Инйәр
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Август 2020, 16:56

Күңелемә оло йыуаныс биргән һөнәр

Тирәкле мәктәбендә байтаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән һабаҡ биргән Әлмира Рафаил ҡыҙы Баһауетдинова районда ғына түгел, республика кимәлендә лә һәләтле уҡытыусы, туған теле өсөн йән атыусыларҙың береһе булараҡ билдәле.

Тәүәкәс һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, ул игеҙәге Әлфира менән Нуриман районының Ҡыҙылъяр урта мәктәбендә белемдәрен дауам итә. Бер туғандар урта мәктәпте уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. “Уҡытыусы һөнәрен һайлауға нимә этәрҙе?”— тигән һорауға Әлмира Рафаил ҡыҙы былай тип яуап бирҙе:
— Тәүәкәстә башланғыс класта беҙҙе остазыбыҙ Юлмөхәмәтова Роза Ғәббәс ҡыҙы уҡытты. Уның балаларға ҡарата йылы мөнәсәбәте, оҫта ойошторолған, мауыҡтырғыс дәрестәре, төрлө сағыу саралары, бигерәк тә ҡурсаҡ театры түңәрәген алып барыуы уҡытыусы һөнәренә һөйөү уятты. Өйҙә лә һәр ваҡыт мәктәп булып уйнарға ярата инек. Икенсе сәбәбе, 90-сы йылдарҙа республикабыҙҙа башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, уны дәүләт теле статусына күтәреү маҡсатынан эре ваҡиғалар үтте. Шуның йоғонтоһо аҫтында ла туған телебеҙҙе артабан үҫтереү, уның һаҡсыһы булыу теләге башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына йүнәлтте лә инде.
Эйе, тап 1989 йылда БДПИ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетының башлап асылған ғына сағы. Игеҙәк ҡыҙҙар бында яҡшы белемле һәм әүҙем студент икәндәрен тағы бер ҡат иҫбат итә. Төрлө конкурстарҙа, конференцияларҙа ҡатнаша, ә уларҙың өҙҙөрөп башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыуҙарын күптәр һаман да иҫләй.
Ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын туған Тәүәкәс мәктәбендә башлай. 1996 йылда Тирәкле мәктәбендә “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” фәненән дәрес бирә. Ике йылдан Ҡыҫындыла директорҙың белем биреү буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара, шулай уҡ “Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте”н алып бара. 2001 йылда ҡабаттан Тирәклегә ҡайта һәм бөгөнгәсә ошо белем усағында ең һыҙғанып эшләй. Бында башта рус теленән һабаҡ бирә, ә 2009 йылдан алып Әлмира Рафаил ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡарата балалар күңелендә туған телгә, әҙәбиәткә, тарихҡа, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләй.
— Бөгөн заман ҡатмарлашып китте. Йәшәйешебеҙгә глобалләшеү үтеп инде. Шул айҡанлы беҙҙән үҙгәреү, яңыса фекерләү талап иткән бөткөһөҙ реформалар, белем биреү системаһының яңы стандарттары уҡытыусыларға ҙур талаптар ҡуя. Яңы стандарттарға яраҡлашырға, ҡулайлашырға, ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәргә бурыслыбыҙ. Әммә заман ниндәй генә талаптар ҡуймаһын, уҡытыусы бер нисә тәғлимәткә һәр саҡ тоғро: уҡыусыларҙы ул үҙ предметын яратырға һәм хөрмәт итергә, үҙенең дәресе аша донъяны танып һәм аңлап белергә, тимәк, туҡтауһыҙ камиллашырға, предметты өйрәнеү сиктәрендә алған белемде тормошта ҡулланырға өйрәтә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — бөгөнгө көндөң маяғы. Шуға күрә лә мин һәр дәрескә яңылыҡ алып килергә тырышам. Һөйләргә өйрәтеү, телмәр үҫтереү, туған телеңә, халҡыңа ҡарата һөйөү, ихтирам уятыу — минең төп маҡсатым. Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының роле бик ҙур. Сөнки беҙ әҙәбиәт ғилеме менән берлектә балаларҙа кешелек һәм әҙәплелек сифаттары тәрбиәләйбеҙ, тормошто аңларға, уны яратырға, үҙ юлыңды табырға өйрәтәбеҙ. Быларҙың һөҙөмтәһе йылдар үткәс кенә беленә.
Башҡорт теленән сифатлы белем биреү, яҡшы һөҙөмтәгә ирешеү өсөн матди-техник базаның да етерлек кимәлдә булыуы шарт. Заман балаһы, үҫмере юғары техникалар идара иткән мәлдә үҫешә. Шуға күрә дәрестәр, мәктәптән тыш сараларҙы ойоштороуҙа ошо талаптарға яуап биреү мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп башҡорт теле кабинеттары бөгөн үҙҙәренә ябай ноутбук һәм компьютерҙан башҡа алға киткән техникаларҙы, ҡоролмаларҙы рөхсәт итә алмай. Бына ошо мәсьәлә киләсәктә хәл ителһен ине.
Йәш ата-әсәләрҙең туған телгә ҡарата яңылыш, дөрөҫ булмаған ҡараштары, мөнәсәбәттәре лә эсте ныҡ бошора. Башҡорт ауылдарында ғаилә эсендә үҙ телендә түгел, ә русса һөйләшкәндәр байтаҡ. Баланың эске донъяһы тик туған телдә аралашҡан саҡта, халыҡ йырҙарын, ауыҙ-тел ижадын тыңлағанда, йолаларыбыҙҙы үтәгәндә генә дөрөҫ үҫешә. Әгәр ҙә туған телебеҙҙе өйрәтмәһәк сабыйҙарыбыҙҙың рухы яһалма һәм китек була. Киләсәк быуыныбыҙҙы бәхетле, үҙ-үҙенә ныҡлы ышаныслы ысын шәхес итеп күрергә теләһәк, балаларыбыҙҙы үҙ башҡорт телендә һөйләштерергә кәрәк, кире хәлдә башҡорт халҡы ер йөҙөнән юғаласаҡ,— тип үҙ кисерештәре менән уртаҡлашты туған телем тип өҙөлөп торған мөғәллимә.
Әлмира Баһауетдинова тураһында башҡорт теленең һаҡсыһы тип әйтә алабыҙ. Ул мәктәптә эшләй башлағандан алып телде һаҡлау, артабан үҫтереү өлкәһендә бик күп эштәр башҡара. Республика, район, төбәк-ара бәйгеләрҙә уның уҡыусылары һәр саҡ алғы һыҙыҡта. Үҙе лә һөнәри конкурстарҙа даими ҡатнашып тора. Уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр ҙә тырыш ханым тураһында тик яҡшы фекерҙә. Намыҫлы, тынғыһыҙ хеҙмәте БР Мәғариф министрлығы, район хакимиәте тарафынан юғары баһаланған. Әйткәндәй, ошо арала уға РФ-тың Почетлы мәғариф хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелергә тора. Беҙ уны ошо айҡанлы ҡотлап, ижади уңыштар һәм һәләтле уҡыусылар теләп ҡалабыҙ.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас в