Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Август 2019, 18:32

Вәғәҙә — иман

Фотоһүрәт асыҡ сығанаҡтарҙан
Фотоһүрәт асыҡ сығанаҡтарҙан
Ике һүҙҙең береһендә — ят тел һүҙе,

Ҡолағымды ярып бара, бөттө түҙем.

Ҡыйналғанмы, ҡыйланғанмы башҡорт теле?

Кем ғәйепле? —Заманыммы? Әллә үҙем... —

тип яҙған Ҡәҙим Аралбай.

Шағир район-ҡала урамдарын үткәндә, сағыу баннерҙарҙағы сит-ят атамаларҙы уҡығанда, хаталы тәржемәләрҙе күргәндә, моғайын, йөрәге әрнеүҙән яҙғандыр тип уйлайым. Был шиғри юлдар, ысынлап та, бөгөнгө тормошобоҙға үтә лә ҡағыла. Бигерәк тә районда ҡайһы бер ойошма-предприятие биналарындағы алтаҡталарҙағы башҡортса хаталы яҙыуҙарҙы күреп, ирекһеҙҙән күңел ҡырыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хаталы яҙыуҙар осрап тора. Хатта рухлы гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа шылтыратып ошо хаҡта хәбәр итә. Беренсенән, бындай яҙыу туған телдең бәҫен төшөрә, икенсенән, райондың йөҙөн күрһәтә.

Иҫкәртеүҙәр яһала, әлбиттә, тик ул ыңғай һөҙөмтә бирәме? Ебәрелгән хаталар ҡасан төҙәтелер? Шәхсән күҙәтеүҙәремсә, тикшереү һөҙөмтә бирер кеүек. Һөйләшеү етди төҫ ала. Вәғәҙәләр бирелә.

Күп осраҡта башҡорт телендәге Ҡ,Ң,Һ,Ҙ,Ғ,Ө,Ә хәрефтәрен яҙғанда хата китә. Тик етәкселәр уны етди хата тип иҫәпләмәй, күрәһең, әммә тел камиллығы һәр һүҙҙең дөрөҫ яҙылышына ҡайтып ҡала бит. Алтаҡталағы яҙыуҙар башҡортса һәм русса йәғни ике дәүләт телдәрендә дөрөҫ яҙылырға тейеш. Республикала “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы закон бар. Ни өсөн ул инҡар ителергә тейеш?

Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: