Инйәр
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
17 Май 2023, 15:39

Тулы тормош менән йәшәй

Әнисә Хәйбулла ҡыҙы Ҡотлогилдина (Йосопова) күп һынауҙарҙы үҙ иңендә күтәргән көслө быуын вәкиле.

Тулы тормош менән йәшәй
Тулы тормош менән йәшәй

Әнисә Хәйбулла ҡыҙы Ҡотлогилдина (Йосопова) күп һынауҙарҙы үҙ иңендә күтәргән көслө быуын вәкиле.

Тирәкле ауылында ғүмер итеүсе Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның эҙемтәләре михнәттәрен татыған “һуғыш балаһы”, тыл ветераны  Әнисә Хәйбулла ҡыҙы Ҡотлогилдина (Йосопова) йәмле май айында 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул ошо оҙон ғүмере эсендә ҡайғыһын да, шатлығын да күп кисергән. Әнисә Йосопованың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Бәләкәйҙән бөтмөр тырыш ҡыҙ бик иртә колхоз эшенә йәлеп ителә. Әле лә шул мәлдәрҙе тетрәнеп, тулҡынланып иҫкә ала. Ауыл халҡы фашизмды еңеү өсөн фронтҡа һуңғы ҡабым ризығын оҙата. Ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро һәм балалар тырышлығы менән яулана күҙ йәштәренә мансылған Еңеү көнө.

Ҡыҙҙары тыуғанда инәһе менән атаһы уға  бәхетле яҙмыш юрай. Әммә был бәхеткә юл  урау-урау һәм һикәлтәле була,  шулай ҙа ағинәй уға лайыҡлы өлгәшә. Ә башта етемлек, һуғыш, етешһеҙлек, һағыш, үкенестәр...

Колхозлашыу башланғас, урындағы власть тарафынан хәлле йәшәгән Ҡотлогилдиндарҙың бар мөлкәте тартып алына,  ярлыларға таратыла. 1937 йылдың 31 авгусында ғаилә башлығы Хәйбуллаға “кулак” мөһөрө тағып, үҙен, ҡатынын, ике өлкән улдары Мөхәммәт һәм Мөхәммәтшаны ҡулға алып, Өфөгә алып китәләр. Өйҙә береһенән-береһе бәләкәй сабыйҙар тороп ҡала. Тотҡонға эләккән әсә Архангел ауылына етәрәк хәрбиҙәрҙән  ҡаса. Аяҡ-ҡулдарын ағас ботаҡтарына сыйып, аҙып-туҙып, кискә ҡарай Тирәкле урмандарына етә. Төн булғас, һаҡ ҡына өйөнә табан ыңғайлай. Хөсниямалдың  ҡайтҡанын ауыл халҡы белһә лә береһе лә  һатмай. Инәләренә шул рәүешле сабыйҙарын үҙ ҡулдарында тәрбиәләп үҫтереү бәхете тейә. 

Аталары 1937 йылдың 7 сентябрендә НКВД-ның ҡарары менән атып үлтерелә һәм Сергеев ҡәберендә ерләнә. Бер ағаһының яҙмышы бөтөнләй билдәһеҙ, ә икенсеһе Бөйөк Ватан һуғышына тиклем төрмәлә ултыра, аҙаҡ фашистарға ҡаршы фронтҡа оҙатыла һәм яу ҡырында ятып ҡала.

Мал-мөлкәтһеҙ ҡалған яңғыҙ әсә балаларын ас ултыртмаҫ өсөн көнө-төнө колхозда бил бөгә. Фашист илбаҫарҙары һуғыш иғлан иткәс, уларҙың былай ҙа шыҡһыҙ тормошона ҡуйыраҡ шәүлә төшә. Әнисә  тиҫтерҙәре кеүек әсе яҙмышҡа дусар ителә. Көс етмәҫлек ирҙәр эше, аслыҡ-яланғаслыҡ,  етемлек сибек ҡыҙ баланы ныҡ булырға, ҡаушап ҡалмаҫҡа, һыр бирмәҫкә, үткерлеккә өйрәтә. Һуғыш йылдарындағы хеҙмәт сынығыуы уны артабан һәр ерҙә алға әйҙәй.

Әнисә Хәйбулла ҡыҙы   беләктәренә көс ингәндән бирле һауынсы булып эшләй. Үҫмер йәшенән хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо һөнәренә тоғро ҡала. Заманында малсылыҡта тир түгеү данлыҡлы ине шул. Уңған хеҙмәткәр райондың алдынғы һауынсыларынан һанала, һөт һауып алыу буйынса пландарҙы һәр ваҡыт арттырып үтәй. Йәмәғәт эштәрендә лә ҡайнап йәшәй. Бер нисә тапҡыр ауыл советы һәм район депутаты итеп һайлана. Намыҫлы хеҙмәте өсөн  юғары дәрәжәле орден-миҙалдарға лайыҡ.  Маҡтау ҡағыҙҙары менән Рәхмәт хаттарының һаны бихисап. Үҙенең буласаҡ тормош иптәшен дә ошонда уҡ осрата. Ғилмәзитдин Камалитдин улы Йосопов мал ҡараусы булып эшләй. Бер-береһен оҡшатып, сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Бөгөн улар 60 йылдан артыҡ бергә. Нәүфил, Әнфирә, Нурфилә, Анфиса исемле ул һәм ҡыҙҙарын тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырғандар. Бәхетле олатай-өләсәйҙең 8 ейән-ейәнсәрҙәре, бер бүләсәрҙәре бар.

Йосоповтар заманса торлаҡ шарттары булдырылған иркен, матур йортта донъя көтөп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә, тулы тормош менән йәшәй.  Һуңғы йылдарға тиклем һыйыр аҫрағандар, әле ваҡ мал, ҡош-ҡорт тоталар. Ғилмәзитдин Камалитдин улы  һаман “МТЗ” тракторының руле артына ултырып, балаларына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Әнисә Хәйбулла ҡыҙы ла йорт тирәһендә йүгереп йөрөй. Алыҫтағы туғандары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән телефон аша хәбәрләшеп тора, ғаиләһенең, яҡындарының киләсәген хәстәрләп йәшәй, барыһын да дәртләндереп, ҡеүәтләп тороусы.

Бер быуатҡа яҡын тормош юлы үткән, күп тарихи ваҡиғаларҙың, шанлы йылдарҙың шаһиты булған ил инәһенә   теләк бер: юбилейығыҙ — 91-се ғүмер яҙығыҙ мөбәрәк булһын, Хоҙай һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ бирһен, балалар игелеге күреп, ҡәҙер-хөрмәттә, шатлыҡ-һөйөнөстәргә төрөнөп йәшәгеҙ.

Дилара Бәҙретдинова.

Альберт Рәхимов  фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: