Инйәр
+8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Октябрь 2019, 15:49

Илшат Әминев: “Киләсәгебеҙҙе лайыҡлы итер өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ”

Ябай халыҡтың хөкүмәт етәкселегенә өмөт бағлауы сер түгел. Көн ҡаҙағындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә район хакимиәте башлығы төп ролде биләй. Ағымдағы йылдың 7 июнендә Илшат Әминев район етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Башҡортостан Республикаһы суверинеты көнө алдынан беҙ унан бер нисә һорауға яуап биреүен һорап мөрәжәғәт иттек:
— Илшат Нәжмитдин улы, барыбыҙ өсөн дә бик әһәмиәтле һуңғы ваҡиға — “Йәшел Башҡортостан” акцияһы районыбыҙҙа ниндәй кимәлдә уҙҙы. Һеҙ унда ҡатнашып, үҙегеҙҙең ағасығыҙҙы ултырттығыҙмы?
— Минең ҡарашҡа бындай акциялар йәшелләндереү рәүешендә әйләнә-тирәбеҙҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Беҙ “урман”, “ағас” һүҙҙәрен тормош мәғәнәһендә аңлайбыҙ һәм ауылдарыбыҙҙы, парктарҙы, йәшел зоналарҙы экологик яҡтан сәләмәтләндерәбеҙ. Уларҙы бергәләп һаҡлаясаҡбыҙ. Был беренсенән.
Икенсенән, акцияла бөтә ойошмалар ҙә әүҙем ҡатнашты. Кешеләр бер – береһе менән аралашты, берҙәм хеҙмәт уларҙы берләштерҙе, күңелдәрен күтәрҙе. Мин дә үҙемдең ағасымды — ҡайын үҫентеһен ултырттым.
— Һеҙ хакимиәт башлығы булып дүрт ай эшләп тә өлгөрҙөгөҙ. Район, уның халҡы тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?
— Миңә республика буйлап күп йөрөргә, төрлө кешеләр менән аралашырға тура килде. Бынан тыш, Волга яны федераль округының байтаҡ төбәктәрендә булдым, Бөтә Рәсәй кимәлендәге кәңәшмәләрҙә ҡатнаштым. Халыҡ бар ерҙә лә бер үк.
Архангел районы менән бәләкәстән танышмын, мин бында бер нисә тапҡыр килдем. Архангел балалары менән интернат – мәктәптә, юғары уҡыу йортонда бергә уҡыным. Урындағы халыҡ бик ярҙамсыл, район тормошон яҡшыртыуға ынтылып тора.
— Эшегеҙҙә ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
— Газ менән тәьмин итеү, юлдар, тормош-көнкүреш ҡалдыҡтары, урамдарҙы яҡтыртыу. Халыҡтың мәшғүллеге, эш урындары булдырыу, физкультура сәләмәтләндереү комплексы төҙөү — мөһим бурыстар. Хәл ителергә тейешле социаль һәм иҡтисади мәсьәләләр ҙә юҡ түгел.
— Август айында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров районға эш сәфәре менән килде һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөүҙә, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе. Республика ярҙамын тоя ла башланыҡ. Мәҫәлән, “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә күп фатирлы йорттарҙа подъездар төҙөкләндерелә. Ошо хаҡта фекерегеҙҙе белге килә.
— Районыбыҙҙа тормошҡа ашырылған был программалар, тәү сиратта, уңайлы мөхит тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәрен хәүефһеҙ һәм уңайлы тойһон, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барһын, ата-әсәләр буш ваҡыттарын балалары менән күркәм итеп йыһазландырылған территорияла уҙғарһын өсөн башҡарыла был эштәр.
Әйтергә кәрәк, теге йәки был проектты тормошҡа ашырырҙан алда һәр деталь был фатирҙарҙа йәшәүселәр менән мотлаҡ килешелде.
— Районыбыҙ ауылдарында урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы сиктәрендә айырым проекттар тормошҡа ашырыла. Конкурста еңәһең дә көн ҡаҙағындағы проблеманы хәл итәһең. Нисек уйлайһығыҙ, был программа сиктәрендә район етәкселегенең ҡатнашыуы мөһимме, нимәләр эшләргә күрһәтмәләр бирергә кәрәкме, әллә ауыл халҡы үҙе һайлаймы?
— Әлбиттә, халыҡ көнүҙәк проблеманы үҙе билдәләй, нимә эшләргә йәки һатып алырға ҡарар итә. Ә хакимиәт граждандар сходы уҙғарыуҙа, документтарҙы йыйыуҙа һәм спонсорҙар йәлеп итеүҙә ярҙам күрһәтә.
— Архангел районы матур тәбиғәте, иҫтәлекле урындары менән туристарҙың һәм дача эйәләренең иғтибарын яулай. Туризмды үҫтереү буйынса үҙгәрештәр көтөләме?
— Күптән түгел районда “Архангел районы — Көньяҡ Уралдың байрам туризмы үҙәге” темаһы аҫтында “түңәрәк өҫтәл” үтте. Унда ҡатнашыусылар район территорияһында туризмды үҫтереүгә бәйле һорауҙарҙы тикшерҙе. Атап әйткәндә, “Инйәр” тәбиғәт паркын, агротуризмды төҙөү мәсьәләләре яҡтыртылды. Ҡыҙыҡһынған яҡтарҙың дөйөм көсө ярҙамында районыбыҙҙы туристарҙы йәлеп итеү үҙәгенә әйләндереүгә өмөт ҙур. Сөнки бының өсөн беҙҙә бөтә тәүшарттар бар.
— Районды үҫтереү өсөн аҡса кәрәк. Финанс саралары табыуҙың ниндәй ысулдарын файҙаланырға уйлайһығыҙ, был ҡатмарлы мәсьәләне нисек хәл итергә планлаштыраһығыҙ? Тәү сиратта районыбыҙ инвесторҙарҙы йәлеп итерлек булырға тейеш? Шулаймы?
— Бөтөн ер күркәм булһын өсөн, үҙебеҙҙән, үҙебеҙ йәшәгән ихаталарыбыҙҙан, ауылыбыҙҙан башлау мөһим. Тыҡрыҡтар, йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урындары, заманса сауҙа майҙансыҡтары кәрәк. Килгәндәр бындағы тормошто күргәндән һуң аҡсаларын ниндәйҙер проектҡа индерергә ҡурҡмаһын өсөн мөһим шарттар булдырыу зарур. Үҙ сиратыбыҙҙа республика министрлыҡтары менән бер рәттән районға инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән әүҙем эш алып барабыҙ.
— Республика көнө уңайынан район халҡына ниндәй теләктәрегеҙ бар?
— Башҡортостандың киләсәге һәр ҡайһыбыҙға бәйле. Берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ, рух ныҡлығы һәм ижад ҡомары халҡыбыҙға ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға, маҡсаттарға ирешергә һәр ваҡыт ярҙам иткән.
Тыуған илебеҙгә ҡарата һөйөү, хеҙмәтте яратыу, маҡсатҡа ынтылыш республикабыҙҙың һәм районыбыҙҙың аратабанғы тотороҡло үҫешенә нигеҙ булыр тип ышанам. Киләсәгебеҙ лайыҡлы һәм бәхетле булһын өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һаласағыбыҙға иманым камил.
Дәүләтебеҙҙең оло байрамы айҡанлы ихлас күңелдән барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек, Тыуған Ватаныбыҙ мәнфәғәте өсөн яңынан – яңы ҡаһарманлыҡтар теләйем.
— Илшат Нәжмитдин улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Александр Кожевников әңгәмәләште.
Читайте нас в