Инйәр
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Апрель 2019, 17:28

Ҡоштар — ҡанатлы дуҫтар

Ҡоштар — ҡанатлы дуҫтар, улар ер йөҙөндәге иң изге йән эйәһе, тормошобоҙҙоң йәме һәм тәбиғәтебеҙҙең матур бер күренеше.
Апрель башында халыҡ-ара ҡоштар көнө билдәләнә. Был дата күсмә ҡоштарҙың ҡайтыу мәленә тура килә. Рәсәйҙә ул XIX быуатта билдәләнә башлай һәм Советтар союзы осоронда рәсми статус ала. Ер йөҙөндә 8 мең 600 төр ҡош иҫәпләнә. Башҡортостанда 300-гә яҡын төрө осрай.
Аҙау мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәсеһе Таңһылыу Фәйзуллина, уның ярҙамсыһы Ләлә Сөләймәнова һәм музыкаль яҡтан биҙәүсе Фәнил Хәлилов тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләү, ижади һәләттәрҙе үҫтереү маҡсатынан Ҡоштар көнөнә арналған иртәлек ойошторҙо. Кескәйҙәр был байрамға ихлас әҙерләнде: шиғырҙар ятланы, бейеү, йырҙар өйрәнде, яратҡан ҡоштарының рәсемдәрен төшөрҙө. Билдәләнгән көн балалар баҡсаһына мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр, өләсәйҙәр йыйылды, шулай уҡ ауылдың мәҙәниәт клубы хеҙмәткәрҙәре З.Хисамова, А.Фәйзуллина һәм З.Бикмөхәмәтова ла саҡырылды. Улар тәрбиәләнеүселәргә йыр-моң алып килде.
Сара күңелле һәм файҙалы үтте. Балалар ҡоштарҙың үҙенсәлектәре, көнкүрештәре тураһында күп мәғлүмәттәр тупланы, белемдәрен тәрәнәйтте.
Ләлә Сөләймәнова,
Аҙау мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәсеһе ярҙамсыһы.
Читайте нас: