Әлшәй районы Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы һылыуы Альбина Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башланғыс класс уҡытыусылары бүлеген тамамлап, ҡулына диплом алғандан һуң, күп уйлап тормай хеҙмәт юлын таныш түгел Аҙау ауылында башларға ҡарар итә. Яҙмышы шул ваҡытта уҡ уны йәмле Инйәр буйҙарына тарта. Камила инәй Сөләймәноваға фатирға ингән уҡытыусы ауыл халҡы, мәктәп коллективы һәм әлбиттә тәрбиәләнеүселәре менән бик тиҙ уртаҡ тел таба. Ауылды ла беренсе күреүҙән үк оҡшата.
Ситтән килгән һылыуға ауыл егеттәре иғтибар итә башлай, ләкин ғорур ҡыҙ үҙ баһаһын белеп, береһен дә өмөтләндермәй, мәктәп тормошона баштан-аяҡ сумып, дәртләнеп эшләп йөрөй.
Ә мөхәббәтен ул көтмәгәндә телефон аша таба. Ошо ауылда тыуып үҫкән Илмир Сөләймәнов армиянан ҡайтҡас, башҡа тиҫтерҙәре кеүек бәхетте ситтән эҙләмәй, тыуған ерендә ҡалыуҙы хуп күрә. Район эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итеп йөрөгән егет әсәһе Фәйрүзә Сабир ҡыҙы аша мәктәпкә яңы белгес килеүен белеп ҡала. Ул нисек тә булһа ошо ҡыҙ менән танышыу сараһын эҙләй һәм бөтә булған батырлығын йыйып, Камила әбейҙең өй телефонына шылтырата. Тимерсыбыҡтың икенсе осонан ишетелгән яғымлы, матур тауыш уны бөтөнләй әсирлеккә ала. Тәүге осрашыуҙа уҡ ике йөрәктә лә мөхәббәт уты тоҡана. Һөйөү хистәре көндән-көн нығына, йәштәр табышыуҙарын аңлай. 2010 йылдың 8 март байрамында Илмир Альбинаны кейәүгә саҡыра, ә июль айында улар сәстәрен-сәскә бәйләй.
— Яҙылышырға тип ЗАГС бүлегенә иртүк килдек. Илмир эшкә ҡабалана, миңә лә электричкаға өлгөрөргә кәрәк. Никах ҡағыҙына мисәт баҫыу менән ашығып сағып китергә йыйынғайныҡ, Наталия Юрьевна туҡтатты ла: “Исмаһам ҡотлау шиғырҙарын уҡыйым әле, аҙ ғына тороп тороғоҙ”,- тип, беҙгә аҡ бәхеттәр теләне. Бына шулай, донъяға яр һалмай шым ғына өйләнештек тә ҡуйҙыҡ. Минеңсә, бәхетле ғаилә ҡорор өсөн оло мәжлестәр кәрәкмәй, уның нигеҙе аңлашыуҙа, сабырлыҡта, бер-береңде хөрмәт итеүҙә. Ысын яратыу матур һүҙҙәрҙә, вәғәҙәләрҙә түгел, ә көндәлек йылы мөғәлләмәлә, ҡылыҡтарҙа, иғтибарлы булыуҙа. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр туйҙар яһап ҡауышалар ҙа, бер йыл да йәшәмәй айырылышалар.
Илмир беҙҙең өсөн рәхмәтле: ул хәстәрлекле атай ҙа, тоғро, ышаныслы ир ҙә. Белмәгән эше юҡ. Йортобоҙҙо үҙ ҡулдары менән эшләп бөттө. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ил ағаларына биргеһеҙ аҡыллы, түҙемле ул. Балаларыбыҙҙы башҡорт рухында тәрбиәләүҙә, йыр-моңға ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа, хеҙмәткә өйрәтеүҙә уның өлөшө ҙур.
Ҡәҙерлебеҙ эштән ҡайтыуға ҡыҙҙарым менән тәмле аштар, ҡамыр ризыҡтары бешереп ҡуябыҙ. Кескәй Данир ҙа атаһы өйгә инеү менән ҡулдарын йәйеп, уның ҡосағына ташлана. Ял көндәрендә беҙҙе таныштырып-ҡауыштырған Аҙауға ҡайтырға тырышабыҙ. Унда өләсәй менән олатай барыбыҙҙы ла һәр саҡ һағынып көтөп ала.
Ҡайным менән ҡәйнәм киң күңелле, яҡшы кешеләр. Улар беҙгә һәр ерҙә лә өлгө . Килен булып төшкәс, ҡайнымдың ҡәйнәмә “һылыуым” тип өндәшеүе хайран ҡалдырған ине, хәҙер Илмир ҙа миңә ошо яғымлы һүҙ менән мөрәжәғәт итә. Был ғаиләбеҙҙең үҙенсәлекле йолаһы. Ғөмүмән, ата-әсәләребеҙ беҙгә теләгән бәхет фәрештәләрҙең “амин” тигән сағына тура килгәндер, -тип һөйләп үтте Альбина Ришат ҡыҙы.
Йөҙҙәре ҡояш кеүек балҡып торған йәштәргә ҡарап, күңелемдән генә “мөхәббәтле ғаилә” тип уйлап ҡуйған инем, улар менән аралашҡандан һуң, уйҙарымдың дөрөҫлөгөнә инандым.
Илмир менән Альбина кеүек йәштәрҙең ауылда төпләнеүе, матур донъя көтөүе, балалар үҫтереүе, үҙҙәренең тырышлыҡтары һәм дәрте менән яҡты киләсәккә ынтылыуҙары хуплауға һәм маҡтауға лайыҡ.