Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
17 Май 2023, 15:26

Ғаилә — киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе

Йыл һайын 15 майҙа бөтә донъяла Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә.

Ғаилә — киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе
Ғаилә — киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе

Йыл һайын 15 майҙа бөтә донъяла Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Был байрам 1993 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы башланғысы менән төрлө илдәрҙең йәмәғәтселеге иғтибарын ғаилә мәсьәләләренә йүнәлтеү маҡсатынан булдырыла.

Ғаилә, йәмғиәттең төп нигеҙе булараҡ, кеше ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте һәм быуындарҙың тарихи күсәгилешлеген һаҡлаусы, тотороҡлолоҡ һәм үҫеш шарты һанала. Уның арҡаһында дәүләт нығый, халыҡтың көнкүреше яҡшыра. Һәр заманда ла илдәрҙең йәшәйеше хаҡында  ғаиләнең йәмғиәттәге урыны һәм дәүләттең уға ҡарата мөнәсәбәтенән сығып  фекер йөрөтөлә. Ғаилә — мөхәббәт, хөрмәт, теләктәшлек һәм яҡынайыу сығанағы, уның именлеге — илдең сәскә атыу һәм мөмкинлектәр  сараһы.

Мәртәбәле көн уңайынан район үҙәгендә һәм ауылдарҙа матур саралар үткәрелде. Район мәҙәниәт йортонда быйыл тәү тапҡыр мәҙәниәт бүлегендә бергә хеҙмәт иткән ғаилә парҙары тәбрикләнде. Бына улар: Физәлиә һәм Наил Ғәниевтәр, Сәриә һәм Рәүф Мағазовтар, Вәлимә һәм Закир Өмөтбаевтар, Екатерина  һәм Алексей Егоровтар.

Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ольга Логинова һәм район мәҙәниәт йорто директоры Любовь Тюленева ғаиләлә лә, хеҙмәт урынында ла иңгә-иң терәшеп, тырышып, илһамланып эшләүсе парҙарҙы, залдағыларҙы  Халыҡ-ара ғаилә көнө менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Тамаша концерт номерҙары менән дауам итте.

Әйткәндәй, район буйынса  никахтары рәсми теркәлгән 27 пар бергә бер үк  ойошмала эшләйҙәр икән. Ошо уҡ көн районыбыҙҙың төрлө өлкәләрендә: медицина, мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм башҡа ойошмаларында тир түккән ирле-ҡатынлы хеҙмәттәштәрҙе етәкселәр матур байрам менән ҡотланы. Был йола артабан да дауам итер, башҡаларға үрнәк булған, тәртипле балалар тәрбиәләгән, республикабыҙ мәнфәғәте өсөн намыҫлы хеҙмәт иткән ғаиләләр һаны артыр тигән теләктә ҡалабыҙ.

Дилара Янбаева.

Фото — "Бәйләнештәр" социаль селтәренән.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: