Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Июль 2025, 14:51

Ҡыйыу улдар үҫтергән ата-әсә күптәргә өлгө булырлыҡ

Максим Горький ауылында йәшәүсе Рәмилә Миҙхәт ҡыҙы менән Зиннур Зиннәт улы Бәшировтар дүрт батыр ул үҫтергән районыбыҙҙың ғына түгел, республикабыҙҙың да хөрмәтле кешеләре

Ҡыйыу улдар үҫтергән ата-әсә күптәргә өлгө булырлыҡ
Ҡыйыу улдар үҫтергән ата-әсә күптәргә өлгө булырлыҡ

Оло тормошҡа юл

Зиннур Зиннәт улы 1955 йылда Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында тыуа. Атаһы Зиннәт Әхмәтша улы урында билдәле, уҡымышлы кеше һанала. Ул өс яу үткәргән: 1939 йылда — Фин, унан тура Бөйөк Ватан һуғышына инә һәм 1945 йылдың көҙөнә тиклем Совет-япон бәрелешендә ҡатнаша. Ишле ғаиләлә балалар белемгә ынтылып үҫә. Зиннур ағайҙың туғандарының барыһы ла юғары белемгә эйә. Ул да яҡшы уҡый, физкультура дәресен ярата. Ярыштарҙа уға тиңдәр табылмай.

 Ҡауарҙы мәктәбен тамамлағандан һуң, 1973 йылда армия сафына саҡырыла. Егет Төркөстан хәрби округына эләгә. Ярты йыл Теджен ҡалаһында хәрби уҡыуҙар үтә. Сыҙамлы үҫмер бындағы саң-томанлы эҫе көндәргә, ҡырыҫ тәбиғәткә, һыуһауға ла тиҙ өйрәнә. Артабан Сәмәрҡәнд ҡалаһына күсерелә. Афған сигенә 200 саҡрым ғына ерҙә хәрби бурысты үтәү ҙур яуаплылыҡ талап итә. Танк һәм ауыр үҙйөрөшлө орудиелар ғәскәрендә көндәр шулай ҡәҙимгесә үтеп тора. Бер мәл  Мәскәүҙән совет актеры, кинорежиссер Сергей Бондарчук “Улар Ватан өсөн алышты” (Михаил Шолоховтың романы нигеҙендә) тип аталған яңы нәфис фильмына актерҙар эҙләп, Сәмәрҡәндкә килеп төшә. Хәрби частағы һәр взвод диҡҡәт менән тикшерелә. Һөҙөмтәлә яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән взводтағы хәрбиҙәр кино өсөн яраҡлы табыла. Һалдаттар Волгоград өлкәһенә, Дон һәм Волга йылғалары сиктәренә оҙатыла.

С.Бондарчук фильмдағы бөтә күренештәрҙең дә ысынбарлыҡҡа тура килеүен талап итә. Һалдаттар киноға төшөүҙән тыш, декорациялар ҡороуҙа, башҡа хужалыҡ мәшәҡәттәрендә ярҙамлаша, ысын окоптар ҡаҙа. Ә подразделение саперҙары һуғыш мәленән шартламай ҡалған боеприпастарҙы  юҡ итә. Зиннур Зиннәт улы Вячеслав Тихонов, Георгий Бурков, Юрий Никулин һәм  Василий Шукшин кеүек күренекле актерҙар менән тарихи ваҡиғала ҡатнашыуынан оло ҡыуаныс кисерә. Һалдаттар алты ай буйы йылға буйында палаткаларҙа йәшәп, “Улар Ватан өсөн алышты” нәфис фильмын төшөрөүҙә үҙ өлөштәрен индерә. Әрме хеҙмәтенең ошо мәле Зиннур ағай өсөн иң яҡты хәтирәләрҙең береһе.

Бәхет өсөн әллә ни күп кәрәкмәй...

1975 йыл Бәләбәй ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Техник-механик һөнәрен үҙләштергән белгес Архангел районының Баҡалды совхозына йүнәлтелә. Район мәктәптәрендә уҡытыусылар етешмәү сәбәпле, район мәғариф бүлеге егетте Максим Горький мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы итеп тәғәйенләй. Уға  өҫтәп башланғыс хәрби әҙерлек һәм трактор дәрестәрен дә бирәләр. Апаһы Мәүсилә Зиннәт ҡыҙы ла ошо белем усағында эшләй. Мәғариф өлкәһенә яңы килгән ҡустыһына  ныҡ ярҙам итә ул. Рус мәктәбендә үҙенә күрә ҡыйынлыҡтар булһа ла, утты-һыуҙы кисеп өлгөргән ир-егет бирешмәй — тырышлығы, башҡалар менән уртаҡ тел таба белеүе, сослоғо арҡаһында абруйы тиҙ үҫә.

1978 йылдың декабрь аҙағы. Колхозсылар йомғаҡлау йыйылышынан һуң, ауыл клубына Яңы йыл концертына йыйыла. Ул ваҡытта клубтың да, миллионер колхоздың да гөр килеп торған сағы (бөгөн генә хан һарайылай ауыл мәҙәниәт йорто  ике тиҫтәгә яҡын йыл бикле тора!). Йәштәр бер ерҙә шаярыша, ололар концерт башланғансы донъя, хужалыҡ хәлдәре тураһында гәп һата. Иптәш егете менән клуб эсенә инеп-сыҡҡандарҙы күҙәткән Зиннур ҡупшы кейенгән, ап-аҡ йөҙлө, нескә билле бер сибәргә күҙ ташлай. Быға тиклем ни эшләп уны күргәне булмаған икән?! Егет тамаша  бөтөп, бейеүҙәр башланғанын түҙемһеҙләнеп көттө. Һис шикһеҙ, ҡыҙ менән танышасаҡ!

Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәре дөрөҫ. Рәмилә Миҙхәт ҡыҙы менән шул көндән бирле 46 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп киләләр. 1979 йылдың йәйендә яңы өйләнешкән пар  Ҡауарҙыға ҡайта. Ғаилә башлығы “Мағаш” колхозында баш инженер, ә Рәмилә апай Ҡауарҙы ауыл советында баш хисапсы булып эшкә урынлаша. 1980 йылда — улдары Айнур, 1983 йылда  Нур донъяға килә. Биш йылдан һуң, Бәшировтар кире Максим Горькийға күсә. Колхоз етәкселеге уларҙы ҡуш ҡуллап эшкә ала, йортон да бирә. Ирле-ҡатынлы  хужалыҡ тарҡалғанға тиклем яуаплы вазифаларҙы башҡара. Аҙаҡ  Зиннур ағай менән Рәмилә апай Башҡортостан Республикаһының Һауа хәрәкәтен хеҙмәтләндереү үҙәгенә урынлаша һәм хаҡлы ялға ла шунан китә. Максим Горькийҙа йәшәгән осорҙа 1989 йылда —Азат, 1998 йылда  Илнар тыуа. Егәрле ата-әсә матур итеп донъя көтә, иркен йәшәй. Бәхет өсөн күп кәрәкмәй — яҡындарыңдың һау-сәләмәт булыуы, аңлашыусанлыҡ һәм ҡәҙерҙәрен белеү мөһим.

Улан бағыу — ил бағыу

Бәшировтар улдарына яҡшы тәрбиә, белем бирә. Ғәҙел, илһөйәр, көслө рухлы булып буй еткергән Айнур, Нур,  Азат һәм Илнарға киләсәк яҙмыштарын хәрби хеҙмәт менән бәйләргә тура килә.

Өлкәндәре Айнур 1997 йыл Максим Горький мәктәбенән  һуң, Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Егет уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Артабан Ватан алдындағы изге  бурысын үтәргә оҙатыла. Чечен республикаһында махсус разведка ғәскәрендә хеҙмәт итә. Яҡташыбыҙ иң ҡаты яуҙарҙа ла ҡурҡып ҡалмай, һәр саҡ алғы һыҙыҡта бара. Үҙен яҡшы һалдат итеп таныта. Ата-әсәһенә ебәрелгән Рәхмәт хаттары, хәрби наградалар ошо турала һөйләй. Әрменән ҡайтҡас, райондың спорт мәктәбендә эшләй. Юғары белем алыу теләге менән Башҡорт дәүләт педагогия институтының физкультура факультетына көндөҙгө бүлеккә уҡырға инә. Уны ла ҡыҙыл дипломға бөтөрә. 2003 йылда хеҙмәт юлын ОМОН-да  (махсус тәғәйенләнештәге мобиль отряд) башлай һәм  байтаҡ йылдар  дауамында уға тоғро ҡала. Айнур артынан ауылдаш егеттәре лә шунда хеҙмәт итергә юллана.  2020 йылда Эске эштәр министрлығының юғары университетын тамамлай. ОМОН-да өлкән сержант, өлкән офицер, аҙаҡ подполковник дәрәжәһе бирелә.

Айнур Украиналағы махсус хәрби операцияла тәүге көндәрҙән үк ҡатнаша. Командир булараҡ, һалдаттарын хәстәрләй, иптәштәренә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тора. Үҙен оҫта, тәжрибәле етәксе, ҡурҡыу белмәҫ һалдат итеп күрһәтә. Бөгөн уның ике тиҫтәгә яҡын хәрби наградалары бар. Шуларҙың береһе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Хәбиров тарафынан бүләк ителгән “Генерал Шайморатов” ордены. Махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядтың өлкән офицеры, полиция подполковнигы А.Бәширов үҙ  подразделениеһы менән марш башҡарған саҡта дошман артиллерияһының һәм атыу ҡоралдарының һөжүменә эләгә. Подполковник, дошмандың өҙлөкһөҙ утына ҡарамаҫтан, тәүәккәл һәм һалҡын ҡанлы эш итә. Һөҙөмтәлә шәхси состав араһында юғалтыуҙарға юл ҡуймай, һөжүм кире ҡағыла.

Айнур Зиннур улы тыуған ауылын, мәктәбен, ата-әсәһен, туғандарын бер ваҡытта ла онотмай. Уңайы тура килгән мәлдә ҡәҙерле кешеләре янына  ҡайтырға ашҡынып тора. Бигерәк туған йәнле ул. Электән үк мәктәптең, һуңынан ауыл биләмәһенең баскетбол, волейбол командаһында уйнаған ир-уҙаман ярыштарҙа ла ҡатнашырға тырыша. Энеһе Нур Зиннур улы менән бергә даими рәүештә үҙ аҡсаларына бәйгеләр  ойоштора.  Тормош иптәше Галина Владимировна менән өс ул үҫтерә. Ололары Илдар Өфө мәғлүмәт-технология колледжы студенты, Данил һәм Данис — уҡыусылар. Айнур башҡаларға үрнәк булған атай, тип әйтеү хаҡлы. Ул  улдарын ысын ир-егет итеп тәрбиәләй.

Нур Бәширов ғаиләһе менән Максим Горький ауылында йәшәй. Ул да бөгөн махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Быға тиклем урындағы мәктәптә физкультура, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәренән һабаҡ бирә.  Бәләкәйҙән сос, теремек үҫмер өлгөргәнлек аттестатын алғас та, ағаһы артынан физкультура уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерергә теләп, документтарын Өфө педагогия колледжына тапшыра. Белем усағының данын яҡлаусы иң яҡшы спортсылар иҫәбендә була. Уҡыған сағында уҡ Рәсәй, республика буйынса ярыштарҙа, чемпионаттарҙа ҡатнаша. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғас, башта алты  ай Саратовта уҡыуҙар үтә, аҙаҡ  Төнъяҡ Осетия республикаһына — Аланияға оҙатыла. Артиллерия ғәскәрендә хеҙмәт иткән һалдат үҙенең мөмкинлектәрен, көсөн һәм оҫталығын тикшереү маҡсатында килешеү төҙөй. Өс йылдан артыҡ Осетияла барған хәрби бәрелештәр уртаһында ҡайнай. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, наградалары уның ҡыйыу һалдат булыуын дәлилләй.

2010 йылда Айгөл Таһир ҡыҙы менән өйләнешә. Ситтән тороп Бөрө педагогия университетының физкультура факультетын тамамлай. Тыуған мәктәбендә көрәшселәр түңәрәген ойоштора. Юғары категориялы уҡытыусы дәрәжәһенә етә.  Әйткәндәй, Нур Зиннур улы районыбыҙҙың билдәле көрәшсеһе —  милли көрәш буйынса алты тапҡыр район һабантуйы чемпионы исемен яуланы. Ҡыҙҙары Камилла, Карина мәктәпкә йөрөй, ә кескәйҙәре Батырханға дүрт йәш тулды. Ғаилә башлығы балаларына бер нимәгә лә  мохтажлыҡ күрһәтмәй. Матур тәрбиә биргән, бәхетле баласаҡ бүләк иткән йүнсел, ышаныслы  атай ул.

Азат Бәширов 1989 йылдың 25 февралендә донъяға килә. Ике ағаһы уның тыуғанын шатланып көтөп ала. Инде ап-аруҡ үҫеп, ата-әсәләренең уң ҡулына әйләнгән Айнур менән Нур энеләрен ҡарашыуҙа ныҡ ярҙам итә. Иркәрәк кенә малайҙы үҙҙәре ыңғайына көрәшергә, атыш уйнарға, атта йөрөргә өйрәтә. Шуҡ була балалар. Шулай ҙа Рәмилә апай уларҙы бөхтәлеккә лә, аш-һыу әҙерләргә лә, йыйнаҡлыҡҡа ла өйрәтә. Улдары аталары менән утын, бесән әҙерләү, мал-тыуар ҡарауҙан тыш, инәләренә лә ярҙамлаша. Был ҡатын-ҡыҙҙар эше, ә был ирҙәрҙеке, тигән төшөнсә Бәшировтар өсөн ят.

