Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Март 2021, 13:32

Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге нимәлә?

Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге нимәлә?

Кемдер әсәлектә, икенселәр, эшлекле, тормош юлдашына тоғро терәк, яҡшы ҡатын булыуҙа, ә берәүҙәр, үҙеңде яратыуҙа, һәр саҡ күркәм йөрөүҙә ти. Нескә күңелле, наҙлы һүҙле, тыйнаҡ, урынлы кәңәштәр бирә белгән, йомшаҡ та, кәрәк саҡта ҡатҡыл да ул гүзәл заттарыбыҙ. “Ир — баш, ҡатын — муйын”, тигәндәй ваҡытында муйынын да бора, көслө заттарҙы әсир ҙә итә. Утҡа ла, һыуға ла инер, балаһы өсөн йәнен бирер, ире өсөн ҡалҡан булыр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тормошобоҙҙоң биҙәге, уға йән һәм йәм биреүсе.
***
Алыҫ Илеш районының Яңы Аташ ауылында тыуып-үҫкән Клара Тәбрик ҡыҙы Минйәшева бөгөн тормош иптәше Илфат ағай менән Айытмәмбәт ауылында тормош көтә. 1987 йылда Өфө ҡалаһында тегенсе һөнәренә уҡып йөрөгәндә Айытмәмбәт ауылына әхирәтенә ҡунаҡҡа ҡайтҡанда таныша улар.
Минйәшевтар алты балаға ғүмер бүләк иткән. Бөгөн ике ҡыҙҙары үҙ аллы оя ҡорған, бер ҡыҙҙары Оҙондарҙа эшләй, тағы берәүһе Өфөлә белем алһа, ике бәләкәстәре мәктәптә уҡып йөрөй.
Клара Тәбрик ҡыҙы күп балалы әсә булараҡ бик ҙур тормош тәжрибәһе туплаған гүзәл заттарҙан һанала. Тәртипле биш ҡыҙ, бер ул үҫтереү, уларға төплө белем, тәрбиә биреүҙә уның тырышлығы әйтеп бөткөһөҙ.
— Күп балалы әсә булыу — оло бәхет, — ти ул. — Күптәр беҙҙең ваҡытта ишле бала үҫтереү ауыр тип уйлай, сөнки мәшәҡәттәр һәм финанс сығымдары бер нисә тапҡырға арта. Ләкин өс һәм унан күберәк бала әсәләре, киреһенсә, бер балаға ҡарағанда бер нисәне үҫтереүе күпкә еңелерәк, ә ҙур татыу ғаиләләге һөйөү һәм бәхет бөтә ҡыйынлыҡтарҙы юҡҡа сығара, тип иҫәпләй. Балаларыбыҙ беҙҙең киләсәк. Шуға күрә уларҙы наҙлап, иркәләп, матур итеп үҫтерегеҙ.
8 Март байрамында тыуған яҡтарыма ҡунаҡҡа ҡайтып, атайымдың тыуған көнөн үткәрәсәкбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән барлыҡ гүзәл заттарҙы, ә тәү сиратта сабыр, аҡыллы, уңған һөйөклө әсәйемде, ҡыҙҙарымды ҡотлайым һәм ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем, — ти уңған ханым.
Читайте нас: