Инйәр
+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
1 Февраля 2020, 06:15
Әүҙем ялға ни етә!
“Ғаилә” район-ара үҙәге тарафынан үткәрелеп, традицияға әүерелгән сираттағы “Ғаилә ялы” район мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре, 1-се һәм 2-се Архангел мәктәптәре менән берлектә ойошторолдо.
Был күңелле, күп яҡлы сара һәр айҙың һуңғы шәмбеһендә үткәрелә.
Был юлы ла үҙәк майҙансыҡҡа әсәй-өләсәйҙәрен етәкләгән малай-ҡыҙҙар ихлас йыйылып, төрлө мауыҡтырғыс, файҙалы уйындарҙа ҡатнашты. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа рәхәтләнеп ял итте, күңел асты. Һауа шарттарының көйһөҙлөгө лә уларҙың кәйефен ҡырманы. Сөнки, тәмлекәстәр менән ҡайнар сәй эсеп алғандан һуң, өшөүҙәр ҙә онотолдо. Ғөмүмән, һәр ғаилә ваҡыттарын күңелле үткәреп ял итте, файҙалы нәмәләргә өйрәнде, дуҫтар тапты.
“Ғаилә ялы”сараһына теләгән һәр ғаилә балалары менән килеп, ваҡыттарын, ялдарын файҙалы, матур үткәрә ала. Ай һайын уларға ниндәй генә саралар ойоштормайбыҙ: ихлас киләләр, күңелдәре булып, рәхмәттәрен әйтеп ҡайтып китәләр. Темалар бер ҡасан да ҡабатланмай, ә ай һайын төрлө маҡсатҡа ҡорола. Һәр ғаиләне, кескәйҙәрҙе көтөп ҡалабыҙ, — тип “Ғаилә” район-ара үҙәге етәксеһе Фәрзәнә Фәхрислам ҡыҙы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Эйе, ғаилә менән әүҙем ял итеү өсөн уңайлы сара. Килгәндәргә ижади оҫталыҡ дәрестәре менән майҙансыҡтар асыу ҡаралған. Бынан тыш, теләге булғандарға психологтар, ғаилә буйынса белгестәр үҙҙәренең йүнәлештәре буйынса эшләй, уларҙан консультациялар алырға мөмкин.
Әлеге ғаилә ялы ла дуҫтарса йылы мөхиттә үтте. Унда ҡатнашыусылар ойоштороусыларға бер тауыштан рәхмәттәрен белдереп, таралышты.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"