Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Июнь 2019, 12:54

Тыуған илебеҙ сәскә атһын

Район хакимиәте алдынадғы майҙанда Рәсәй көнө уңайынан күркәм байрам сараһы уҙҙы. Тантаналы шарттарҙа ҡотлау һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Илшат Әминев түбәндәге ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе:
– Иртәгә беҙ бөтә ил менән дәүләт байрамы - Рәсәй көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Ул барыбыҙҙың да дөйөм яҙмышын, Ватаныбыҙ халыҡтарының берҙәмлеген, бай йолаларын сағылдыра һәм Тыуған илгә хеҙмәтте берләштерә. Башҡортостан бөгөн иҡтисадты ла, социаль өлкәне лә уңышлы үҫтерә килә, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтә, ҡеүәтле инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашыра, ил етәкселеге ҡуйған яңы ҙур бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Беҙ байрамды лайыҡлы уңыштар, ил киләсәге өсөн ныҡлы ышаныс менән ҡаршылайбыҙ. Уртаҡ йортобоҙ - Бөйөк Рәсәйҙә һәр саҡ тыныслыҡ булһын, илебеҙ сәскә атһын. Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!" – тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Илшат Нәжмитдин улы.
Байрам көнө уңайынан “Оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн һәм архив хеҙмәтенең 100 йыллығы уңайынан” Надежда Матвеева (муниципаль хеҙмәт ветераны) – “БР Архив хеҙмәтенең” миҙалы, Гөлшат Ғәбделхаева (мәғариф бүлеге медоисы) менән Елена Кузнецова (“Әкиәт” балалар баҡсаһы мөдире) оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Шулай уҡ ирекле көрәш буйынса БР Мәғариф министрлығының беренселеге буйынса ярыш ойоштороуҙа һәм ошо спорт төрө буйынса уҡыусыларҙы олимпия резервына әҙерләгән өсөн Илдар Әхмәтйәнов (“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге тренеры) менән Әлфиә Йортомбаева (“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге диреткоры) Почет грамотаһы, йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем эшмәкәрлек алып барған өсөн Анна Маврина (йәмәғәт советы ағзаһы) БР Йәмәғәт палатаһының Почет грамотаһы тапшырылды. 2018-2019 йылда Бөтә Рәсәй смотр-конкурста “Өлгөлө балалар баҡсаһы” номинацияһында “Әкиәт” балалар баҡсаһы еңеүсе Дипломы һәм сертификат бирелде.
Байрам көнө уңайынан райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова ҡотлап, Филүс Бәҙрановҡа (Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы мөдире), Гөлшат Закироваға (Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры), Надежда Мальковаға (“Тирмәкәй” балалар баҡсаһы мөдире), Елена Кузнецоваға (“Әкиәт” балалар баҡсаһы мөдире) һәм Гөлназ Яхинаға (“Ғаилә” республика ресурс үҙәгенең бүлек мөдире) һәм Андрей Матвеевҡа (мәғариф бүлеге начальнигы) “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-һауыҡтырыу комплексының алтын билдәләрен тапшырҙы. 14 йәшен тулған үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар өсөн дә был көн иҫтәлекле уҙҙы. Улар тантаналы рәүештә тәүге мөһим документ ­– Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортына эйә булды.
Район мәҙәниәт йорто һәм үҙэшмәкәр артистар тарафынан ойошторолған концерт номерҙары байрам кисәһен тағы ла йәмләндереп, яҡшы кәйеф өҫтәне.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: