Америкалағы Колорадо университеты ғалимдары яңы тикшереүҙәр үткәргән һәм бына тимә тип белдергән.
Ҡәҙимге ябай эсәр һыу шәкәр диабетына килтергән гормонды “баҫырға” һәм артыҡ тән ауырлығына “ҡаршы торорға” ярҙам итеүе мөмкин. Тикшереү һөҙөмтәләре JCI Insight баҫмаһында бирелгән.
Тикшереүҙәр авторы Мигель А. Ланаспа метаболизм синдромлы кешеләрҙә вазопрессин кимәленең ниңә юғарыраҡ икәнлеген асыҡларға теләгән. Был матдә организмда һыуҙы оптималь кимәлдә тотоу өсөн яуап бирә.
Лабораторияла сысҡандарҙы тикшергән ваҡытта татлы һыуҙың гормонды эшкәртеүе, ә уның үҙ сиратында глюкозалы һыуҙы майға әйләндереүен асыҡлаған. Һөҙөмтәлә был хәл тән ауырлығының артыуына һәм һыуһыҙланыуға килтерә икән. Әгәр сысҡандар ҡәҙимге һыуҙы эсһә, метаболизм синдромы кәмегән.
Әгәр һыу булмаһа, вазопрессин уны, дымлылыҡты тәьмин итеү маҡсатында һаҡлай икән. Ә вазопрессин рецепторы таҙа һыуҙы файҙаланыу менән бөтөрөлгән. Шулай итеп, “һыу терапияһы” метаболизм синдромы эҙемтәләре менән көрәштә һәр кем файҙалана алырлыҡ һәм һөҙөмтәле ысул булырға мөмкин.
Таҙа һыуҙы эсеү – гормондың организмға тәьҫирен туҡтатыу ул. Синдромдың билдәләре иһә шәкәр кимәле һәм триглицеридтар, шулай уҡ юғары ҡан баҫымы икән. Бындай осраҡта табип менән кәңәшләшергә һәм һыуҙы файҙаланыуҙы арттырырға кәрәк, тип белдергән ғалимдар.