Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Февраль 2020, 18:16

Офоҡтартарҙан-офоҡтарға юл ярып

Граждандар авиацияһы — пассажирҙар, йөк, почта ташыған һәм башҡа халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән авиация тармағы.

Тәүлек әйләнәһендә ер шарының бер нөктәһенән икенсеһенә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һауа юлы менән күсеп йөрөгән кешеләр өсөн был ҡәҙимге күренеш. Ябай һәм уңайлы булыуына ҡарамаҫтан, самолет менән осоу һәр саҡ хәүеф менән бәйле. Һауа киңлегендәге һәр рейс пилоттарҙың, стюардессаларҙың һәм башҡа авиация хеҙмәткәрҙәренең ҡәтғи күҙәтеүе, яуаплылығы менән башҡарыла. Аэродром персоналдарының һәм конструкторҙарҙың алыштырғыһыҙ хеҙмәтен дә оноторға ярамай.
Граждандар авиацияһы Рәсәй Федерацияһының берҙәм транспорт системаһында өҫтөнлөк алып тора. Бөгөн ул киң маҡсатлы, төрлө һауа суднолары парктары, аэропорттар селтәре, уҡыу һәм фәнни йорттары булған айырым бер өлкә. Быларҙан тыш, уның йүнәтеү предприятиелары, һауа хәрәкәте менән идара итеүсе системалары һәм башҡа структуралары ла байтаҡ.
1923 йылда пассажирҙарҙы хәүефһеҙ ташыу өсөн яуап биреүсе һауа флотына нигеҙ һалына. Ул ваҡытта граждандар аэрофлоты “Добролет” тип атала. 1932 йылда был авиация үҙенең флагын, хеҙмәткәрҙәр өсөн махсус формаларҙы булдыра һәм билдәле “Аэрофлот” исемен ала.
Бер нисә тиҫтә йыл үткәндән һуң “Аэрофлот”та намыҫ менән тир түккән хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең байрамдарын иғлан итә. Оҙаҡ ваҡыт рәсми тип һаналмаған байрам 2013 йылда ил етәксеһе тарафынан рәсмиләштерелә һәм 9 февраль — Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнө тип атала башлай.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: