Инйәр
+8 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
6 Февраля 2020, 09:13
Кем еңде?
Өфөләге Биш милләт турнирында башта АҠШ-тың командаһы Чехияның йәш хоккейсылары менән осрашты. Был матчта американдар көслө булып сыҡты һәм уйын улар файҙаһына 7:3 менән тамамланды. Аҙаҡ Рәсәй командаһы Швеция менән уйнаны.“Башҡортостан гәзите” мәғлүмәте буйынса, тәүге 20 минутта шведтар етеҙ булды. Һуңғараҡ хоккейсыларыбыҙҙан Дмитрий Лобанов улар ҡапҡаһына гол сәпәне, тик ҡаршы яҡ барыбер ҙә беренсе тәнәфескә тиклем иҫәпте 1:1 итеп тигеҙләп ҡуйҙы.Икенсе осорҙа командабыҙ иҫәбенә бер ниндәй ҙә мәрәй яҙылманы. Ә бына өсөнсө 20 минутта хоккейсыларыбыҙ ике тапҡыр күрше ҡапҡаға гол индерә яҙҙы, тик шведтарҙың голкиперы ла сос булып сыҡты. Овертаймда иһә командабыҙға еңеү яулар өсөн өс минут етте. Николай Сафронов иҫәпте Рәсәй командаһы файҙаһына 2:1 итте.6 февралдә 15.00 сәғәттә Швеция командаһы менән АҠШ хоккейсылары осраша. Ә 19.00 сәғәттә Рәсәй һәм Чехия уйнаясаҡ. Матчтар YouTube-каналы, Рәсәй хоккей федерацияһы сайты аша күрһәтелә.Киләһе уйындар теҙмәһе7 февраль15.00 Чехия – Швеция;19.00 АҠШ – Финляндия.8 февраль15.00 АҠШ – Чехия;19.00 Рәсәй – Финляндия.9 февраль15.00 Швеция – Финляндия;19.00 Рәсәй – АҠШ.
Өфөләге Биш милләт турнирында башта АҠШ-тың командаһы Чехияның йәш хоккейсылары менән осрашты. Был матчта американдар көслө булып сыҡты һәм уйын улар файҙаһына 7:3 менән тамамланды. Аҙаҡ Рәсәй командаһы Швеция менән уйнаны.
“Башҡортостан гәзите” мәғлүмәте буйынса, тәүге 20 минутта шведтар етеҙ булды. Һуңғараҡ хоккейсыларыбыҙҙан Дмитрий Лобанов улар ҡапҡаһына гол сәпәне, тик ҡаршы яҡ барыбер ҙә беренсе тәнәфескә тиклем иҫәпте 1:1 итеп тигеҙләп ҡуйҙы.
Икенсе осорҙа командабыҙ иҫәбенә бер ниндәй ҙә мәрәй яҙылманы. Ә бына өсөнсө 20 минутта хоккейсыларыбыҙ ике тапҡыр күрше ҡапҡаға гол индерә яҙҙы, тик шведтарҙың голкиперы ла сос булып сыҡты. Овертаймда иһә командабыҙға еңеү яулар өсөн өс минут етте. Николай Сафронов иҫәпте Рәсәй командаһы файҙаһына 2:1 итте.
6 февралдә 15.00 сәғәттә Швеция командаһы менән АҠШ хоккейсылары осраша. Ә 19.00 сәғәттә Рәсәй һәм Чехия уйнаясаҡ. Матчтар YouTube-каналы, Рәсәй хоккей федерацияһы сайты аша күрһәтелә.
Киләһе уйындар теҙмәһе
7 февраль
15.00 Чехия – Швеция;
19.00 АҠШ – Финляндия.
8 февраль
15.00 АҠШ – Чехия;
19.00 Рәсәй – Финляндия.
9 февраль
15.00 Швеция – Финляндия;
19.00 Рәсәй – АҠШ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"