Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Март 2018, 17:03

Эш белгәнгә ырыҫ юлдаш

Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылында йәшәүсе Айгөл Усманованың фермерлыҡ эшенә тотоноуына өс йыллап ваҡыт уҙған.

Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылында йәшәүсе Айгөл Усманованың фермерлыҡ эшенә тотоноуына өс йыллап ваҡыт уҙған. Ошо арауыҡта күп кенә ҡаршылыҡтар, кәртәләр аша үтелә, ыңғай һөҙөмтәгә ирешеү,уңышҡа өлгәшеү шатлыҡтары кисерелә...

Был яҡтарға килеп төпләнгәнсе, яҙмыш ҡыҙҙы хәтһеҙ урау юлдарҙан йөрөтә. Айгөл Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында тыуған. Урта белемде Ростов өлкәһенең Волгодонск ҡалаһында ала. Сибай педагогия колледжының мәктәпкәсә тәрбиә биреү бүлеген тамамлағас, Баймаҡта тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын башлай. Әммә көрсөк осороноң еле бында ла ҡағылмай ҡалмай, Айгөл Өфөгә килеп төҙөлөш фирмаһына эшкә урынлаша.

Ҡаланың шау-шыулы тормошон үҙ итә алмай ул. Күңеле тыныслыҡҡа, тәбиғәт ҡосағына ынтыла. Шуға күрә мөмкинлек

тыуыу менән Ҡыҙыл Ырғыҙлыла ер участкаһы һатып ала һәм ошонда күсенә. Ә бер аҙҙан яратҡан эшенә тотона ул.

Тырыш ҡатын 2016 йылда район хакимиәте булышлығы менән грантҡа эйә була. Дәүләт ярҙамына герефорд тоҡомло һыйырҙар һатып ала. Йәш фермер тармағын үҫтереү йәһәтенән яңы проекттар өҫтөндә уйлана, пландар ҡора. Айгөлдөң хыялдарын тормошҡа ашырыуҙа ҡыҙы ла ҙур роль уйнай. Әлегә Таңсулпан Өфө финанс иҡтисад колледжында һөнәр үҙләштерә.

Әсәһе кеүек үҙ эшен асырға теләй. Күптән түгел районда уҙған агротуризм форумында ауыл туризмы проекты менән

сығыш яһап, икенсе урын яулай. Уңған, теүәл маҡсат менән янған әсәле –ҡыҙлы киләсәктә малсылыҡтың ҙур ҡаҙанында ҡайнауҙарына ныҡлы ышана.

—Бында килеп фермерлыҡҡа тотоноуыма ҡыуанып бөтә алмайым. Мал ҡарарға бик яратам. Аллаға шөкөр, эшләргә

теләгебеҙ ҙур. Бер нисә йыл эсендә апаруҡ тәжрибә тупланыҡ. Киләсәктә һөҙөмтәләр яҡшырыр, килем дә булыр тигән

өмөттәбеҙ, — ти йәш фермер.

Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса үҙен еңел булмаған эшҡыуарлыҡ өлкәһендә һынап ҡарарға йөрьәт иткән Айгөл Ус-

мановаға уңыштар юлдаш булһын.
Читайте нас: