Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
28 Май 2019, 18:34

Хеҙмәт батырҙарына дан

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы тармағында, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә үҙ өлөшөн индергән районыбыҙ ауыл хужалығы предприятиелары яҙғы баҫыу эштәрен тамамланы. Быйыл игенселәр сәсеүҙе яҡшы әҙерлек менән башлап, уны ҡыҫҡа ваҡытта, тейешле технологиялар нигеҙендә уңышлы атҡарҙы.
“Үҙәк” МТС-ы баҫыуҙарында 1260 гектар яҙғы бойҙай, уға ҡушып 500 гектар ужым бойҙайы ҡайтанан сәселде. 1408 гектарҙа техник культуралар, шул иҫәптән 915-ен рапс һәм 493-сөн көнбағыш тәшкил итә. Мал аҙығы культураларына килгәндә, бер йыллыҡтар 219 гектар майҙанды биләне. Кукуруз — 95, ҡарабойҙай 300 гектарға тиклем еткерелде.
Һуңғы йылдарҙа аграрийҙар иҡтисади табышлы культуралар, яңы сорттар, элиталы, юғары репродукциялы орлоҡтар сәсеүгә өҫтөнлөк бирә башланы. Хужалыҡтарҙың әкренләп, сәсеү агрегаттарын заманса техник ҡоролмалар менән йыһазландырыуы, техника парктарының яңыртылыуы, эшсе ҡулдарға мохтажлыҡ кисермәүе лә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүгә мөмкинлек бирҙе.
Бөгөн игенселәр сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү эшенә тотондо: баҫыуҙарҙы ҡоротҡостарҙан һәм ҡый үләндәренән химик эшкәртеү саралары башланды.
“Үҙәк” МТС-ында егәрле һәм намыҫлы хеҙмәткәрҙәр тир түгә. Иң өлкән, тәжрибәле механизатор булып Венер Хисаметдинов һынала. Венер Нәүфил улының хеҙмәт стажы 38 йыл. МТС-та ул 2000 йылдан алып эшләй. Быйыл рапс яландарын ул бер үҙе тиерлек сәскән. Смена эсендә иң күбеһе 100 гектарға тиклем майҙанды үткән. Тырыш ир-уҙаманды етәкселәре лә, хеҙмәттәштәре лә хөрмәт итә, уның кәңәштәренә олоһо ла, кесеһе лә ҡолаҡ һала.
Шулай уҡ ҡеүәтле “Джон Дир” агрегаттарында тупраҡты сәсеүгә әҙерләүҙә ал-ял белмәй хеҙмәт иткән Иван һәм Николай Лубиндар, яландарҙы “ҡорос аттар”ы менән иңләгән Марс Ғилфанов, Николай Беляев, Виталий Шабалин, орлоҡ менән тәьмин итеүсе Андрей Серкин, “МТЗ-82” тракторҙарында химик утауҙы башҡарған Азат Ғәйфуллин, Марсель Фәйзуллин, “КамАЗ” йөк машиналарында һыу ташыусы Рафик Мөхәмәтйәнов, Фәнил Фәйзуллин, тәмле аштар йөрөтөүсе Михаил Комзалов, Денис Чернов, Виктор Антипин һәм әлбиттә “Үҙәк” МТС-ының Архангел бүлеге идарасыһы Урал Яҡшыбаевтың фиҙәҡәр хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
— Быйыл сәсеү кампанияһы уңышлы тамамланды. Тәбиғәт тә һәр саҡ ыңғай ғына булды. Әлегә бөтәһе лә планға ярашлы бара. Районыбыҙ игенселәре быйыл да мул уңыш үҫтереп алыр, Башҡортостаныбыҙҙың иген келәттәрен тулыландырыуға тос өлөш индерер тип ышанайыҡ,-ти мәғлүмәт-консультация үҙәгенең агроном-консультанты Рәфис Абдуллин.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: