Инйәр
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Август , 10:20

Иғтибар үҙәгендә – балалы ғаиләләргә ярҙам

Республиканың социаль сәйәсәт өлкәһендәге иң яҡшы практикалары Дәүләт советы ултырышын йомғаҡлау докладына ингән.

Иғтибар үҙәгендә – балалы ғаиләләргә ярҙам
Иғтибар үҙәгендә – балалы ғаиләләргә ярҙам

 Башҡортостандағы ғаиләләргә, дөйөм алғанда, 20-нән ашыу төрҙә пособие түләнә һәм социаль ярҙам сараһы күрһәтелә. Улар иҫәбендә – мәктәпкәсә белем биреү сертификаттары, һалым льготалары, торлаҡ йорттарға газ үткәреүгә сертификаттар.

— Әлбиттә, беҙ быйыл ғына түгел, киләһе йылдарҙа ла ғаилә хаҡында ҡайғыртырға тейешбеҙ. Әммә ил йәки республика етәкселеге бер йылға ниҙер бағышлай икән, беҙ уны ошо йүнәлештә көсөбөҙҙө туплау өсөн эшләйбеҙ. Беҙ Башҡортостанда Президенттың ғаиләләрҙе нығытыу буйынса ҡарарҙарын үтәйәсәкбеҙ. Быға күп көс, финанс средстволар йүнәлтелә. Ҡануниәтте, норматив базаны анализлайбыҙ, — тине Радий Хәбиров.

Пособиелар рәүешендәге дәүләт ярҙамын өс йәштән ете йәшкә тиклемге сабыйҙары булған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр алыу мөмкинлегенә эйә. 1 апрелдән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, ошондай ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклемге балаға ла аҡсалата пособие түләнә. Май айына ҡарата Башҡортостандағы ата-әсәләр өс йәштән ете йәшкә тиклемге 88,5 мең балаға 3,6 миллиард һум, һигеҙ йәштән 17 йәшкә тиклемге 63 мең бала бер миллиард һумдан ашыу аҡса алған.

Ишле ғаиләләр айырым иғтибар үҙәгендә. Ундайҙар республикала – 46,3 меңдән ашыу. Мәҫәлән, 23 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә бер тапҡыр 622,8 мең һум аҡса түләнә. 2021 йылда 32,5 миллион һумлыҡ аҡсалата түләүҙе — 52 ғаилә, ә быйыл тәүге кварталда 8,1 миллион һумды 13 ғаилә алған.

Бынан тыш, быйыл республика Хөкүмәте ғаиләләргә 136,8 миллион һумлыҡ өҫтәмә ярҙам сараларын раҫланы. Тағы ла 14,6 миллион һумды ошо маҡсатҡа тормошта ауыр хәлгә тарыған балаларға ярҙам фонды бүлде.

Венерия Юламанова,
“Ғаилә” үҙәге етәксеһе.

Автор:Ильмир Кагарманов
Читайте нас: