Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Февраль 2020, 16:00

Әгәр саҡыралар икән…

23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө. Был байрамды һуғыш ветерандары, армияла хеҙмәт иткәндәр, ниндәйҙер ыңғай сәбәптәр арҡаһында хәрби бурыстарын үтәй алмаған ир-егеттәр ҙә билдәләй.

Армия сафтарында хеҙмәт итеүҙең абруйы нимәлә? Ошо турала районыбыҙҙың ир-егеттәре ниндәй фекерҙә булыуын белер өсөн уларға мөрәжәғәт иттек.
Самат Усманов, Тәүәкәс ауылы:
— Мин 1988-1990 йылдарҙа башта Венгрияла Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Висла мотоуҡсылар полкында, артабан Курил утрауҙарында ПВО-ла хеҙмәт иттем. Ул заманда Совет армияһының иң абруйлы, көслө сағы ине. Беҙҙең өсөн һалдат хеҙмәте, Ватаныбыҙ алдында изге бурысыңды үтәү оло дәрәжә һаналды. Элек өйҙә лә, мәктәптә лә Совет ғәскәрҙәренә ҡарата ихтирам көслө булғанға күрә, малай саҡтан уҡ әрме тураһында хыяллана торғайныҡ.
Минең өсөн хәрбилек ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һалдат бурысын үтәүҙең абруйы хәҙер элекке кеүек түгел. Шуға күрә ошо мәсьәләгә етдиерәк ҡарарға кәрәк.
Марат Сәйфетдинов, Приуралье ауылы:
— Миңә 1987-1990 йылдарҙа Калининград өлкәһе Кенигсберг ҡалаһында Балтика флотында хеҙмәт итеп ҡайтыу бәхете тейҙе. Һалдат тормошо тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Үҙен хөрмәт иткән һәр йәш кеше ошо тормош мәктәбен үтеп, ир-егеттәргә генә хас булған сифаттарҙы тәрбиәләп, тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәргә тейеш. Армияға барып ҡайтҡан туғандарым, иптәштәрем, тиҫтерҙәремдең береһе лә үкенмәй. Киреһенсә, хеҙмәт итеү тормошобоҙҙа онотолмаҫ эҙ ҡалдырҙы, тәртипкә, тормошҡа икенсе күҙлектән ҡарарға, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтте. Ә бына әрмегә бармау — кәмселлек һаналды.
Илдар Әхмәтйәнов, Архангел ауылы:
— Армияла хеҙмәт итеү һәр ваҡытта ла абруйлы булырға, бәҫе төшмәҫкә тейеш. Һәр йәш үҫмер ваҡыт етеү менән хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Миңә килгәндә, әрме хеҙмәтенә барырғамы-юҡмы тигән уй бер ваҡытта ла башыма килмәне. Повестка алғас, шатланып бөтә алманым.
Бөгөн аяҡҡа сылғау урап, һалдат һурпаһы эсергә теләүселәрҙең һаны кәмей барыуы көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Үҙ бурысын үтәүҙән баш тартыусылар, армияға барырға теләмәҫтән төрлө сәбәптәр таба. Ундайҙар менән мәктәп эскәмйәһенән үк аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк.
Ғөмүмән, малайҙарҙы кесе йәштән илдең терәге итеп тәрбиәләү мөһим, сөнки борондан беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ир балаларҙы һыбай йөрөргә, мәргән атырға, көрәшкә өйрәткән, ил һаҡсыһы булыуҙарын ҡандарына һеңдергән.
Илнар Фәтҡуллин, Архангел ауылы:
— Береһенән дә йәшерен түгел, армияла төрлө хәлдәр була. Юҡҡа ғына әрме хеҙмәтен тормош мәктәбе тип атамағандар. Ошонда ғына иркә малайҙар ысын ир ҡорона инеп, нығынып, етдиләнеп ҡайта. Кеше танырға, дуҫ менән дошманды айырырға, ҡаршылыҡтарҙы еңергә, яңы һөнәрҙәргә өйрәнә.
“Бабайлыҡ” күренештәре әлбиттә оҡшап етмәй, ләкин ни хәл итәһең. Ул ғүмер буйы булған һәм буласаҡ та. Был осраҡта күп нәмә беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Шуға күрә физик яҡтан көслө, ҡыйыу, үткер булырға һәм башҡаларҙың ихтирамын яуларға тырышырға кәрәк. Ә иң мөһиме, ялағайланмаҫҡа һәм үҙ-үҙеңде яҡлай белергә.
Денис Кирәев, Оҙондар ауылы:
— Әгәр саҡыралар икән, ниңә бармаҫҡа? Бөгөн һалдаттар өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Хеҙмәт иткәндәрҙең йәмғиәттә абруйы ҙур, яңы ерҙәрҙе күреү, танышыу һәм башҡа төрлө мөмкинлектәр ҙә асыла.
Ҡайһы бер егеттәр барырғамы-юҡмы тип икеләнеп йөрөй, бер йыл хеҙмәт итеү ваҡытты бушҡа уҙғарыу тип тә һанай. Армия минең өсөн ир-атлылыҡ, егетлек билдәһе, тормош мәктәбе. Тик унда ғына йәш егеттәр Ватандың ысын сыныҡҡан һаҡлаусыһы һәм яҡлаусыһы, ил терәге итеп тәрбиәләнә.
Азамат Муллагилдин, Тирәкле ауылы:
— Хеҙмәт итеп ҡайтҡан дуҫтарым, иптәштәрем һөйләүенсә армия — һәр ир-егеттең тормошонда мөһим урын алып тора. Ул холоҡто сыныҡтыра, ихтыяр көсөн тәрбиәләй, рухты нығыта, ысын дуҫтар һәм тоғро иптәштәр табырға ярҙам итә, киләсәктә тормошта кәрәк буласаҡ күп нәмәгә өйрәтә, һәр йәһәттән тәжрибә тупларға булыша. Хәҙер һалдаттар бер йыл ғына хеҙмәт итә. Был күренештең ыңғай яғы ла, киреһе лә бар. Бер йыл тиҙ генә үтеп китеү сәбәпле, егеттәр хәрби һөнәргә тулыһынса өйрәнеп, сынығып етмәй тигән фекерҙәмен.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: