Инйәр
+14 °С
Болотло
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 09:24
“ Ырамлы бара” “Үҙәҡ” МТС-ының баҫыуҙары гөрләп тора…
Хужалыҡтарҙа сәсеү эштәре тамамланыуға бара. Һуңғы көндәрҙең яуым-төшөмлө булыуына ҡарамаҫтан, игенселәр “ҡорос аттары” менән баҫыуҙарҙы иңләүҙәрен дауам итә.
“Үҙәк” МТС-ының “Еҙем” бүлексәһендә бөгөнгө көнгә ҡарата бойҙай, һоло, борсаҡ сәселеп бөтөлгән. Башҡа культураларға килгәндә, рапс — 460 гектар(план буйынса 915 гектар), көнбағыш — 200(план буйынса 493), арпа 350 гектар (510) майҙанда сәселгән. Шулай уҡ былтырғы ужым баҫыуҙарын ҡеүәтләндереү саралары ла башҡарыла.
— Химик утауҙарға төштөк. Тәүгеләрҙән булып ужым бойҙайҙарын үтеп сыҡтыҡ. Механизаторҙарыбыҙ Азат Ғәйфуллин һәм Марсель Фәйзуллин “МТЗ-82” тракторында был эште теүәл башҡара. Ғөмүмән, бөтәһе лә ырамлы бара. Малдарҙы ла йәйге лагерға сығарҙыҡ, - тип эш барышы менән таныштырып үтте хужалыҡтың менеджеры Урал Яҡшыбаев.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Май , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Май , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Май , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Май , 10:31
Сафтар тулыланды