Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Июль 2020, 17:44

“Тиң йәшәп, тиң ҡартайырға яҙһын” тиҙәр Вәсилә һәм Сәйетгәрәй Тимербаевтар

8 июль — Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Ринат Камалов, башҡорт прозаһының күренекле вәкиле:
— Ир менән ҡатын бер-береһен әүлиә урынына күрһә генә тормош уңа, ғаилә ныҡлы була.
Тәүәкәс ауылында матур итеп донъя көткән Вәсилә Зәйнәғәли ҡыҙы һәм Сәйетгәрәй Аҫылгәрәй улы Тимербаевтар ғаиләһе менән мин күптән таныш. Беҙ бәләкәй булһаҡ та ата-әсәләребеҙ “БАССР-ҙың 50 йыллығы” колхозында эшләгәнгә күрә, хужалыҡ яңылыҡтары, уның эшселәре тураһында аҙмы-күпме мәғлүмәттәргә эйә булдыҡ. Шул алыҫ йылдарҙа уҡ Сәйетгәрәй ағайҙың бик егәрле, намыҫлы шофер, ә Вәсилә апайҙың көн һайын район үҙәгенә йөрөп гәзиттә эшләүе һәм был ғаилә парының өлгөлө булыуы хаҡында ла ишетеп белә инем. Байтаҡ йылдарҙан һуң ауылдаштарым менән йәнә бер осрашыу бәхете тейҙе миңә. Тимербаевтар элек ниндәй булғандар, әле лә һаман шулай көләс йөҙлө, асыҡ сырайлы, киң күңеллеләр.
Сәйетгәрәй Аҫылгәрәй улы (ауылда уға Сәйет тип өндәшәләр) Тәүәкәс ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Ул заманында иң ҙур белем усаҡтарынан һаналған Абҙан мәктәбен тамамлағандан һуң, хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем колхозда механизатор булып эшләй, шул уҡ ваҡытта Тәүәкәстә киске мәктәптә уҡыуын дауам итә. Һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас колхозда “СКА-3”, “СКА-4” комбайндарының штурвалы артына ултыра. Дәүләкәндә биш айлыҡ шоферҙар курсын үтеп, ошо һөнәрҙе ныҡлап үҙләштерә һәм 1975 йылдан колхоз бөткәнгә тиклем уға тоғро ҡала.
Үҙенең “ГАЗ-53” йөк машинаһы менән Сәйет ағай Башҡортостан район-ҡалалары буйлап ҡына түгел, ә бөтә Рәсәйҙе урап сыға. Заманында дер һелкетеп, гөрләп торған колхозда эш тә етәрлек була. Шуға күрә егәрле ир-уҙамандар кем уҙарҙан беренселек өсөн тырышып тир түгә. Хөкүмәт тә уларҙы дәртләндереп, күтәреп тора. Эх, булған икән күңелле мәлдәр! Эш эҙләп ситкә китергә лә кәрәкмәгән. Хеҙмәт һөйгән, ауыр колхоз эшенән ҡурҡмағандар тыуған ауылдарында төпләнеп ҡалғандар. Мәҡәләмдең геройҙары тап шундайҙарҙан.
Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егет сираттағы киске уйында һылыу ҡыҙ булып үҫеп еткән Вәсиләгә иғтибар итеп ҡуя. Егет сибәрҙе бер күреүҙә үк оҡшата һәм сәстәрен-сәскә бәйләргә тәҡдим яһай. Ләкин Вәсилә әлегә кейәүгә сығыу тураһындағы һүҙҙе ишеткеһе лә килмәй, унан үҙен хөрмәт иткән ниндәй ҡыҙ әле ныҡлап белмәгән-күрмәгән кешегә тормошҡа барһын! Шулай дүрт йыл дауамында йәштәр осрашып йөрөй. Сәйеттең барлыҡ тиҫтерҙәре өйләнешеп бөтә, ә ул һаман һөйгәненең ыңғай яуабын көтә.
Вәсилә Зәйнәғәли ҡыҙы 10 бала араһында алтынсы була. Шуға күрә үҙенән кесе туғандарын ҡарашыу, ата-әсәһенә ярҙам итеү уның елкәһенә лә төшә. Мәктәптән һуң, эш мәғәнәһен белгән, тырыш, ныҡыш ҡыҙ туранан-тура район үҙәгендә урынлашҡан гәзит редакцияһына эш һорап килә. Йәш булһа ла үткер, үҙенә ныҡлы ышанған үҫмерҙе етәкселек оҡшата һәм “Ильич байрағы” гәзитенә корректор вазифаһына ала, артабан ул баҫыусы машинистка һөнәрен үҙләштерә. Ең һыҙғанып эшкә егелгән Вәсилә менән Сәйет икеһе лә үҙ хеҙмәттәрендә тиҙ арала абруйлылыҡ яулап өлгөрә. Тоғро хеҙмәттәре төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары һәм башҡа наградалар менән билдәләнә.
Түҙемлеге тамам бөткән егет бер көн йыуасалар тотоп һөйгәне йәшәгән йортҡа килә һәм булған батырсылығын йыйып, ҡыҙҙың ата-әсәһенән уның ҡулын һорай. Туй ваҡыты билдәләнә. Кәләш менән кейәү “ГАЗ-53”-кә ултырып Өфөгә никах күлдәгенә, балдаҡтар һатып алырға юллана. Шулай итеп, 1975 йылдың 15 декабрендә никахтары теркәлә. Тәүәкәс ауылында уларҙың туй мәжлесе бер аҙна дауам итә.
Ошоларҙы хәтерләп һөйләп ишеттергән Тимербаевтарҙың күҙҙәрендә һаман йәшлек мөхәббәтенең нурҙары балҡый. Бер-береһен ысындан яратҡан, хөрмәт иткән, ҡайғыртып торған парҙар барыбер башҡаларҙан айырылып тора. Уларҙың мөнәсәбәттәре, һөйләшкән саҡта тауыштарының йомшаҡлығы, мөлдөрәмә ҡараштары, барыһы ла ысын һөйөүҙең булыуын иҫбатлай.
Йәштәр башта бәләкәй генә аласыҡта йәшәй. Ире көнө буйы колхоз эшенән бушамай. Ҡышҡыһын үҙе лә кис булғас ҡына ҡайтып ингән Вәсилә иҫке өйҙө йылытып бер була. “Юлдарҙа әлеге кеүек техника юҡ. Тура килгән йөк машиналарының арбаһында йә жомға батып, йә он, фуражға буялып, лысма һыу булған саҡтарҙы хәтерләһәм, башыма һыймай”,- ти хужабикә. Этләнеп эшләп йөрөгәндә, 1978 йылда хужалыҡҡа кадрҙар бүлеге мөдире талап ителә һәм Вәсилә Зәйнәғәли ҡыҙы колхоз тарҡалғанға тиклем ошо вазифаны башҡара.
Йүнсел Сәйет ағай яңы йорт һатып алыуҙы хәстәрләп йөрөй торғас, Ләмәз яҡтарынан өй һөйләшеп ҡайта. Командировкаларҙа эшләп йыйған аҡсаһы тамам ғына етә яҙа. Колхоз тарафынан да ярҙам күрһәтелә. Юлы ла, һыуы ла, электр уты ла булмаған яңы урамға тағы ла бер ғаилә төпләнә. Бер нисә ихата һөйләшеп үҙ көстәре менән электр утына бағана ултырта, юлдар төҙөкләндерә. Тимербаевтар тырышлыҡтары менән тиҙ арала йорттарына инә.
Икеһе лә егәрле булғанға күрә, донъя көтөү ир менән ҡатын өсөн күңелле лә, мауыҡтырғыс та була. Баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр, һарай тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуар тоталар. Уңған хужабикә эш араһында ҡышҡа ҡайнатмаларын, башҡа тоҙландырылған аҙыҡ-түлектәрен мул итеп әҙерләй, гөл-сәскә тәрбиәләргә лә ваҡыт таба. Хужа кеше бик йыш ситтә йөрөгәнгә күрә, Вәсилә апайға тормош йөгөн күберәк үҙенә тартырға тура килә.
Сәйетгәрәй Тимербаев үҙенең хеҙмәт юлын намыҫ менән үтә. Бик яҡшы шофер булғанға күрә колхозға килгән өр-яңы машиналар ҙа уға бирелә. Үҙ һөнәрен шул тиклем яратҡан ил ағаһы Йылайыр техникумында агрономлыҡҡа уҡып сыҡҡандан һуң да барыбер йөк машинаһын ташламай, шофер булып ҡалыуҙы хуп күрә. Бөгөн уның тиҫтәләгән наградалары, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары ғаилә архивында ҡәҙерләп һаҡланыла.
Бәхетле ғаилә бер ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Өсөһөнә лә матур тәрбиә, белем бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары Зәбир фажиғәле вафат була.
Тормош ҡаршылыҡтарына, һынауҙарына бирешмәгән, һынмаған Тимербаевтар бөгөн өләсәй-олатай булыу бәхетенә эйә. Оло ҡыҙҙары Гөлшат Өфө ҡалаһында юрист, ә кеселәре Ләйлә Архангелдә билдәле логопед булып эшләй. Икеһе лә ата-әсәләре кеүек матур ғаилә ҡорған, балалар үҫтерәләр.
— Йәш барған һайын, йәшәүҙең мәғәнәһен, уның матурлығын нығыраҡ аңлайһың. Шуға күрә бер-береңде хөрмәт итеп йәшәүгә етмәй. Тормош матур! Ҡәҙерҙәрен белегеҙ,-тип хәтер йомғағын һүтеүҙе тамамлап әйтте Вәсилә ханым.
Бөгөн Тимербаевтар йәштәргә яҡшы үрнәк күрһәтеүсе районыбыҙҙың өлгөлө ғаиләләренән һанала. Оло йәштәгеләр юҡтан ғына йәш парҙарға “тиң йәшәп, тиң ҡартайырға яҙһын” тип теләмәйҙәр. Башта был һүҙҙәргә артыҡ иғтибар итмәһәк тә, йәш уҙған һайын уның мәғәнә төбөнә саҡ төшөнә башлайбыҙ. Ауылдаштарым Аллаға шөкөр ҡырҡ биш йыл бергә иңде-иңгә терәп, матур итеп донъя көтөп, тормош баҫҡыстары һикәлтәләренә бергә күтәрелеп, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә оло ярҙам күрһәтеп бәхетле ғүмер кисерә.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас в