Ил алдындағы бурыстарын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙе иҫкә алыу, улар хаҡында хәтирәләр һаҡлау, үҫмерҙәрҙә һәм йәштәрҙә мәҙәни-тарихи мираҫҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, тыуған еренә, халҡына ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында райондың йәштәр эше, спорт һәм физик культура комитеты, “Йәйғор” үҫмерҙәр клубы һәм үҙәкләштерелгән муниципаль – ара китапхана тарафынан ойошторолған бәйгелә төрлө йәштәге 50-нән ашыу кеше ҡатнашты.
Бәйгеселәрҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ф.Ф.Хәсәнова сәләмләне:
11 декабрҙә был ҡот осҡос һуғышҡа 25 йыл тулды.Ватаныбыҙҙы һаҡлап Чечен Республикаһында һалдат бурысын үтәүҙә районыбыҙҙан198 яҡташыбыҙ ҡатнашты, дурт егетебеҙ һәләк булды: улар — Орловканан Буранғолов Азат, Сухополдән Мезрин Николай, Айтмәмбәттән Ишкилдин Динар һәм Архангел ауылынан Вәлиев Руслан. Шулай уҡ ағымдағы йылдың февралендә Афғанда махсус операция тамамланыуына 30 йыл булды. Әлеге мәлдә районыбыҙ территорияһында 31 хәрби-интернационалист йәшәй. Афғандағы утлы хәрәкәттәрҙә өс егетебеҙҙең ғүмере ҡыйылды: Әхмәтов Уран (Айытмәмбәт), Сәйфуллин Руслан (Баҡалды) һәм Еремин Георгий (Ырныҡшы).Оло дата уңайынан Ватан алдындағы бурысын намыҫлы үтәгән ҡаһарман яҡташтарыбыҙға миҙалдар тапшырылды. Бындай яугирҙарҙың туғандары һәм яҡындары дәүләттең фажиғәле һәләк булған егеттәрҙе онотмауын белергә тейеш. Ә йәштәргә тарихты белергә һәм өлкән быуын менән ғорурланырға кәрәк, — тине Фәрзәнә Фәсхетдин ҡыҙы һәм ветеран яугир-интернационалист И.Ә.Әхмәтйәновҡа “Афғанстанда 40 –сы армия тарафынан махсус операцияның тамамланыуына 30 йыл” миҙалын тапшырҙы. Бәйгеселәр тамашасы һәм баһалама ағзалары хөкөмөнә Л.Молчанов, С.Антонов, А.Артамонов, С.Кадашников һәм башҡа шағирҙарҙың Афған, Чечен Республикаһы һуғыштарында һәләк булған яугирҙарға арналған әҫәрҙәрен, шулай яҡташ авторҙар ижад иткән шәлкемдәрҙе тәҡдим итте. Жюриға (М.А.Лоҡманова, З.С.Фәйзуллина, В.К.Казакова, Т.А.Радионова, Р.С.Әхмәтйәнова) баһалар ҡуйыуы ысындан да ҡатмарлы булды.
Шулай итеп һөҙөмтәләргә килгәндә, 13 — 14 йәштәр араһында 3-сө урынды —Швецов Иван (Ҡыҙыл Еҙем мәктәбе) һәм Шәрәфетдинова Милена (Заря ауыл китапханаһы), 2-се урынды — Трапезникова Юлия (Арх-Латыш китапханаһы) һәм Суфьянова Алина (Тәүәкәс мәктәбе), 1-се урынды Бухмастова Анастасия (1-се Архангел) һәм Әхмәтов Арслан (Оҙондар китапханаһы) бүлеште.
15 — 24 йәштәр араһында 1-се урында биш кешенең сығышы баһаланды. Улар — Кильдина Лиана (Баҡалды ауыл советы), Маторкин Матвей (Ҡыҙыл Еҙем мәктәбе), Әхмәтова Сөмбөл (Абҙан китапханаһы), Казаков Игорь (Благовещенка мәктәбе), Мусина Алһыу (Абҙан ауыл советы). 2-селә Әйүпова Луиза (Оҙондар китапханаһы), Сергеев Данил (Орловка китапханаһы), Шаһимәрҙәнова Анжела (Ауырғазы күп профилле колледжы), 3-сөлә иһә Мейстер Анжелика (Арх-Латыш китапханаһы), Ишмөхәмәтов Арслан (Валентиновка мәктәбе) һәм Голубев Вячеслав (Ауырғазы колледжы) билдәләнде.
25 — 35 йәштәрҙән Дилбәр Яҡупова (Тәүәкәс китапханаһы) еңеүсе тип табылды.
Артабан 36 йәш һәм унан олораҡтар араһында Тәүәкәс китапханаһынан Нәсимә Юлмөхәмәтова, Гөлирә Фәйрүзова,Роза Ғәббәсова, Оҙондар ауыл советынан Маргарита Ҡотлоғәлләмова иң яҡшы сығыш яһаусыларҙан һаналһа Әлмира Хисмәтуллина (Тәүәкәс) һәм Земфира Сибогатова (Оҙондар) 2-се, 3-сө урындарҙы бүлеште.
Сара һуңында конкурста ҡатнашыусыларҙы район ветерандар советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова тәбрикләне. Ул ошондай бәйгеләрҙең үҫеп килгән быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙә ҙур роль уйнауына баҫым яһаны. Еңеүселәр һәм призерҙарға йәштәр эше, спорт һәм физик культура буйынса комитет тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.