Башҡортостанда һөт тармағын комплекслы үҫтереү программаһына инвестициялар 60 миллиард һумдан артасаҡ, тип белдерҙе Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов Санкт-Петербургта барған XI Һөт олимпиадаһында.
Әле Башҡортостанда ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән 7 миллион гектар ер бар. Һөт етештереү күләме 1624 мең тонна булһа, һыйыр малы 978 мең баш тәшкил итә, шулай уҡ 3,2 мең тонна ҡымыҙ бешкәнбеҙ.