Ғаилә — ул система. Унда бөтә ағзалар бер-береһе менән туғанлыҡ ептәре аша бәйләнгән һәм хис-тойғолар бәйлелегендә йәшәй. Бер-береңә ярҙам итеү, психологик һәм физик ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү — дөйөм ҡағиҙәләр. Әммә, иҫерткес эсемлеккә бәйлелек үҫешкән ерҙә был ҡағиҙәләр төҫөн юғалта. Улар бергә йәшәүселәр файҙаһына түгел, ә алкоголь менән мауығыусының мәнфәғәтенә эшләй. Өйҙәгеләр барыһы ла эскән кешенең кәйефенә, үҙ-үҙен тотошона бәйле була башлай. Эскелек менән сирләүсе йәшәгән ғаиләлә ғәҙәттәгесә ирекһеҙләү, ҡаты мөғәмәлә, тупаҫлыҡ, әрләшеүҙәр урын ала. Бындай мөхиттә тәрбиәләнгән балалар алкоголизм сиренә юлығыу буйынса юғары хәүеф төркөмөнә ҡарай. Әлбиттә ул нәҫеллектән генә килмәй, үҫмер бәләкәстән бергә йәшәгән һәм эске менән мауыҡҡан кешенең ҡылыҡтарын ҡабатлай. Бында бәлиғ булмағандар төрлө роль үтәй. Роль — баланың даими булған урындағы күренештәргә реакцияһы ул. “Герой”мы, “янъял ҡуптарыусымы, йәки мәңге ғәйепле ҡалыусы”, “юғалған” йәиһә “ғаилә бетеүе”, “клоун” һәм башҡалар.
“Герой” — был бала бөтә өлкәлә лә юғары уңыштар күрһәтә. Уны барыһы ла (ата-әсәләр, уҡытыусылар, күрше-тирә) маҡтай. Үҙенең ҡылығы менән ул үҙенең ғаиләһендәге эскелек бәләһен кәметергә теләгәндәй. “Мәңге ғәйепле ҡалыусы” “герой”ҙың тап киреһе. Оҡшашлығы — икеһе лә һәр саҡ иғтибарҙа булырға тырыша. Әммә бындайҙар үҙҙәренең уңыштары, ҡаҙаныштары менән иғтибар йәлеп итә алмай. Шуға ла шаяра, тәртип боҙа, хөрт уҡый, иҫерткес эсемлек менән мауыға башлай, тәмәке тарта, насар компания менән аралаша.
“Клоун” баланың булмышы һәр саҡ бөтәһен көлдөрөү, эләкләү, үсекләү. Бындай ҡылыҡ уның үҙ-үҙенә ышанмаусанлығын, яҡшы мөнәсәбәттәр ҡора белмәүен, көлкөгә ҡалыуҙан ҡурҡыуын йәшерә. Шуға күрә үҙе көлә, мәрәкәләй. Бындай ҡылыҡ уға ғаиләләге проблеманы, ауырлыҡтарҙы оноторға ярҙам итә. “Юғалған бала” йә “Күренмәгән фәрештә” иһә шым, барлығы һиҙелмәгән бала, уны ғәҙәттә бөтөнләй күрмәйҙәр. Бәләкәстә бер кемгә лә кәрәкмәйем тигән инаныу барлыҡҡа килә. Бындай тойғо ғүмерлеккә күңеле түренә урынлаша һәм ҙурайғас тә үҙенең һәләттәрен тормошҡа ашырырға ҡамасаулай.
Ярҙамһыҙ был ролдәрҙән сығыуы бөтөнләй мөмкин түгел. Һәр ваҡыт көсөргәнешле хәлдә йөрөгән бала үҫә килә бушаныу өсөн юлдар эҙләй башлай һәм, әлбиттә, өйөндә күргәндәрҙе ҡулланасаҡ. Әгәр уларға белгес ярҙам итә икән, ҡылыҡтарҙы яҡшыға үҙгәртергә мөмкин.
Иҫкәртеү системаһы органдары (бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия, мәғариф бүлеге, үҙәк район дауаханаһы, Архангел ауылындағы реабилитация үҙәге, “Ғаилә” үҙәге бүлеге) социаль хәүефле һаналған ғаиләләрҙә йәшәүселәрҙе иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуҙан ҡотолдороу маҡсатында даими профилактик эштәр алып бара. Мәҫәлән, был категорияға ҡарағандарҙың өйҙәренә барып, санитар-гигиена нормалары, аҙыҡ-түлектең һәм башҡа мөһим әйберҙәрҙең барлығы тикшерелә. Бер йортта көн күргәндәр менән иҫкәртеүсе әңгәмәләр уҙғарыла. Психологик консультация ярҙамы күрһәтелә, йәғни йәшәйешен яҡшыртырға теләгән клиентҡа ҡатмарлы хәлдән сығыу юлдарын эҙләшә. Белгестәр бындай кешеләрҙең яңғыҙы менән дә, төркөмгә туплап та психологик күнекмәләр, тренингтар уҙғара. Быларҙан тыш, уларға буш мәлдәрен файҙалы ойошторорға булыша.
Бөтә сирҙәр кеүек эскелекте лә алдан иҫкәртеү еңелерәк. Шуға ла уның зыяны, кире эҙемтәләре тураһында аңлатырға, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаларға кәрәк. Ғәиләлә йылы, дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙең, үҙ-ара аңлашыу, килешеү булыуы зарур. Ир менән ҡатын араһында балаларына өлгө бирерлек күркәм хис-тойғолар, яҡшы ғәмәлдәр урын алырға тейеш.
“Ғаилә” республика ресурс үҙәгенең урындағы бүлеге психологы.