Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Сентябрь 2019, 13:33

Беҙҙең умартасы икенсе урынды яулаған

Башҡортостандың Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылында 7 сентябрҙә йолаға әүерелгән умартасылар байрамы — «Бал ҡорто туйы» уҙҙы. Ул татлы ризыҡ йыйыу миҙгеле тамамланыуға бағышлана. Сарала ҡатнашыусы райондашыбыҙ, Көмәрле ауылында йәшәүсе Хәйҙәр Богдалов кисерештәре менән уртаҡлашты.
— Байрамда бал йәрминкәһе эшләне, балдарҙы тәмләп ҡарау ойошторолдо. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән — Татарстандан, Сыуашстандан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән коллегалар килде, уларҙан бал ҡорто тотоу буйынса кәңәштәр алырға, күптәрҙең үҙ тауарҙары менән сауҙа итергә мөмкин булды.
Умартасылар өсөн бәйгеләр ҙә ойошторолдо. Асыҡ төҫтәге балдар буйынса икенсе урынды яуланым. “Бал ҡорто туйы” ҡунаҡтары өсөн ялан кухняһы эшләне, урындағы үҙешмәкәр артистар концерт менән сығыш яһаны.
Хәҙер бал йыйыу тамамланды, ҡышҡа әҙерләнәбеҙ, — тине ул.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: