Инйәр
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Сентябрь 2019, 10:51

МИЛЛИ ПРОЕКТ: ИЖАДИ КЕШЕЛӘРҘЕҢ КВАЛИФИКАЦИЯҺЫН КҮТӘРӘЛӘР

“Мәҙәниәт” милли проекты ижади кешеләргә квалификацияһын күтәреүгә булышлыҡ ҡыласаҡ. Тәүге тапҡыр үткәрелгән сарала бушлай ярҙам күрһәтелә.

Өфөлә милли проекттың “Ижади кешеләр” төбәк проектына ярашлы мәҙәниәт өлкәһендәге ижади һәм идара итеү белгестәренең квалификацияһын күтәреү буйынса саралар бара. Өҫтәмә һөнәри программалар буйынса быйыл 351 кеше белем аласаҡ. Уҡыу тамамланғас, уларҙың һәр береһенә Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында һәм А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһында квалификация күтәреү тураһында танытма тапшырыласаҡ.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Мәғариф буйынса республика уҡыу-методика үҙәге директоры Лариса Марешова әйтеүенсә, милли проекттың “Ижади кешеләр” төбәк проектында өлкә буйынса маҡсатлы күрһәткестәр, башҡараһы эштәр, бурыстар билдәләнгән.

“Квалификацияны күтәреүгә килешеүҙәр Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы һәм А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы менән төҙөлдө, – тине үҙәк директоры. – Тәүге юғары уҡыу йортоноң алдынғы профессорҙары, уҡытыусылары 3 сентябрҙән лекция дәрестәре, оҫталыҡ кластары үткәрҙе. 16 сентябрҙә Өфөгә ошо уҡ академияның юғары квалификациялы уҡытыусыһы Зоя Гуменюк һәм профессор, махсус фортепиано кафедраһы мөдире Владимир Тропп килде. Көҙ аҙағына тиклем шулай уҡ ҡыллы халыҡ инструменттары кафедраһы профессоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Цыганков дәрестәр үткәрәсәк. Төрлө программалар буйынса уҡытыу З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залында һәм Урта махсус музыка колледжының концерт залында ойошторола”.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс бүлектән тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт”.


Читайте нас в