Азат Зиннур улы Мәскәү янында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыу хәрби ойошмаһы органдарында хәрби хеҙмәт үтә. Армияға тиклем урман хужалығы колледжын тамамлай. Әрменән ҡайтҡас, хеҙмәтен килешеү төҙөп, Алкино хәрби часында дауам итә. Хәрби ипотека буйынса фатир һатып ала. Кәләше Регина Зәкирйән ҡыҙы менән өс бала үҫтерә. Ҡыҙҙары Камила, улдары Алан һәм Илдан. Улар татыулыҡта һәм муллыҡта ғүмер кисерә. Азат ҡатынына, балаларына һәр саҡ ихлас мөғәләмәлә. Күңелдәрен күтәрерлек йылы һүҙҙәрен дә, иғтибарын да йәлләмәй, ата-әсәһенә лә итәғәтле. Ғәзиздәренән  айырылмай ғына йәшәргә ине лә бит — хәрбилек баштан һыйпап ҡына тормай шул.

Украиналағы махсус операция башланыу менән контракт буйынса хеҙмәт иткән рядовойҙар,  сержанттар, офицерҙар һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр алғы һыҙыҡҡа оҙатыла. Азат та ағаһы Айнур, Нур  һәм энеһе Илнар менән һуғыш яланында. Ул — батальондың техник-механигы.  Бәләкәйҙән нигеҙ булып һалынған   ватансылыҡ тәрбиәһе  башҡаса уйларға, эшмәкәрлек итергә юл ҡуймай. Уға көн һайын һуғыштың аяныс күренештәрен үҙ күҙҙәре менән күрергә, яраланған, зәғифләнгән, һәләк булған иптәштәре өсөн ысын йөрәктән әсенергә тура килә. Әйткәндәй, яңыраҡ Азат әсәһенә хәрби часть командирынан “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы әсәһе” миҙалын алып ҡайтып тапшыра.

Бәшировтарҙың кескәйҙәре Илнар 1998 йылғы. Ул тыуғанда күҙ асҡыһыҙ ыжғыр буран уйнай. Район үҙәгенә юл юҡ. Тиҙ ярҙам саҡырталар, тик ул ауылға ҡәҙәр килеп етә алмай. Зиннур ағай Рәмилә апайҙы һырынтылар аша  юлға тиклем ат санаһында сығара. Шулай буранлап тыуған сабый ул.

 Ергә берегеп йәшәгән ғаиләлә хеҙмәт тәрбиәһе үҙенән-үҙе һалына. Малайҙарҙың дүртеһе лә кесе йәштән эш мәғәнәһен аңлай, бер ваҡытта ла шуны шулай эшләргә, тип әйткәнде көтмәй, үҙҙәре төшөнөп башҡара, ҡыҫҡаһы — “булыр бала бишектән”. Бер-береһенә таянып үҫкән егеттәрҙә туғанлыҡ хисе һәр саҡ көслө. Бөгөн ошоға аңлатма ярылып ята.

Илнар Өфөнөң автотранспорт колледжында өс кенә ай уҡый ҙа, армияға саҡыртыу ҡағыҙын ала. Бер йыл хеҙмәт иткәс, уҡыуын дауам итеп, автомеханик һөнәренә эйә була. Ағалары хәрби хеҙмәт юлын һайлағас, Азат янына Алкиноға килә. Кем уйлаһын инде, илдәр араһында бәрелештәр булыр тип. Контракт буйынса бер йыл да хеҙмәт итеп өлгөрмәй, Украиналағы хәл-ваҡиғалар башлана. Ул да ағалары менән тәүгеләрҙән булып махсус операцияға юллана. Бында Илнар “КамАЗ”  йөк машинаһында боеприпастар ташый. Бер нисә тапҡыр дошман уты аҫтында ҡалып, машинаһын юғалтыуһыҙ сығарыуға өлгәшә. Илебеҙ Президенты Владимир Путин исеменән Жуков миҙалына һәм башҡа наградаларға лайыҡ. Ул да Бәшировтар исеменә тап төшөрмәй, ҡаһарман һалдаттар рәтендә. Ике йыл элек Азат менән Илнарға “Хәрби бәрелештә ҡатнашыусы” тигән таныҡлыҡ та бирелә. Өйҙә Илнар Зиннур улын хәләл ефете Карина Фәрит ҡыҙы көтә.

Рәмилә апай һәм Зиннур ағай кеүек батыр, илһөйәр улдар үҫтергән ғаиләләргә ҙур рәхмәт. Яу ҡырҙарында  алышҡан ҡәҙерлеләребеҙ ата-әсәләре, ҡатындары, балалары, яҡындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Ғүмер дауамында һәр беребеҙгә ғаилә йылыһын тойоп йәшәргә яҙһын.

Дилара Бәҙретдинова.

Ирина Куркова фотоһы.

 

Автор: Дилара Бадретдинова
Читайте нас