Инйәр
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
18 Октябрь 2018, 16:30

Бәпес ҡайтты – бәхет артты

Район хакимиәте башлығы А.А. Комзалов етәкселегендә ойошторолған кәңәшмәгә уның урынбаҫарҙары, бүлек мөдирҙәре, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары һәм идарасылары, ойошма һәм предприятие етәкселәре саҡырылды.

Сарала Александр Анатольевич “БР Төҙөлөш комплексын һәм архитектураны үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы райондың биш ғаиләһенә бала тыуған (йәки балаларҙы уллыҡҡа алған) осраҡта социаль түләүҙәр бүләк итте.
–Республикала демографик хәлде яҡшыртыу маҡсатында бихисап программалар тормошҡа ашырыла. Бөгөн БР Төҙөлөш һәм архитектура Дәүләт комитеты тарафынан биш йәш ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында сертификаттар тапшырабыҙ. Киләсәктә йортоғоҙҙа матур донъя көтөп, кескәйҙәрегеҙҙе лайыҡлы тәрбиәләп, илебеҙгә тырыш һәм фиҙаҡәр хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем,- тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе А. Комзалов.
Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар мөһим мәсьәләләргә туҡталып, ағымдағы аҙнала ойоштороласаҡ саралар планы менән танышты.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: