Инйәр
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Август 2020, 17:39

Яңы уҡыу йылы ҡасан башланыр?

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов яңы уҡыу йылын башлауға бәйле һорауға ла аңлатма биреп үтте.

Уның белдереүенсә, Рәсәй мәктәптәрендә уҡыу йылы ғәҙәттәгесә 1 сентябрҙә башланасаҡ. Әммә бының өсөн эпидемиологик хәл-тороштоң ҡабаттан насарайып китмәүе шарт.
“Балалар мәктәпкә барасаҡ. Беҙ быға әҙерләнәбеҙ. Балалар ҙа мәктәпте һағынып өлгөрҙө. Уҡытыусыларҙың да уҡыусыларын күргеһе килә”, – тине министр әңгәмә барышында.
Шулай уҡ министр белем усаҡтарында эпидемиологик һаҡ сараларының көсәйтеләсәге, төбәктәр менән был йәһәттән маҡсатлы эштәр алып барылыуы, тейешле саралар күрелеүе тураһында ла һөйләне.
Уҡыусыларҙың 1 сентябрҙә парта артына ултырасағы хаҡында "Роспотребнадзор" етәксеһе Анна Попова ла белдергәйне.
Ә әлегә Рәсәй Хөкүмәте мәғариф өлкәһендә һанлы белем биреү буйынса тәжрибә үткәреүҙе күҙаллай. Бындай башланғыс эпидемиологик хәл-торош насарайып киткән осраҡта белем биреү процесын мөмкин тиклем хәүеф аҫтына ҡуймау маҡсатында эшләнә.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: