Инйәр
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Апрель 2022, 08:39

Башҡорт милли кейеме оҫталары күргәҙмәһе

“Тамға” конкурсы башҡорттарҙың төп милли кейемен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә.

Башҡорт милли кейеме оҫталары күргәҙмәһе
Башҡорт милли кейеме оҫталары күргәҙмәһе

“Тамға” конкурсы башҡорттарҙың төп милли кейемен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы саралары сиктәрендә 15 апрелдә Өфөлә башҡорт милли костюмдары күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмә 29 апрелгә тиклем республиканың Милли музейында дауам итәсәк.

Унда “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре ҡуйылды.

Экспозицияла Өфө, Мәскәү, Сибай ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Архангел, Балаҡатай, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Мәсетле, Туймазы, Учалы райондарынан проект финалистары, дизайнерҙарҙың эштәре тәҡдим ителде. Күргәҙмә сиктәрендә “Халыҡ кейеме интерпретацияһы мәсьәләһе” темаһына “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Уның эшенә этнографтар, художник-дизайнерҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылды.

Көмәрле ауылында йәшәүсе  Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙы Камалетдинова ла ошо киңәйтелгән сарала ҡатнашты.

— Санкт Петербург ҡалһындағы музейҙа һаҡланған таҫтар өлгөһөнөң күсермәһен ике яҡлы шыма сигеү менән атҡарып сыҡтым, уң яғы ла, тиҫкәре яғы ла бер иш. Уны  яңылыш тиҫкәре яғы менән элгәндәр, айырмаһын күрмәгәндәр, ахырыһы.

Тағы ла Белорет районы Йөйәк ауылының мәктәп музейындағы экспонат һаҡалдың күсермәһен (репликаһын) тәҡдим иттем.

Өлкән быуын ҡатын-ҡыҙҙарының таҫтар, ҡашмау, яулыҡ аҫтынан бәйләй торған маңлай бәйләүесе — һарауысты ла  эшләнем.  Сараға  тотош костюмды алдылар. Һөҙөмтәлә, ошо өс ижад емешем иғтибар үҙәгендә булды.

Яңыраҡ ҡына тубый — оло йәштәге ҡатындарҙың тиренән тегелгән баш кейемен дә  теккән инем.

Күргәҙмә бик йәнле барҙы. Тарихи башҡорт милли кейемен тергеҙеүгә  иғтибарҙың артыуы ҡыуандыра. Иң яҡшы этно-дизайнерҙарҙың эштәре, тәжрибәләре  менән танышыу, аралашыу ҡанатландыра, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты уңған һәм һәләтле яҡташыбыҙ Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙы.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото В.Камалетдинова тарафынан ебәрелде. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: