Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Декабрь 2019, 13:50

Йәшәйешебеҙгә биҙәк өҫтәй

Йәмғиәттә ғаилә ниғмәттәрен нығытыу, ғаиләнең тотороҡлолоғон, именлеген, килен менән ҡәйнә араһында йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү, татыу ғаиләләрҙе барлау, улар өлгөһөндә башҡаларҙы тәрбиәләү маҡсатында район мәҙәниәт йортонда “Килендәр һәм ҡәйнәләр” бәйгеһе үтте.

Нигеҙ ҡото булырлыҡ килендәр һәм ҡәйнәләр
Ғаилә — кешенең рухи бишеге.Тормош йөгөн бергә тартып, бер–береңдәге гүзәл яҡтарҙы аса–аса, бер-береңдән яҡшылыҡтар таба-таба йәшәгән ғаиләләр ныҡ һәм ғүмерлек була, шундай ғаиләләрҙә генә сәләмәт, шат , әҙәпле һәм бәхетле балалар үҫә. Берҙәм, татыу ғаиләләр генә ҡартатай-ҡартәсәйҙе, атай-әсәйҙе, балаларҙы бергә һыйындыра, йылындыра алырлыҡ яҡты усаҡҡа әйләнә.
Йәмғиәттә ғаилә ниғмәттәрен нығытыу, ғаиләнең тотороҡлолоғон, именлеген, килен менән ҡәйнә араһында йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү, татыу ғаиләләрҙе барлау, улар өлгөһөндә башҡаларҙы тәрбиәләү маҡсатында район мәҙәниәт йортонда “Килендәр һәм ҡәйнәләр” бәйгеһе үтте.
Сәхнәгә хужабикәләр — Оҙондар ауылынан киленле – ҡәйнәле Мөхәмәтдиновтар ғаиләһе күтәрелде. Бәйге йәнле барҙы. Бында ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә лә, аш-һыу­ҙа­ры­быҙға ла иғтибар етерлек булды. Ауылдың иң уңған, иң бул­дыҡлы ҡатын- ҡыҙҙары конкурсты тәүге һынауына ярашлы үҙҙәре менән таныштырыуҙан башланы. Йәш килен Гүзәл һылыу ғаиләһе тарихын, уның ҡәйнәһе Нәзирә апай татыу ғүмер кисереүҙәре, үҙенең хаҡлы ялдағы күңел шөғөлдәре тураһында һөйләне, ә туғыҙынсы тиҫтәһен иләгән ағинәй һәм оло ҡәйнә Зәбиҙә әбей нисә йылдар буйы юйылмаған хәтирәләрен байҡаны. Гүзәл — Белорет районы ҡыҙы, уҡытыусы һөнәрен үҙ иткән. Тормош иптәше менән Рөстәм менән Әмирхан исемле ул үҫтерәләр. Ҡәйнәләр бер һүҙҙән уның тәрбиәле, уңған, итәғәтле, изге күңеллелеген маҡтап, килендән уңыуҙарын белдерҙе. Артабан ғаилә “Бәпесте ҡаршы алыу” йолаһын сәхнәләштерҙе.
Аш-һыу бәйгеһендә лә һыр бирмәне сарала ҡатнашыусылар. Килен балыҡтан заманса тәмле ризыҡ әҙерләһә, ҡәйнәһе сәк-сәк һәм ҡорот тәҡдим итте. “Һыу юлы”бәйгеһендә еңеүсе лә, еңелеүсе лә булмағандыр, сөнки һәр береһе һыулы биҙрәләр эленгән көйәнтәне яурындарына аҫып сәхнә уртаһындағы “баҫманан” еңел генә уҙҙы. Һуңынан улар “Ижади бәйге”, “Минең имидж” конкурстарында көс һынашты. Кескәй Әмирхандың милли кейеме барыһына ла бик оҡшаны. Ҡәйнәләр ҙә үҙҙәренең күлдәк- камзулдарын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.
Бәйгене Рәсимә Әсмәндиәрова, Рәсимә Мөхәмәтйәрова, Алмас Хужин, Алиса Хәсәнова бейеүҙәре, район мәҙәниәт йорто ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле, Фәрүәз Урманшин, Гөлнара Мырҙагилдина, Лилиә Булатова, Айлина Хәсәнова һәм Азалия Юламанованың йырҙары биҙәне.
Бына конкурсҡа йомғаҡ яһау ваҡыты етте. Баһалама ағзалары (район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәрзәнә Хәсәнова, Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Фәрзәнә Әминева, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәнзил Хисаметдинов, район “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Зилә Фәйзуллина, “Инйәр” редакцияһы вәкиле Миләүшә Бәширова) башҡорт халҡының электән бер-береһенә булған хөрмәте, изге еребеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалдырыуҙары хаҡында һөйләне, бындай осрашыуҙарҙың һуңғыһы булмауы, тик улар киләсәктә ойошҡанлыраҡ үткәрелһен ине тип белдерҙе.
Бәйгеселәргә ошондай номинациялар бирелде: Гүзәл Шәйхулла ҡыҙы — “ Сая килен” Нәзирә Фәхрислам ҡыҙы — “Оҫта ҡуллы”, оло быуын вәкиле Зәбиҙә әбей — “Йор һүҙле”.
Бөгөнгө ауылдар менән элеккеләре араһында айырма ҙурмы? Байтаҡ ҡына, тиерһегеҙ. Яуап итеп, хәҙерге заман уңайлыҡтарын, йорттарҙың ҙурыраҡ та, бейегерәк тә һалыныуын, баҡсаларҙа түтәлдәр өҫтөнә йылы япмалар ҡоролоуын, ихаталарҙа машиналар күбәйеүен дә атарһығыҙ. Йәштәрҙең әҙәйеп, ололарҙың артыуын да иҫкә алырһығыҙ. Эйе, айырма бар икән шул. Шул уҡ ваҡытта ауылдарҙа йолалар, матур ғаилә традициялары һаҡланып, йәшәйешебеҙгә бер биҙәк өҫтәй. Һүҙ юҡ, бөгөн ауылдарҙа, ысынлап та, нигеҙ ҡото булырлыҡ килендәр, әсәләр, ҡәйнәләр бар. Иң мөһиме, бәхетле һәм һау-сәләмәт йәшәһен барыһы ла.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: