Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
30 Июнь 2018, 03:49

Йәштәрҙә — киләсәк

Район хакимиәте эргәһендәге майҙанда быйыл да байтаҡ халыҡ йыйылғайны. Тантанаға мәктәп уҡыусылары, студенттар, бәләкәй балалар, оло йәштәгеләр ҙә килде.

Район хакимиәте эргәһендәге майҙанда быйыл да байтаҡ халыҡ йыйылғайны. Тантанаға мәктәп уҡыусылары, студенттар, бәләкәй балалар, оло йәштәгеләр ҙә килде. Быйыл Рәсәй буйынса Ирекмәндәр, ә Башҡортостанда Ғаилә йылы айҡанлы сарала ошо тематикалар яҡтыртылды һәм ғәҙәттәгесә төрлө бәйгеләр ойошторолдо. Һауа торошо эҫе булһа ла, көйәрмәндәр иртә менән үҙәк стадионға футбол матчына йыйылды. Архангел, Арх-Латыш һәм Оҙондар ауыл биләмәләре йәштәре араһындағы ҡыҙыу ярышта арх-латыштар беренселекте яуланы. Өҫтәл теннисы бәйгеһендә Павел Савченко, Азат Мәзитов, Валдис Голубев еңеүселәр тип танылды. 10 йәшкә тиклемге шахмат турнирында малайҙар араһында 1- се урынды — Хәсәнов Иҙел, 2-сене — Мәзитов Руслан, 3- сөнө Исхаков Артур алһа, ҡыҙҙарҙан Рәхимова Камила— 1-се, 2-се урынға —Мәзитова Разалия, 3-сөгә Сафина Камила лайыҡ булды. Ир-егеттәр ҙә ярыштың был төрөндә көс һынашты. Һөҙөмтәлә, 1-се урынды — Азат Мәзитов, 2- сене— Азамат Рәхимов, ә 3-сө урынды Айдил Әхийәров яуланы. Бард йырҙары конкурсында Заһир Ғәниев еңеүсе тип танылһа, 2-се урын Рәсим Хисмәтуллинға, ә 3-сө иһә Ринат Насыров һәм Айгөл Мәзитоваға бирелде. Иртә менән башланған йыйында балалар өсөн аттракциондар, батутта һикереү, төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар ойошторолдо.
Сараның рәсми өлөшө эңер төшкәс дауам итте. Йәштәрҙе байрамдары менән тәбрикләп район хакимиәте башлығы А.А.Комзалов телмәр тотто. “Йәштәр—беҙҙең киләсәк. Улар сифатлы белем алып, тыуған еребеҙҙең уңышлы, кәрәкле кешеләре булырға тырыша. Юғары оптимистик рухлы, көслө, һәләтле йәштәребеҙ менән районыбыҙ алдында ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашыра алыуыбыҙға, һис шикһеҙ, ышанам”,- тип байрамдың мөбәрәк булыуын теләне Александр Комзалов. Артабан сәхнәгә йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова сыҡты. Ул, үҙ сиратында, район йәштәрен тәбрикләне һәм БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм физик культура министры А.И.Иванютаның ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
Мәртәбәле сара алдынғылар ҙы тәбрикләү менән дауам итте. “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр йорто педагогы Татьяна Пискуноваға БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм физик культура министрлығынан Маҡтау ҡағыҙы, “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр йорто психологы Анна Андрияноваға, төҙөлөш бүлегенең баш белгесе Ольга Бушмелеваға, мәғариф бүлеге методисы Лариса Эгитҡа Рәхмәт хаты, шулай уҡ район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Ольга Машненковаға, үҙәк район дауаханаһының теш табибы Диана Рудзитҡа, Арх-Латыш ауылы биләмәһенең йәштәр эше буйынса белгесе Әлфинә Исхаковаға, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге тренеры Станислав Рубинға, Максим Горький мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Татьяна Антипинаға, Максим Горький мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Нур Бәшировҡа, БДУ-ы студенты Максим Трезеға, Өфө иҡдисад колледжы студенты Таңсулпан Усмановаға, “Башкирэнерго” ЯСЙ-һы диспетчеры Анатолий Колесниковҡа тапшырылды. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй физкультура һәм спорт комплексының алтын билдәләре менән Хөснөтдинов Илмир, Хәлилов Марсель, Мөхәмәтйәнов Руслан, Кудряшев Дмитрий бүләкләнде. Районыбыҙҙың йәш ирекмәндәре лә ситтә ҡалманы, А. Тиунова Ғәйнетдинова Роксоланаға, Ващкевич Елизаветаға, Комлева Олесяға, Шевченко Юлианаға һәм Әхмәтгәрәев Артурға тантаналы рәүештә “Ирекмәндәр китабы”н тапшырҙы.
Йәштәрҙең байрамы матур концерт сығыштары менән дауам итте. Тамашасылар эҫе көндән һуң рәхәтләнеп күңел асты. Сара һуңында салют атылды, ул дискотека менән тамамланды.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: