Инйәр
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 14:38

“Ҡоштарға ярҙам ит!”

Башҡортостанда етмешләп төр ҡош ҡышларға ҡала. Ала ҡарға, һайыҫҡан, сәүкә, тумыртҡа, күгәрсен, ҡарабаш турғай һәм башҡалар. Әле улар өсөн иң ауыр осор, сөнки ашарға табыу ҡыйын, ә сатлама һыуыҡтар ҡанатлы дуҫтарыбыҙ өсөн бигерәк һәләкәтле.
Район үҙәк балалар китапханаһы 1-се Архангел мәктәбенең 4-се класс уҡыусылары менән “Ҡоштарға ярҙам ит!” тигән тематик сара ойошторҙо. Китапханасы Валентина Журавлева балаларға беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:
— Көндәр һалҡынайыу менән ҡанатлылар бер тупҡа йыйылып, кеше йәшәгән ерҙәргә яҡыныраҡ булырға тырыша. Әгәр берәүһе ниндәйҙер ем тапһа башҡаларын саҡыра, хәүеф-хәтәр була ҡалһа — иҫкәртә. Ҡыш — ҡоштар өсөн һынау мәле. Шуға күрә беҙ тағараҡтар эшләп, ем һалып, уларға ярҙам итергә тейешбеҙ. Бәләкәй генә йән эйәләренә күп кәрәкмәй. Икмәк валсыҡтары, бойҙай, тары ярмаһы һәм башҡа бер ус ҡына ем һалып, аслыҡтан ҡотҡара алабыҙ. Ҡошсоҡтарҙың тамаҡтары туҡ булһа, һалҡынға бирешмәйәсәктәр.
Валентина Викторовна тумыртҡа, ҡыҙылтүш, шыршы турғайҙары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты, уҡыусыларға һорауҙар биреп, белемдәрен тикшерҙе, тәбиғәт тураһында фекерҙәре менән ҡыҙыҡһынды.
Сараның икенсе өлөшөндә балалар класс етәкселәре Марина Пленкина менән бергәләшеп тағараҡтар яһаны. Кескәйҙәр ниндәй генә “ашхана”лар эшләмәнеләр! Берәүҙәр ҡатырға ҡумтанан, икенселәр пластик һыу һауыттарынан. Әҙер тағараҡтарҙы район мәҙәниәт йорто эргәһендәге ағастарға элеп, ем һалып та ҡуйҙылар. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға һеҙ ҙә ярҙам итергә онотмағыҙ!
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: