Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Май 2019, 14:13

“Ғаилә аҙнаһы” старт алды

13-нән 19 майға тиклем Башҡортостанда Ғаилә аҙнаһы үтә. Ете көн дауамында республикабыҙ халҡы өсөн ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға һәм ата-әсә яуаплылығын формалаштырыуға йүнәлтелгән саралар тәҡдим ителә. Тәүге тапҡыр Ғаилә аҙнаһы былтыр майҙа Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ойошторолғайны. Кешеләргә бик оҡшаны, шуға күрә уны йыл һайын үткәрергә ҡарар ителде. Сараның программаһы бик бай: һәр кемгә ҡыҙыҡлы һәм файҙалыһын һайлау мөмкинлеге бар.
13 майҙа Башҡортостанда Ғаилә аҙналығын уҙғарыу сиктәрендә “Изгелектең ғаилә бумерангы” старт алды. Уның асылы яңы йәки ҡулланышта булған балалар әйберҙәре (мебелдәр, балалар арбалары, саналары, велосипедтар, һикерәндәктәр, ашатыу өсөн ултырғыстар, шулай уҡ стерелизациялау өсөн аппараттар) йыйыу. Бөтә йыйылған тауарҙар бер юлы ике йәки унан күберәк бала тыуған ғаиләләргә таратыла, ә әйбер етерлек тупланған осраҡта ҡуртым нигеҙендә башҡаларға ла бирелә. Тауарҙар Башҡортостан территорияһындағы бөтә “Ғаилә” үҙәктәрендә ҡабул ителә. Уларҙың адрестары, эш ваҡыты, шулай уҡ акция хаҡында тулы мәғлүмәтте 8 800 347 5000 телефонына (бушлай) шылтыратып белешергә мөмкин. Районыбыҙҙа ҡабул итеү Архангел ауылы, Совет урамы, 40-сы бинала (“Ғаилә” ресурс үҙәге, телефон: 2-26-74) башҡарыла. Әйберҙәрҙең таҙа һәм техник төҙөк хәлдә булыуы мөһим. Үҙегеҙҙең “изгелек бумерангын” осороғоҙ һәм ул һеҙгә балаларҙың йылы рәхмәттәре рәүешендә мотлаҡ кире ҡайтыр.
Бынан тыш, аҙналыҡ барышында 14 майҙа “Файҙалы кәңәштәр марафоны” (саҡырылған психологтар ата-әсәләрҙең һорауҙарына яуап бирәсәк), 15 майҙа “Бәхетле сәғәт”, 16 майҙа “Ата-әсәйҙәр рүлдә”, 17 майҙа “Әсәлек таланттарын аса” (Торатау Конгресс-Холында күргәҙмә һәм оҫталыҡ дәрестәре), 18 майҙа “Осрашыу урыны — “Ғаилә” ресурс үҙәге” (урындағы халыҡ өсөн Архангел “Ғаилә” ресур үҙәге бүлегендә ғаилә ялы), 19 майҙа “Ғаилә пикнигы” (интернет – конкурс. Ҡатнашыусыларға 19 майҙа пикникта төшкән фотоларҙы Инсаграмға йәки Бәйләнештәр социаль селтәрҙәренә урынлаштырырға кәрәк. Һәр фотоға шәхси номер ҡуйыласаҡ һәм еңеүселәр 20 май көнө көндөҙгө сәғәт 12.00-лә билдәләнәсәк. Конкурста бер генә фото ҡатнаша ала. Ике еңеүсегә приз — туристик палатка).
Гөлназ Яхина,
“Ғаилә” ресурс үҙәге начальнигы.
Читайте нас: