Һәр нәмәнең үҙ сығанағы бар. Нурҙар бөйөк Ҡояштан башланғыс ала, япраҡтарға тәлгәше кәрәк, ағас олоно тармаҡ-тармаҡ тамырҙарҙан һутлана, ә улары һыуға мохтаж.
Архангел районында Яңы Шәрәй, Яңы Шишмә, Яңы Һарт ауылдары сағыштырмаса һуңыраҡ барлыҡҡа килгән. Сөнки бында донъя көтөүселәрҙең атай-олатайҙары Ҡырмыҫҡалы яҡтарынан күсеп килгән.
Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булыусы “Башкиргаз” ЯСЙ-һы начальнигы урынбаҫары Рәсил Ғилфан улы Камалетдиновтың өләсәһе Фатима һәм олатаһы Йөҙлөкбай Сәйфуллиндар ҙа башта Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Шәрәй ауылында йәшәгән. Улар бер нисә баш йылҡы, һыйыр тотҡан, хәлле генә донъя көткән. 1917 — 1918 йылдарҙа улар үҙҙәренә тиңдәш ғаиләләр менән Ағиҙел һәм Инйәр йылғалары аръяғындағы ерҙәргә китеп, урман уртаһындағы аҡланға күсеп ултырғандар. Ошонда ағас ҡырҡып торлаҡ төҙөгәндәр, шула итеп Яңы Шәрәй ауылына нигеҙ һалынған.
Рәсил Ғилфан улының атаһы яғынан олатаһы Низаметдин һәм өләсәһе Фәхерниса ла бында килеп төпләнә. Әсәһе Вәзиха Йөҙлөкбай ҡыҙы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ғәрәсәттәрен үткән Ғилфан Низаметдин улы ла ошонда ғүмер иткән. Яу йылдары осоронда ҡатын – ҡыҙҙар ҡап һуҡҡан, ҡоралдар төрөүгә тәғәйенләнгән төрлө күләмдәге материалдар, ҡап тоҡтар хәрби заводтарға оҙатылған. Ғилфан Ленинград фронтында кавалерия разведкаһында хеҙмәт итә. Еңеү көнөн ул Берлинда ҡаршылай. Хәрби юлы күп наградалар, шул иҫәптән Ленинградты обороналау, Берлинды алыу өсөн миҙалдары, “Бөйөк Ватан һуғышы” ордены менән билдәләнгән.
“Башинформсвязь” ЯСЙ-һының төҙөлөш бүлеге начальнигы, БР-ҙың атҡаҙанған элемтәсеһе Рәшит Рәзетдин улы Хәйретдинов та сығышы менән Яңы Шәрәй ауылынан. Уға ла йәшәү еңел бирелмәгән: алты ғына йәшендә атаһы вафат була. Ауыл тормошоноң ауырлыҡтарын иртә татып үҫә. Мәскәү ҡалаһында һалдат бурысын үтәгәндән һуң, Ивановта элемтәселәр курсын тамамлай. Тыуған яғына ҡайтҡас хеҙмәт юлын монтер булып башлай: элемтә өлкәһенең төҙөлөш майҙандарында эшләй. Һөнәре буйынса республикабыҙҙы арҡырыға-буйға йөрөп сыға, көндәре һәр саҡ юлда, тәгәрмәс өҫтөндә үтә.
Яңы Шәрәй ауылынан сыҡҡан тағы бер шәхес — һуңғы йылдарҙа “Россельхознадзор”ҙың референт үҙәге директоры урынбаҫары Ришат Фәрит улы Ҡоләмәтов. Башта Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтының “Ветеринария”, һуңынан Башҡорт дәүләт аграр университетының “Иҡтисад” факультетын тамамлай. Белемгә ынтылыуы, иңенә йөкмәтелгән эшкә яуаплы ҡарауы уға юғары вазифаларҙа уңышлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтергә мөмкинлек биргәндер.
Шулай итеп, Яңы Шәрәйҙән тамыр алған өс ир-уҙаман хаҡында һүҙ йөрөттөк. Ауылдаштарынан һис ҡалышмай, тыуған иле, ере өсөн намыҫлы хеҙмәт итеүселәр бихисап бында. Уларҙы тик бер генә нәмә — рух ныҡлығы берләштерә: тормош ауырлыҡтарына ҡаршы торор көс табыу, алға маҡсат ҡуя белеү һәм уға ҡарай ынтылыш алыу.
педагогик хеҙмәт ветераны.