡан саф һыулы Инйәр йылғаһының яр ситен буйлап урынлашҡан. Оло тирәктәр араһы яҙын ҡар иреп бөтөү менән гармун тауыштарына, ҡыҙҙар моңона күмелә. Ярына һыймаҫтай булып, шашып аҡҡан йылға аръяғында райондан һуңға ҡалып ҡайтыусыларҙың: “Кәмә сығарығыҙ!”— тип ҡысҡырып ултырыуҙары әле лә күҙ алдында.
Әсәйебеҙ ҙә мәрхүм булырынан алда туғандарыма һыу буйына барайыҡ әле тигән. Бәлки ауылға эшкә килгәс, Хәтимә әбей менән Усман бабай Ғәлиндарҙа фатирҙа йәшәгән, атайымды осратҡан мәлдәре иҫенә төшкәндер. Кәмә сығарған ерҙә ултырып, Оло тирәктәр араһында булып, Инйәр һыуына ҡул-битен йыуып, эстән генә хушлашып ҡайтҡан бит ул. Барса яҙмыш юлын хәтеренән үткәргәндер инде.
Әйе, ҡәҙерле кешебеҙ Нәзирә Әхмәт ҡыҙының ғүмере китап итеп яҙырлыҡ. Үҙ һөнәренә ғашиҡ мөғәллимә ҡайҙа ғына эшләмәһен үҙенә тәғәйен бурысты еренә еткереп, намыҫ менән башҡарҙы. Уның тырыш хеҙмәте йәш белгестәргә өлгө булып тора. Беҙ, балалары, әсәйебеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ, рухы мәңге күңелдәребеҙҙә һаҡланыр.
Рәғиҙә Килдейәрова.
Әбйәлил районы Ҡушый ауылы.
Читайте нас: